6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Көндәр йылый, һыу таша
11.04.06


       Өфөлә Республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы сираттағы у лтырышын үткәрҙе. Һәм тағы ла иғтибар үҙәгендә - алда көткән
       "ҙур һыуға" әҙерлек темаһы. Хәҙер инде ташҡын тураһында бөгөнгө ваҡытта һөйләргә мөмкин - йылғалар кимәле аҡрынлап булһа ла артыуын дауам итә.
       Яҙ идара итеү хоҡуғын ышаныслы рәүештә үҙ ҡулына ала - Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә - яҡ мөхит мониторингы буйынса территориаль идаралығы күҙаллауҙары буйынса, был аҙна уртаһына көн тағы ла йылына төшәсәк: термометр бағанаһы көндөҙ 12 градусҡа, республиканың ҡайһы бер райондарында 16 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Йәғни ҡар һәм боҙ иреүен дауам итә, тимәк айырым биләмәләрҙең һыу аҫтында ҡалыу ваҡыты ла етә.
       Әммә беҙ үҙ уҡыусыларыбыҙға "ҙур һыуҙың" артыҡ ҙур булмаясағы тураһында әйткәйнек инде - быйыл йылғалар уртаса билдәгә тиклем дә күтәрелмәйәсәк. Ҡарҙағы һыу запасы күп түгел. Бөгөнгө гидрометеорологик хәл дә күҙаллауҙарға етди төҙәтмәләр индереүҙең кәрәге юҡлығы тураһында һөйләй.
       Әммә потенциаль хәүефлекте баһалап еткермәҫкә ярамағанлығы ташҡынға ҡаршы комиссияға бик яҡшы мәғлүм. Шуға күрә ташҡынға әҙерлек ҡыҙыу бара - кәрәкле матеиалдар әҙерләнә, һыу баҫыу осрағы ихтимал булған ҡала һәм район хакимиәттәре алдан иҫкәртелә. Ә республиканың экологик хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы ведомстволар даими рәүештә тикшереүҙәр үткәрә.
       Әйткәндәй, уларға эш етерлек, сөнки ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эс әр һыу торошона негатив йоғонто яһау мөмкинселегенә эйә бул ған объекттарҙы тикшерергә кәрәк. Автозаправка станциялары, яғыулыҡ - майлау материалдары, минераль ашлама һәм ағыулы химикаттар һаҡланған складтар, таҙартыу ҡоролмалары, һарҡынды йыйыусы, тиҙәк һаҡланыусы урындарға айырыуса иғтибар бирелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хужалыҡтарҙың барыһы ла комиссияның үтенес һәм талаптарына тейешле иғтибар бирә, тип
       әйтеүе ҡыйын. Тимәк берҙән - бер һөҙөмтәле сара - штраф санкциялары файҙаланыу ҡала. 2006 йылдың 5 апреленә БР Тәбиғәт ресурстары министрлығының территориаль подразделениелары 142 тикшереү үткәргән. Тикшереүҙәр 190 закон боҙоу осрағы асыҡлаған, 68 штраф һалынған. Дөйөм алғанда, административ түләтеүҙәр 342, 5 мең һум тәшкил итә. 14 тикшереү буйынса материалдар суд һәм прокуратура органдарына тапшырылған.
       Быйылғы ташҡын үҙенең күләме буйынса ғәҙәттән тыш булмаясаҡ тиһәк тә, яҙғы һыуҙар дүрт ҡала, 75 ҡасаба һәм 205 ауылда йәшәүселәргә бер аҙ ҡамасау һаласаҡ.
       Кеше уйлап тапҡан гидротехник ҡоролмалар һыу стихияһының x`x{s{m баҫырға, уның емергес көсөн кәметергә мөмкинселек би рә. Йомағужа һыу һаҡлағысының зыяны һәм файҙаһы тураһында күп төрлө бәхәстәр ҡуҙғатылды. Әммә уның ташҡын кимәлен кәметеүен кире ҡағып булмай. Үткән йылда Йомағужа һәм Нөгөш һыу һаҡлағыстарының режимын көйләү иҫәбенә тәүге т апҡыр Ағиҙел йылғаһының иң юғары кимәлен ярты метр тирәһенә "ҡырҡыу" мөмкинселеге булдырылды. Ә Павловка һыу һаҡлағысы Ағиҙел йылғаһының баш ҡала эргәһендәге кимәлен 70 сантиметрға кәметергә мөкинселек бирҙе.
       Һәм быйыл да ташҡындың иң хәүефле осоронда республикалағы гидротехник ҡоролмалар ярҙамында һыу кимәле к әметеләсәк.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал