6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Селиверстовҡа "Дан"!
12.04.06


       28 йәшлек өфөлө Алексей Селиверстов дүртенсе "Дан" Милли спорт премияһы номинанты тип иғлан ителде. Был абруйлы наградаға Алексей һәм уның иптәштәре Александр Зубков, Сергей Голубев һәм Алексей Воевода "Иң яҡшы ирҙәр командаһы" номинацияһында дәғүә итә. Нәҡ ошо дүртәү 2005 йылда бобслей буйынса Донья кубогын яуланы.
       Был ниндәй премия һәм уның менән кемдәрҙе бүләкләйҙәр,
       тип һорау бирерһегеҙ, моғайын. 2003 йылда спорт донъяһында
       билдәле булған кешеләр Александр Карелин, Гарри Каспаров, Алина Кабаева, Лариса Латынина, Ирина Роднина, Владимир Сальников һәм Владислав Третьяк "Дан" исеме аҫтында ҙур спорт ҡаҙаныштарының Йәмәғәт академияһын булдырҙы. Өс йөҙҙән ашыу билдәле спортсылар һәм тренерҙар, спорт
       журналистары һәм сәйәси эшмәкәрҙәр ингән академия президенты итеп бер тауыштан Ирина Роднина һайланды.
       "Дан" милли спорт премияһы төрлө номинацияларҙа йылдың күренекле спорт ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла. Уларҙың һәр береһе буйынса еңеүсе академия ағзаларының йәшерен тауыш биреүе һөҙөмтәһендә билдәләнә.
       Үткән сезон Алексей Селиверстов өсөн ысынлап та бик данлы булды. Рәсәй экипажы составында икенсе йыл рәттән ул Донъя
       чемпионы исемен яуланы. Егерменсе ҡышҡы Олимпия уйындарында был квартеттың сығышын ысын мәғәнәһендә триумф тип атарға мөмкин. Улар яулаған көмөш миҙалды оҙаҡ көтөргә тура килде, сөнки Рәсәй командалары бобслей буйынса
       олимпия наградаларын 1998 йылдан бирле ала алғаны юҡ. Селиверстовтың көмөш миҙалы Туринда үткән Олимпиадала Башҡортостан "копилкаһындағы" берҙән - бер миҙал.
       - Бобслей командаһының был премияға тәҡдим ителеүе, һис һүҙһеҙ, беҙҙең Туриндағы сығышыбыҙ һөҙөмтәһе, - тине "БАШвестЪ" хәбәрсеһенә Алексей Селиверстов. - Шуға күрә еңеүгә ышанысыбыҙ ҙур. Хәйер беҙҙең "көндәштәр" ҙә көслө:
       ЦСКА футбол клубы үткән йылда УЕФА Кубогын яуланы, "КАМАЗ -
       Мастер" "Дакар" ралли уҙыштарын еңеү менән тамамланы. Әммә беҙ аҙағына тиклем көрәшәсәкбеҙ!
       Был премия тарихында тәүге тапҡыр ҡатнашҡан Башҡортостан
       номинантына уңыштар теләйек! Наградаларҙы тапшырыу тантанаһы 22 апрелдә, Мәскәүҙә, Рәсәй Армияһының үҙәк академия театрында үтәсәк.
       Ә хәҙер ҡалған номинациялар һәм дәғүәселәр тураһында:
       "Ирҙәр араһында иң яҡшы спортсы": Александр Зубков (бобслей, Донъя кубогы еңеүсеһе), Павел Колобков ( фехтовани е, донъя чемпионы), Альберт Демченко ( саңғы спорты, Донъя кубогы еңеүсеһе), Александр Михайлин ( дзюдо, донъя
       чемпионы).
       "Ҡатын - ҡыҙҙар араһында иң яҡшы спортсы": Елена Исинбаев а ( еңел атлетика, донъя чемпионкаһы), Ирина Слуцкая ( фигур алы шыуыу, донъя чемпионкаһы), Татьяна Лебедева ( еңел атлет ика, "Алтын лига", Гран - при).
       "Иң яҡшы ҡатын - ҡыҙҙар командаһы": гандбол буйынса йыйылма команда ( донъя чемпиондары), теннис буйынса йыйылма команда ( Федерация Кубогы еңеүселәре), художестволы гимнастика буйынса йыйылма команда ( донъя чемпиондары).
       "Иң яҡшы тренер": Валерий Газзаев ( футбол, ЦСКА командаһының баш тренеры), Шамил Тарпищев ( теннис, йыйылма команданың баш тренеры), Ирина Винер ( художестволы гимнастика, йыйылма команданың баш тренеры).
       "Йыл асышы": Игорь Акинфеев ( футбол, ЦСКА, УЕФА Кубогы
       еңеүсеһе) , Ольга Капранова ( художестволы гимнастика, донъ я чемпионкаһы), Евгений Малкин ( хоккей, Магнитогорск ҡалаһ ы
       "Металлург" командаһы, донъя буйынса йәштәр беренселегенең иң яҡшы форварды).
       "Еңеүгә ихтыяр көсө өсөн": Рәсәйҙең теннис буйынса йыйылм а командаһы ( Федерация Кубогында һуңғы матчта финал хужаларынан еңеүҙе тартып алды), футбол буйынса йәштәрҙең йыйылма командаһы (ҡатын - ҡыҙҙар) ( Европа беренселеге финалында пенальти буйынса Францияны еңде - 6 : 5), фигуралы
       шыуыусы Ирина Слуцкая ( ҡаты ауырыуын еңә алды һәм донъя чемпионатында еңеү яуланы).
       "FAIR PLAY": Юрий Семин ( футбол, Рәсәй йыйылма командаһы
       ауыр ваҡыт кисергәндә уға етәкселекте үҙ өҫтөнә алды), Паве л Колобков ( фехтование, 18 йәшенән СССР һәм Рәсәй йыйылма командаһында, планетаның иң титуллы рапирасыһы), Татьяна Лебедева ( еңел атлетика, Волгоградта үҫмерҙәр спортына финанс ярҙам күрһәтә).
       "Үҙ - үҙеңде еңеү": Тарас Крыжановский - умыртҡа һөйәге зарарланған спортсы, коляскала хәрәкәт итә, 10 километр арал а ( саңғы уҙышы) һәм 7, 5 километр арала ( биатлон) донъя чемпионы, йөҙөүсе Игорь Плотников - ике ҡулһыҙ спортсы, баттерфляй стиле буйынса 50 метрҙа Европа чемпионы, ирекле стиль буйынса көмөш призер), Александр Хаусов ( грек - рим көрәше, ишетеү һәләте зарарланған спортсы, егерменсе Сурдлимпия уйындары чемпионы).

Елена Евтеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал