6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Хәтерҙе иреккә сығарып
11.04.06


       Әсәйемдең әхирәттәре араһында Анна Прокофьевна һәр саҡ оҙон еңле кейем кейеүе менән айырылып торҙо, хатта йәйҙең тынсыу көндәрендә лә уны ҡыҫҡа еңле күлдәктә күргәнем булманы. Кейем аҫтында ул төҫө уңған күкһел дүртмөйөш - немец концлагеры тураһында хәтергә төшөрөүсе һандарҙы ҡаплаусы татуировкаһын йәшерә. Ғүмеренең ул осоро тураһында һөйләргә яратманы, әммә ҡайһы ваҡыт хәбәрендә быға ниндәйҙер ишара һиҙелә ине: "Нисек кенә булмаһын, мин үҙемә иҫән ҡалырға тейешмен, тип ҡабатланым һәм иҫән ҡалдым!"
       Үткән йыл Франкфурттан Мюнхенға барған юлда беҙҙең поезд Бавария ҡаласығының күркһеҙ генә бер платформаһында ике минутҡа туҡталып ҡалды. Башҡа пассажирҙарҙың йөҙөндә бер тойғо ла сағылмай, ә минең тыным ҡыҫылды - поезд нацистар Германияһының тәүге һәм төп концентрация лагерҙарының береһе - Дахау эргәһенән үтеп бара. Уның ғазаптарын үҙ иңенд ә кисергән сирек миллион әсирҙәрҙең 70 меңе үлтерелә.
       Бөгөн бөтә донъя буйынса фашист лагерҙары әсирҙәрен азат
       итеү көнө билдәләнә. 61 йыл элек союз ғәскәрҙәре Бухенвальд һәм Дора концлагерҙары тотҡондарын ҡотҡара. Лениндың тыуған көнөндә Заксенхаузендағы, апрелдең һуңғы ике көнөндә - Дахау
       һәм Равенсбрюк тотҡондары азат ителә. Бухенвальд концлагерының мемориаль комплексында йыл һайын һәләк булған һәм тере ҡалған әсирҙәрҙең туғандары, яҡындары яндырылған кешеләрҙең көлө һаҡланған ҡара мәрмәр һауыт эргәһенә килеп тын ҡала.
       Германия һәм уның оккупацияһындағы илдәр территорияһында
       14 меңдән ашыу концлагерь, гестапо төрмәләре һәм гетто эшләй. Ғүмере бер йылдан кәмерәк тәшкил иткән бер тотҡон нацистарға мең ярым рейхсмарка таҙа табыш алып килә. Был лагерь ҡапҡаларын "Һәр кемгә - үҙенеке", "Эш беҙҙе ирекле итәсәк", "Бында ингән һәр кем өмөтөңдө ҡалдыр" тигән яҙмалар
       "биҙәй". Икенсе донъя һуғышы йылдарында донъяның 24 иленән 18 миллион кеше үлем лагерҙары аша үтә, уларҙың биш миллионы - Советтар Союзы граждандары. Дөйөм алғанда, лагерҙарҙа 12 миллиондан ашыу кеше үлтерелә һәм һәләк була. Равенсбрюкта ғына күмәк кешене юҡ итеү камераларында һәм крематорийҙа ағыу һәм бактериялар ярҙамында йөҙ меңгә яҡын ә сирҙең ғүмере ҡыйыла. "Үлем фабрикаларының" иң ҙурыһы - Освенцим - Польшаның Краков ҡалаһы эргәһендә фашистар тарафынан 1941 йылда төҙөлә. Дүрт йыл эсендә фашистар бында дүрт миллионға яҡын кешене юҡ итә. Ҡыҙыл Армияның беренсе ук раин фронты һалдаттары Освенцимды азат иткәндә, ни бары 3 790 кеше генә тере ҡалған була, уларҙың 158 - е - совет граждандары.
       Был кешеләрҙең ҡырҡ йылдан ашыу аңлатып булмай торған ғәйеп тойғоһо менән йәшәүҙәре аяныс. Был турала Анна Прокофьеваның да әйткәне булды кеүек: " Үҙебеҙ хужа булмаған
       үткәнебеҙ өсөн оялырға өйрәттеләр". Концлагерь тамуғы аша үтеүселәрҙең береһе, яҡташыбыҙ, ветеран - нефтсе Филипп Бровко "РГ" хәбәрсеһенә түбәндәгеләрҙе һөйләй: "Беҙҙең ауылдан Освенцимға егерме кешене алып килделәр - икәүебеҙ генә тере ҡалдыҡ. Быны йәшәү тип атауы ҡыйын. Иртә барактарҙан мәйеттәрҙе алып сығыуҙан башлана. Йәкшәмбене ҡотобоҙ осоп көтәбеҙ. Был көндө фашистар медицина тикшереүе үткәрә: хәлһеҙҙәрҙе крематорийға оҙаталар. Башта бары тик
       ашау тураһында ғына уй. Бер йылдан беҙҙе тағы ла тауар поезына тейәп Бухенвальдҡа ебәрҙеләр. Американдар азат итте" . Статистика аяуһыҙ - фашистар әсирлеккә ҡыуып алып киткән һәр ун баланың береһе генә иҫән ҡала. Ә улар кисергән фажиғә тураһында иҫтәлек Рәсәй йәмғиәтендә ун биш - егерме йыл элек
       кенә реабилитация үтте. Әйткәндәй, был да бик ҙур ауырлыҡта р аша башҡарылды. Ватанға хыянат темаһына килгәндә зомбиға әүерелгән йәмғиәтебеҙ ҡамауҙа ҡалған территорияла йәшәүсе
       халыҡ алдына концентрация лагерына барырғамы - юҡмы тигән һайлау ҡуйылмағанын онотто, күрәһең. Балалар тураһында әйтеп
       тә тораһы түгел.
       Нацистарҙың яуызлығы тиңе булмаған ҡыйыулыҡтар өлгөһөн барлыҡҡа килтерә. Уларҙың береһе билдәле шағир Муса Йәлил. К онцлагерҙа ул фашистарға ҡаршы ойошма төҙөүгә ирешә һәм 44 - се йылдың авгусында язалап үлтерелә. Яҡташыбыҙ Вәли Бикташев Дахауҙа геройҙарса иҫән ҡалыуға ирешә, һуңынан ул
       "Беҙ үлемдән олораҡ" тигән китабын яҙа. "Иртәнге аш булмай
       торғайны, - тип һөйләй "БАШвестЪ" хәбәрсеһенә Вәли Бикташев . - Төшкө аш урынына бер сүмес шалҡан өйрәһе, унда бармаҡ
       башындай бер нисә картуф йөҙөп йөрөй. Кисен - "туҡлыҡлы аш" : 150 грамм эрзацикмәк һәм ҡайһы ваҡыт 30 грамм сыр йәки эрзацсыр". Ул ике тапҡыр лагерҙан ҡаса, әммә уңышһыҙ. Американдар Дахау концлагерын азат иткәндә, унда ни бары 30 мең әсир ҡалған була.
       Бөгөн концлагерҙарҙың элекке тотҡондары Рәсәйҙең һәр бер
       төбәгендә йәшәй, уларҙың һаны төрлө урында - төрлөсә - 300 кешенән 3000 кешегә тиклем. Фашист лагерҙарынан тере ҡайтҡан рәсәйлеләрҙән бөгөн Башҡортостанда 500 - гә яҡын элекке әсир иҫән, фашизмдың бәләкәй тотҡондарының һаны ла шу л тирәһе.
       2000 йылдың август айында Германияла "Хәтер, яуаплылыҡ һә м киләсәк" Фонды эшләй башланы. Ул "Өсөнсө рейхтың" элекке әсир эшселәренә компенсация түләргә тейеш. СССР территорияһында компенсациялар түләү өсөн Рәсәй, Белоруссия һәм Украинаға ярты миллиард евро тапшырылды. 200 меңгә яҡын рәсәйле Германия фондынан аҡсаны беренсе этапта алды. Үткән февраль айында Рәсәйҙең 77 төбәгендә 8,3 милилон евро күләмендә сираттағы транш түләүҙәре башланды. Был аҡса
       нацизм ҡорбандары булған 10 меңдән ашыу рәсәйлегә тапшырыла. Бөгөн улар, сабый көйө генә фашизм ҡорбандарына ә йләнгәндәрҙе лә иҫәпкә алып, Германия хөкүмәтенең уларға
       матди компенсация түләү теләген аңлап ҡабул итә, әммә элекке әсирҙәрҙән "Германияға ҡарата бер ниндәй ҙә
       дәғүә белдермәүҙәре" тураһында расписка һорауҙары бер ҙә
       аңлашылмай.
       Быйылғы йылдың сентябрь айында немец яғынан ҡаралған түләүҙәр тамамланасаҡ. Австрия хөкүмәтенең нацизм ҡорбандарына матди ярҙам түләүҙәре кеүек үк. Башҡортостанда Австрия хөкүмәтенән компенсация алыуға 503 кеше ғариза биргән, уларҙың 197 - һе Өфөлә йәшәй.
       Рәсәй ҡануниәтендә фашизмдың элекке тотҡондарына льготалар ҡаралған. Рәсәй Федерацияһының 122 - се законына ярашлы, фашист концлагерҙарының балиғ булмаған тотҡондары, и нвалидлыҡ алған хәлдә, һуғыш инвалидтарына тиңләнә һәм 2005 йылдың 1 авгусынан алып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар кеүек үк, ай һайын 1643 һум күләмендә, инвалид
       булмағандар - 1050 һәм 1113 һум түләү ала. Бына тыш, улар
       социаль хеҙмәтләндереү күрһәтеү формаһында дәүләттең социаль яҡлауына хоҡуҡлы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал