6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Был аҡсаларға власты ла ҡушҡанда...
05.12.03


       Был һандарҙы уҡыуы еңел эш түгел. Әгәр белемең гумани тар икән, айырыуса. Шулай булһа ла уҡырға тырышабыҙ инде, сө нки күп һан артынан килгән нолдәр Башҡортостан Президенты ва зифаһына дәғүә итеүсе, билдәле банкир Сергей Веремеенконың килеме тураһында мәғлүмәт бит. Ә һайлаусылар кандидаттың кил ем - мөлкәте күпме икәнлеген белергә хоҡуҡлы.
       Веремеенконың үткән йылда алған килеме 1 миллион 129 мең 213 һум тәшкил иткән. Сығанағы - "Международный промышленный
       банк" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте. Үҙе әйтмешләй, халыҡ өсөн янып йөрөгән кеше өсөн насар түгел инде... Торлаҡ төҙөү өсө н Мәскәүҙең төрлө райондарында 21 майҙаны бар. Бынан тыш Мәс әкү эргәһендә һәм ҡояшлы Сочиҙа ике торлаҡ йорто, Мәскәүҙә д үрт, Башҡортостанда - ике фатиры бар. Быға тағы һигеҙ машина
       һәм дүрт гаражды өҫтәр кәрәк.
       Әйтелгән хужалыҡты тәртиптә тотор өсөн эш хаҡы ғына ( хатт а ул миллионлап иҫәпләнһә лә) етмәй, әлбиттә. Шуға күрә банк ир әфәнденең 1 миллиард 813 миллион 734 мең һумлыҡ ҡиммәтле ҡағыҙҙары булыуы ла ғәжәпләндермәй.
       Әйтергә кәрәк, Веремеенко әфәнденең барлыҡ күсемһеҙ милег е ҡатыны менән уртаҡ. Был әгәр конфискация кеүек берәй нәмә була ҡалһа тип эшләнгәндер инде, моғайын... Милектең яртыһы булһа ла янға ҡалыр, йәнәһе. Хәйер, тап ошо миллиондарҙы һаҡ лап алып ҡалыр өсөн уның республика Президенты вазифаһына ын тылғанлығы ла бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмай.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал