6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Космонавтарға бүләк - йыр
12.04.06


       Бөгөн - космонавтика көнө, һәм йыһан киңлеген иңләүсе космонавтарҙың береһе Алексей Архипович Леоновтың 12 апрелдә "Тарихтан бер көн" рубрикаһы геройы булырға тулы хоҡуғы бар.
       Алексей Леонов - биографияһының "ғәҙәтилегенә" ҡарамаҫтан , космонавтар "ғаиләһендә" күренекле кеше. Ул 1934 йылдың 30 майында Кемерово өлкәһендә эшсе ғаиләһендә донъяға килә. Калининградта урта мәктәп, Чугуевск хәрби - һауа училищеһын тамамлай.
       Хәрби осоусы совет космонавтарының тәүге төркөмөндә була.
       1965 йылдың 18 мартында "Восход - 2" карабында Алексей Леонов космосҡа оса һәм бар донъяны таң ҡалдыра - космонавтика тарихында тәүгеләрҙән булып ул караптан асыҡ космосҡа сыға һәм планетабыҙ өҫтөндә 12 минут осоп йөрөй. Был минуттар космосты үҙләштереү тарихында мәңгелеккә уйылып ҡала. Алексей Архиповичтың ҡыйыулығына бөтә донъя, илебеҙ, Башҡортостан да һоҡлана.
       Ул осорҙа Өфөнөң 4 - се мәктәп - интернатының Юрий Гагар ин исемен йөрөткән дружина пионерҙары күп төрлө эштәр башҡар а. Улар төҙөгән интернациональ дуҫлыҡ клубы бөтә республикағ а билдәле була, клубта Советтар Союзы һәм Чехословакия араһындағы дуҫлыҡ тураһындағы материалдар ҙур урын биләй.
       Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Алексей Архипович Леонов ул ваҡытта Совет - Чехословакия дуҫлығы йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. "Союз - 6", "Союз - 7", "Союз - 8" караптары космосҡа осҡандан һуң, пионерҙар карап экипаждарына Леонов аша үҙҙәренең дружина йы рын ебәрә, ә Алексей Архиповичҡа үҙҙәренең һүрәттәрен бүләк итәләр һәм Чехословакия менән бәйләнештәре тураһында һ өйләйҙәр. Тиҙҙән уларға яуап килә:
       "Ҡәҙерле балалар!
       Иң тәүҙә "Союз - 6", "Союз - 7", "Союз - 8" космос карапт ары экипаждары исеменән һеҙгә космосты үҙләштереүҙәге яңы еңеүгә иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Ихлас күңелдән рәхмәт һеҙгә.
       Ҡыҙыҡлы эштәрегеҙ, Совет - Чехословакия дуҫлығы йәмғиәтендә
       әүҙем ҡатнашыуығыҙға шатмын. Дуҫтарса бәйләнеш булдырыу, ин тернациональ берҙәмлекте нығытыу - тыныслыҡ өсөн көрәштә иң мөһим бурыстарҙың береһе.
       Һүрәттәрегеҙҙе ҙур теләк менән ҡарап сыҡтым. Эштәрегеҙ би к һәйбәт, файҙалы эш менән шөғөлләнәһегеҙ, улар кешегә күңел ле минуттар бүләк итергә һәләтле. Афарин!
       "Юные гагаринцы Уфы" тигән йырығыҙҙы тыңланым, миңә оҡшаны.
       Һеҙҙең теләк буйынса дружина йырын космонавтарға тапшырам.
       Һеҙгә ҙур уңыштар һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем.
       Ҡайнар сәләм менән осоусы - космонавт А. Леонов".
       Алексей Леонов Гагарин исемендәге дружина йырын телгә алып үтә, уның һүҙҙәрен уҡыусы ҡыҙ Аня Еремина, көйөн - Рафи ҡ Сәлмәнов яҙған. Бына уның тексы:
       Мы интернат свой любим,
       Как любят дом родной.
       По счету он четвертый,
       Но самый дорогой,
       Веселые ребята,
       Мы все из интерната,
       Хотим быть всем в пример.
       Живем семьей мы дружной,
       Так всем ребятам нужно,
       Так должен жить советский пионер...
       Отчизну как Гагарин,
       Прославим мы трудом,
       И в сердце песню эту
       Сквозь годы пронесем".
       Алексей Леонов Өфөлә ҡунаҡта ла була, һәм күп кенә пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары М. В. Фрунзе исемендәге резина - техник изделиелар заводының Мәҙәниәт һарайында уның менән осрашыуҙа ҡатнаша.
       Өфө балаларының комонавтарға бүләк иткән йыры бөгөн дә йондоҙло ҡаласыҡ музейында һаҡлана.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал