6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Черниковкаға кем нигеҙ һалған
11.04.06


       Өфө территорияһы илленән ашыу ауыл, ҡасаба һәм утарҙы үҙ эсенә ала. Черниковка ауылын да ошондай уҡ яҙмыш көтә. Башта
       ул 1944 йылдың 5 декабрь көнө барлыҡҡа килгән Черниковск
       ҡалаһына инә, һуңынан, 1956 йылдың 24 июнендә, Өфөнөң Черниковск менән ҡушылыуына бәйле, был ҡаланың исеме рәсми р әүештә юҡҡа сыға. Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә Черниковка урамы һәм ошо исемде йөрөтөүсе тимер юл станцияһы ғына
       тороп ҡала. Әммә күп кенә өфөлөләр ҡаланың төньяҡ өлөшөн элеккесә Черниковка тип йөрөтөүен дауам итә. Уның ҡайҙа урынлашыуын барыһы ла белә, ә бына исеме ҡайҙан килеп сығыуы күптәр өсөн йомаҡтыр, моғайын.
       Мәскәү архивында Черниковка ауылының барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләүсе документтар һаҡланған. Уға 380 йыл элек Өфөлә йәшәүсе Иван Черников нигеҙ һала. "Йәшәүсе" (жилец) тип ул осорҙа Мәскәү һәм өйәҙ чиндары араһында торған феодал
       - ер биләүселәрҙе әйтәләр. Улар Мәскәүҙә батша һарайын һаҡлау һәм төрлө кисектергеһеҙ бурыстарҙы үтәү буйынса хеҙмәт итә. Походтар ваҡытында "жилецтар" батша полкына индерелә.
       Тимәк, Иван Черников Өфөгә баш ҡаланың иң түбәнге чиндары
       иҫәбендә килә. Беренсе тапҡыр уға Өфө воеводаһы Н. В. Годунов ҡарамағында ер бүлеп бирелә ( сама менән 1607 йылда). Әммә был турала яҙылған кенәгә юғалып ҡала. Ул саҡта Иван Черников дозорный булып хеҙмәт итә, йәғни ҡала халҡына ер участкаларын бүлеп биреү, һалым оклады күләмен һәм халыҡтың түләү һәләтен тикшереү менән шөғөлләнә. 1615 йылда ул батшаға элекке ерен кире ҡайтарыу һәм быны яңы кенәгәлә раҫлауын һорап мөрәжәғәт итә. Уның үтенесе ҡәнәғәтләндерелә.
       Черников биләмәләренең ыҙандары ентекле һүрәтләнә. 1620 йылда Иван Черников үҙенә тағы ла 500 чет ( чет - 5, 5 гекта р)
       ер майҙаны юллап ала. Ауыл, ҡала, тимер юл станцияһы, урам да уның исеме менән аталып йөрөтөлә башлай.
       Архив документтарын Мәскәүҙә йәшәүсе Наталья Демидова табыуын, ә ундағы Иван Черников тураһындағы яҙмаларҙы уҡырға Өфө тарихсыһы Әбүбәкер Усмановтың ярҙам итеүен генә ө ҫтәргә ҡала.
       Черниковка урамы Калинин районы территорияһы буйлап үтә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал