6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Ул "Гитлер бункерын" баҫып алыуҙа ҡатнаша
10.04.06


       Баймаҡтар үҙҙәренең яҡташы, полк командиры, отставкалағы
       полковник, Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы көндәрендә рейхканцелярияны һәм "Гитлерҙың бункерын" баҫып алыуҙа ҡатнашҡан Исхаҡ Иҙрис улы Ғүмәров менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана.
       Исхаҡ Ғүмәров 1912 йылдың 10 апрелендә Баймаҡ районында д онъяға килә.
       Уның тыуған ауылы 15 - се башҡорт полкы рядовойы, Парижд ы баҫып алыуҙа ҡатнашыусы Рәжәп Ейәнбирҙиндың да тыуған төйәге.
       16 апрель көнө, Мәскәү ваҡыты буйынса 6 сәғәт 20 минутта Берлин операцияһы башлана. Ғүмәров етәкселеге аҫтындағы полк та фашист Германияһының баш ҡалаһын баҫып алыуҙа ҡатнаша. 19 апрель көнө кис 1050 - се атышсылар полкы хөкүмә т биналары алдындағы майҙанға сыға.
       1 майға ҡараған төндә гестапо бинаһында ҡуйылған репродуктор телгә килә:
       - Иғтибар! Иғтибар! Ут атыуҙы туҡтатыуығыҙҙы һорайбыҙ! Берлин ваҡыты буйынса 24 сәғәткә парламентерҙар ебәрәбеҙ... Таныу билдәһе - аҡ флаг. Иғтибар! Генерал Кребс совет командованиеһы менән һөйләшеүгә йүнәлтелә!
       Был районда урынлашҡан частар һәм подразделениелар, шул иҫәптән 1050 - се атышсылар полкы ла ут яуҙырыуын туҡтатып тора.
       Генерал Кребстың 1 - се Белорус фронты командованиеһы менән һөйләшеүе оҙаҡҡа һуҙыла. Шуға күрә полк командиры Ғүмәрво барлыҡҡа килгән тынлыҡты империя канцелярияһын штурмлауға ентеклерәк әҙерләнеү өсөн файҙалана.
       Уңышһыҙ һөйләшеүҙәрҙән һуң һуғыш дауам итә. Төп объект - империя канцелярияһы һәм Гитлер бункеры өсөн көрәш ваҡыты етә. Беренсе булып канцелярия баҡсаһына 1050 - се атышсылар полкы сыға. Империя канцелярияһы баҡсаһына капитандар Давыдов һәм Шаповаловтарҙың батальондары ла баҫып инә. Гитлеровсылар уларҙы ҡоторонҡо ут яуҙырып ҡаршы ала. Фашистарҙың бер төркөмө беҙҙең һалдаттарға контрһөжүм яһарға ла батырсылыҡ итә. Бер аҙ тотҡарлыҡ барлыҡҡа килә. Шу л ваҡытта һөжүм итеүселәр араһында полковник Ғүмәровтың еңел
       һөйәкле, хәрәкәтсән фигураһы пәйҙә була. Уның киеп ҡушылыуы
       һалдаттарға, сержанттарға һәм офицерҙарға яңы көс өҫтәй. Уҫмаҡлашыуға күсеп, улар гитлеровсыларҙың тәүге сафтарын тар
       - мар итеүгә өлгәшә. Әммә һәләк булған дошмандарға алмашҡа яңылары өҫтәлеп тора.
       Тиҙҙән шаповаловсылар империя канцелярияһының стеналары э ргәһенә килеп етә. Тәҙрәләргә гранаталар оса. Һәм һалдаттар бина эсенә ташлана. Бина эсендә йәшеренгән эсесовсылар менән ҡул һуғышы ҡыҙа. Тиҙҙән беҙҙең һалдаттарға ярҙамға старшина Цибулевский етәкселегендәге разведка взводы килә.
       Һуғыш ҡыҙған мәлдәрҙең береһендә капитан Шаповалов беҙҙең һөжүм итеүселәр өҫтөнә туҡтауһыҙ пулемет уты
       яуҙырыусы бер ут нөктәһенә иғтибар итә. Һәм лейтенант Важдаевҡа үҙ пулеметының утын ошо дот амбразураһына йүнәлтергә бойороҡ бирә. Шул саҡ Исхаҡ Иҙрис улы һалдаттарға
       ярҙамға килә. Ул стеналағы тишек аша яңы ғына баҡсаға һөйрә п индерелгән "сорокопятка" эргәһендә тороусы сержант Тимошенконы күреп ҡала һәм уға тура наводка менән амбразураға тоҫҡап атырға ҡуша. Артиллеристар шунда уҡ сәпкә
       тура тейҙерә. Һуңынан асыҡланыуынса, ошо ут нөктәһе аҫтында Адольф Гитлерҙың бункеры урынлашҡан булған.
       Ул арала өлкән лейтенант Косенко һәм лейтенант Алимов майор Анна Никулина менән бергә империя канцелярияһының түбәһенә үрмәләй һәм унда ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай.
       Канцелярияға инеп барыусы полковник Ғүмәровты радист туҡтата:
       - Иптәш комполка, һеҙҙе командарм һорай!
       Исхаҡ Иҙрис улы генерал - полковник Берзариндың таныш тау ышын ишетә:
       - Иптәш Ғүмәров! Империя канцелярияһын баҫып алыуығыҙ
       менән ҡотлайым. 1050 - се атышсылар полкының шәхси составына ла минең рәхмәтемде еткереүегеҙҙе һорайым.
       - Советтар Союзына хеҙмәт итәм! Һәм барлыҡ һалдаттар,
       сержанттар һәм офицерҙар исеменән рәхмәт...
       ... Исхаҡ Иҙрис улы 1993 йылдың 9 майында, бөтә ил Еңеү
       көнөн билдәләгәндә вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал