6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Өфөнән "Боингтамы" Рәхим итегеҙ!
11.04.06


       Американың "Боингтары" Рәсәй авиапассажирҙары өсөн
       экзотика булыуҙан туҡтаны. Илебеҙ авиакомпаниялары үҙ
       парктарын сит илдә етештерелгән самолеттар менән
       тулыландырыуын дауам итә. Бының сәбәбе ябай - самолеттар
       етешмәй, ә пассажирҙар һаны арта бара. Күптән түгел барлыҡҡ а килгән "Башҡортостан" авиакомпанияһы ҡарамағына күскән "Боинг - 757 - 200" самолеты кисә үҙенең Мәскәүгә тәүге рейс ын башҡарҙы. Уның ҡайһы компанияға ҡарауы тураһында төҫтәр гаммаһынан белергә мөмкин: самолетты биҙәүҙә зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәр - Башҡортостандың дәүләт флагы төҫтәре - файҙаланылған. Бортына "Эйр - Башҡортостан" тип яҙылған авиалайнер яңы төҫтәр менән балҡый һәм тиҙерәк салонға үтеү теләген тыуҙыра, быға тиклем барыһы ла "Боингта" осоп ҡарамаған бит. Хәйер, беҙҙең "Ту - 154" самолеттары ла насар түгел. Яңы бортты командир Олег Шакиев етәкселегендәге экипаж хеҙмәтләндерәсәк.
       Боинг юлға сығыр алдынан "Өфө" Халыҡ - ара аэропортында ҙур булмаған тантана сараһы үтте, унда республика Президенты
       Мортаза Рәхимов ҡатнашты. Делегация сит ил самолетының эсенә лә инеп ҡараны. Салонда 220 кәнәфи урынлашҡан. Эконом - класс менән бер рәттән бизнес - класс та бар, дөрөҫ ,
       улар "Ту - 154" самолетындағы кеүек бүленмәгән. Шуға күрә бындағы тәүге тәьҫорат - иркенлек тойғоһо. Әммә тәжрибәле осоусылар әйтеүенсә, "салон киңлеге дөйөм ҡабул ителгән стандарттарға яуап бирә". Уның ҡарауы "Боингтың" кабинаһы ни
       бары ике кешелек - командир һәм осоусы өсөн урындар. Беҙҙең самолеттарға иһә инструкция буйынса дүрт кеше идара итә.
       757 - се моделдең уңайлылыҡ дәрәжәһе беҙҙекенән юғарыраҡ булыуын билдәләргә кәрәк. Иң мөһиме - осоу ваҡытында уның тауыш кимәле түбән, яғыулыҡты ла самолет аҙыраҡ "ашай". Йәғни уны файҙаланыу арзанғараҡ төшәсәк. Ҡалғаны иһә экипаждың оҫталығынан тора.
       "Боинг" салонында фотоға төшөп туйғандан һуң, журналистар беренсе терминалдың VIP - залына үтте һәм "Башҡортостан" авиакомпанияһының үҫеше өсөн яуаплы шәхес, "ВИМ - Авиа" компанияһының вице - президенты Сергей Белоусовҡа һорауҙар бирҙе. Уның әйтеүенсә, төп компания тарафынан ярайһы уҡ уңайлы шарттарҙа "Боингтарҙың" тотош бер партияһы һатып алынған. Тейешле техник хеҙмәтләндереү менән тәьмин иткәндә,
       улар бер нисә тиҫтә йыл хеҙмәт итергә һәләтле. Самолеттар
       Мәскәүҙәге махсус үҙәктәрҙә ремонтланасаҡ, айырыуса ҡатмарлы осраҡтарҙа уларҙы Мюнхенға оҙатыу ҡарала.
       Сергей Белоусовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, файҙаланыу
       үҙенсәлектәре буйынса "Боингтар" башҡа машиналар, әйтәйек, "Аэрбастар" алдында байтаҡҡа өҫтөнөрәк тора. "Американдарҙы"
       Рәсәйҙең һәр бер аэропорты тип әйтерлек ҡабул итә ала. "Боингтар" алыҫ юлға осоуҙа уңайлы. Быйылғы йыл аҙағына тиклем "Башҡортостан" аэропорты өсөн тағы ике Боинг" һатып
       алыу планлаштырыла, перспективала уның 11 һауа судноһы буласаҡ. Осоусылар составының "Боингта" осоу өсөн сертификация үтеүе әлегә "ВИМ - Авиа" компанияһы иҫәбенә тәьмин ителә.
       Шул уҡ көндө Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов "Өфө" Халыҡ - ара аэропортын реконструкциялау барышы менән д ә танышты. Билдәле булыуынса, был объекттағы байтаҡ эштәр Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләү айҡанлы башҡарыласаҡ төп саралар исемлегенә индерелде. Аэропорт директоры Анатолий Привалов ә йтеүенсә, комплексты реконструкциялау йылдам бара,
       үткәрелгән эштәр авиарейстарҙың һаны һәм сифатына бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай. Ресконструкция үткәндән һуң Өфө
       аэропорты иң заманса талаптарға яуап бирәсәк. Унда пассажирҙар һәм аэропорт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен уңайлы тойһон өсөн барыһы ла эшләнә.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал