6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Акция тыныс үтте
10.04.06


       Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ реформаһы һәм конкрет Торлаҡ
       кодексына ҡаршы протест акцияһы Өфөлә тыныс үтте, унда ҡатнашыусылар һаны ла артыҡ күп булманы. Геннадий Зюганов яҡлылар Мәскәүҙең үҙендә Парижды ҡабатлай алмағас, Өфө тураһында әйтеп торорға ла түгел инде. Хәйер, ойоштороусылар
       митингының төп һөҙөмтәһе тип беренсе сиратта "күпселектең ҡәнәғәтлек тойғоһо алыуын" күрә.
       Торлаҡ реформаһына ҡаршы акциялар үткән ҙур ҡалалар араһында ла Өфө сағыу өлгө була алманы. Теүәл бер ай элек Ленин майҙанында үткән митинг менән сағыштырғанда, был юлы ҡатнашыусыларҙың һаны ике тапҡыр кәмерәк булды - ике - өс йөҙ кеше тирәһелер. Милиция халыҡтан бер аҙ алыҫтараҡ урынлашты, улар дискуссияға бирелмәй, һирәк - һаяҡ булһа ла йылмайып та ҡуйыусылары бар.
       Билдәле рекламаны бер аҙ үҙгәртеп, "халыҡ аҙыраҡ булған һайын - ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо ла аҙыраҡ" тип әйтергә мөмкин. Протесттың мартта үткәрелгән акцияһынан мираҫ булып ҡалған транспарант һәм лозунгыларҙы йәйергә ашығыусылар ҙа булманы - көслө ҡулдар етешмәгәне һиҙелә ине. Листовка һәм гәзиттәр ҙә байтаҡҡа аҙыраҡ.
       Митингыны ойоштороусы булып Башҡорт рескомы, КПРФ - тың Ө фө ҡала комитеты, Өфө эшселәре советы, РКРП рескомы һәм "Тру довая Россия" йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһаны.
       Митинг оҙаҡ ҡына башланмай торҙо, генераторҙы эшләтеп ебәреү проблемалар тыуҙырҙы. Һәм яҙғы урамдағы шау - шыуҙы е ңеп ҡысҡырыу өсөн дә көс кәрәк ине, әлбиттә. Октябрь проспекты буйлап был ваҡытта социаль транспорт - троллейбустар һәм муниципаль автобустар йөрөмәне, тип әйтергә була. Һәм ойоштороусылар бының сәбәбен властан күрҙе : йәнәһе, льгота менән файҙаланыусылар митинг үткән урынға барып етә алмаһын өсөн шулай эшләнгән.
       Ниһайәт, килеп етә алғандар йыйылды һәм митинг башланды. Март айында үткән акциянан айырмалы рәүештә, был юлы берләшкән оппозиция лидерҙары ла, партия бүлексәләре лидерҙары ла, республика парламенты депутаттары ла сығыш яһаманы. Шуға күрә сара тыныс үтте. Һәр ваҡыттағыса, йәмәғәт экологтары һәм урта ҡул шағирҙар пәйҙә булды. Бөгөнгө сәйәси
       режимды асыуһыҙ ғына тип әйтерлек, инерция буйынса әрләнеләр.
       Ниһайәт, башта сығыш яһарға ынтылып та, митинг уртаһына яҡыныраҡ ҡайҙалыр юғалған Пенсионерҙар партияһы вәкиле
       барлыҡҡа килде. Әммә алған һүҙен уға шунда уҡ кире ҡайтарырға туар килде: быға тиклем тыныс ҡына геүләгән халыҡ төркөмө ҡапыл сығырынан сыҡты, нәфрәт һәм ғәйепләү тауыштары ишетелде. Сығыш яһаусыны тиҙ генә артҡа йәшерҙеләр, уның коллаборационизмда һәм килешеүсәнлектә ғәйепләү һүҙҙәре халыҡ күңеленә ятманы. "Пенсионерҙарҙың" алдағы аҙнала планлаштырылған пикеты темаһы - урам фәхишәлегенә ҡаршы көрәш - аптырау тыуҙыра, әлбиттә. "Нимә, пенсия менән барыһы ла һәйбәтме, проблемаларҙы хәл итеп тә бөттөкмө!!" - тип ҡысҡырышты митингыға килеүселәр.
       Бер кемдә лә резолюция тексы булмау сәбәпле ( бер бөртөк аңлайышлы листовка КПРФ - тың Орджоникидзе райкомы
       тарафынан әҙерләнгән ине), ораторҙы йүнләп тыңлаусы булманы . Әммә йыйылыусылар унда "митинг барған ваҡытта транспортты туҡтатыуҙы ғәйепләүсе" пункт индереүҙе хуплауҙарын белдерҙе.
       Дөйөм алғанда, ойоштороусыларҙың фекере буйынса, ЛДПР - ҙың "Берҙәм Рәсәй" менән берлектә ҡабул иткән яңы Торлаҡ кодексы "илдең торлаҡ фонды өсөн яуаплылыҡты буржуаз дәүләт яурынына алып уны халҡы иңенә һалыуға йүнәлтелгән". Тағы ла барлыҡ саралар менән пенсияны ( минималь - биш меңгә , максималь - туғыҙ меңгә тиклем) һәм дәүләт секторында эш хаҡын ике - өс тапҡыр арттырыуға ирешергә кәрәк.
       Был юлы коммунистарҙан либераль демократтарға ярайһы уҡ
       эләгеүен әйтергә кәрәк. Һәм, минеңсә, парламентта Торлаҡ кодексы өсөн тауыш биреү фактынан бигерәк, "Берҙәм Рәсәй" менән берләшеү өсөн булһа кәрәк. Был коммунистар күҙлегенән
       ҡарағанда, хыянатҡа тиң. Ҡыҫҡаһы, Торлаҡ кодексын - ғәмәлгә ашырмауҙы, ә 1 июнгә тиклем торлаҡ - коммуналь тарифтарға комплекслы аудит үткәреүҙе, һәм уларҙың нигеҙһеҙ икәнлеге иҫбатланһа, уларҙы элекке кимәлгә ҡайтарыуҙы талап итте митингыла ҡатнашыусылар. Киләһе йыйылышты коммунистар 22 ап релгә тәғәйенләне - улар Ильичтың һәйкәленә сәскәләр һалырға планлаштыра. Протест белдереүҙәрҙең артабанғы сығышы 1 майға тура киләсәк.
       Беҙҙең илдә яҙ миҙгеле, йола булараҡ, протест әүҙемлеге
       артыуы менән билдәләнә. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге рәсәйлеләрҙән ниндәй маҡсат менән урамға сығырға әҙер булыуҙары менән ҡыҙыҡһынды. Халыҡтың яртыһы тип әйтерлек ( 48 процент) йәшәйеш кимәле түбәнәйеүенә ҡаршы һәм үҙ хоҡуҡтарын яҡлап күмәк протест белдереүен көтә . Өстән бер өлөшө иһә бындай акцияларҙа ҡатнашырға әҙер булыуын белдерә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал