6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Ҡайҙа хеҙмәт итеү яҡшыраҡ
11.04.06


       Әрмегә саҡырылыусылар араһында альтернатив хеҙмәт популярлыҡ менән файҙалана тип әйтеүе ҡыйын. Хәрби хеҙмәтте "гражданкала" эш менән алмаштырыу мөмкинселеге Рәсәйҙә 2004 йылда барлыҡҡа килде. Был хоҡуҡ менән инаныуҙары йәки д ине буйынса ҡулына ҡорал алыуҙан тыйылғандар, йәки аҙ һанлы
       ерле халыҡҡа ҡараған һәм традицион хужалыҡ менән шөғөлләнеүсе граждандар файҙалана ала. Альтернатив хеҙмәткә ҡаршы сығыусылар күп булды, улар был хеҙмәтте армиянан ҡасып ҡалыуҙың бер төрө тип ҡарай. Йәнәһе армия тормошоноң а уырлыҡтарын ғәҙәти эш менән алмаштырыу мөмкинселеге менән ялған пацифистар һәм башҡалар файҙаланыуҙан баш тартмаясаҡ. Әммә Ватан алдындағы бурысын "ысынлап" үтәргә
       теләмәгәндәр өсөн "альтернативканың" ҡаты язаға әйләнәсәген
       күҙаллауҙар ҙа етерлек булды. Һәм практика һуңғыларының
       хаҡлы булыуын күрһәтә.
       - Беҙҙә альтернатив хеҙмәт ситкә ҡағыла, - тип таныны журналистар менән осрашыу ваҡытында Башҡортостандың хәрби ко миссары Тимофей Азаров. - Уның менән шөғөлләнмәгәндән түгел, әлбиттә: теләүселәр бик аҙ. Тотош Рәсәй буйынса 300 - ҙән ашыу "альтернативсыларҙың" яртыһы йә ҡасып йөрөй, йә иһә реаль армияға күскән. 18 йәшлек егеттәр дауаханаларҙа йыйыштырыусы булып эшләргә теләмәй!
       "Альтернативсы" Хеҙмәт кодексы буйынса яҡлау табыуына ҡарамаҫтан, уның хоҡуҡтары сикле: мәҫәлән, ул үҙ теләге менә н эштән китә алмай, етәксе вазифаһында һәм башҡа урында өҫтәмә аҡса эшләргә тейеш түгел. Айырыуса уның мәктәптә алғандан тыш белеме юҡ икән, был егеткә йөк тейәүсе, санитар кеүек һөнәр генә тәҡдим итергә мөмкин. Һәм тағы килеп ул йәшәгән урынынан алыҫта (экстерриториаль билдә буйынса тәғәйенләнә), бик аҙ эш хаҡына ( квалификация талап итмәгән
       эштә тағы ла күпме алырға теләр инегеҙ) һәм иң мөһиме - армияға ҡарағанда оҙағыраҡ - өс ярым йыл ( юғары белемлеләрг ә башҡасараҡ) хеҙмәт итергә мәжбүр. Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда альтернатив хеҙмәт үтергә теләүселәр юҡ иҫәбендә:
       - Берәйһе альтернатив хеҙмәт үтергә теләүе тураһында ғари за яҙған хәлдә лә һөҙөмтәлә унан баш тарта, - ти Тимофей Азаров .
       Альтернатив хеҙмәт үтеү ниәте тураһында йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа алдан уҡ хәбәр итергә кәрәк. Яҙғ ы саҡырылыуға эләгер өсөн ғаризаны беренсе октябрға тиклем, көҙөн саҡырылырға теләүселәр - беренсе апрелгә тиклем яҙырға
       тейеш. Ғаризала йәш кешенең ни өсөн хәрби хеҙмәттән баш тартыуы һәм был сәбәптәрҙе раҫлай алыусы кешеләр исемлеге, д ини йәки йәмәғәт ойошмаһынан документтар күрһәтелеүе мотлаҡ. Шулай уҡ ғаризаға автобиография, белем кимәле һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында белешмә өҫтәлә.
       - Әйткәндәй, беҙҙең республикала дини сәбәптәр буйынса "альтернативсылар" юҡ, - тип билдәләне Тимофей Азаров, - был яҡшымы, насармы, белмәйем, әммә шулай.
       БР военкомы "альтернативсыларҙың" тәгәрмәсенә таяҡ тығырға теләүселәр юҡ, тип белдерҙе:
       - Килһендәр - беҙ уларҙы урынлаштырырбыҙ: арзан ҡул көсөн
       файҙаланырға теләүселәр етерлек.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал