6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Проблеманы хәл итеүгә табан беҙ аҙым
10.04.06


       Ошо көндәрҙә Бөтә донья сәләмәтлек көнө - Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан йыл да үткәрелгән сара - билдәләнде. Быйыл ул көнүҙәккә әйләнгән проблемаларҙың
       береһе - кадрҙар кризисына арналды. Был көндә бөтә планетал а проблеманы хәл итеү юлдарына иғтибар бирергә саҡырыусы саралар ойошторола.
       Әйтелгән дата алдынан "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында РФ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ой ошмаһы рәйесе Павел Зырянов, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш белгесе Фәрит Хисамов һәм БДМУ - ның тәрбиә һәм социаль эш буйынса проректоры Владимир Юлдашев ҡа тнашлығында матбуғат конференцияһы үтте.
       - Бөтә донъя буйынса һаулыҡ һаҡлау кадрҙары кризис кисерә , унан бер кем дә һаҡлана алмай. Медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәй. Был тиҫтәләгән йылдар дауамында уларҙы уҡытыу, әҙерләү, эш хаҡы түләү, эш шарттары һәм идаралыҡ өсөн
       етерлек инвестиция бүленмәүе арҡаһында барлыҡҡа килә, - ти
       Павел Зырянов. - Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, медицина вуздарын тамамлаусыларҙың 60 проценты ғына алған һөнәре буйынса эшләй! Һәм иң аяныслыһы шунда, мин уларҙы аңлайым: яңы эш башлаусы врачтың оклады 2,5 мең һум тирәһе тәшкил итә - бер
       ҙә иҫ китерлек тәҡдим түгел. Ә бит беҙҙә медицина белгесе е те йәки хатта туғыҙ йыл дауамында әҙерләнә: вузда диплом алғандан һуң ул практика алыу мөмкинселеге өсөн интернатура үтергә тейеш, артабан инде кандидатлыҡ диссертацияһы көтә. Барыһы ла яҡшы ғына барһа, стажын биш йылға тултырғандан һуң уның эш хаҡы 30 процентҡа артасаҡ. Көлкө бит! Ыңғай мәлдәр ҙә бар, әлбиттә, мәҫәлән, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре
       эш хаҡын тотҡарлауҙың нимә икәнлеген онотто, өҙлөкһөҙ эш стажы өсөн өҫтәп түләү 60 проценттан 75 - кә етте... Әммә проблемалар күберәк.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең абруйы киҫкен түбәнәйеүен танырға тейеш. Бөгөн белгестәр етмәүе үҙен һиҙҙерә башланы, шөғөлөн алмаштырыу һәм пенсияға иртә сығыу, шулай уҡ милли һәм халыҡ - ара миграция күҙәтелә. Һәм был һандарҙың артыу хәүефе тураһында ла оноторға ярамай.
       Владимир Юлдашев Владимир Путиндың һаулыҡ һаҡлау кризисын "илебеҙ хәүефһеҙлеге проблемаһы" тип атауын хәтергә
       төшөрҙө.
       - Башҡорт дәүләт медицина университеты һаулыҡ һаҡлау проблемаларын вуз - ара кимәлдә хәл итергә тырыша. Фән кандидаттары һәм докторҙары, монографиялар һәм ғилми публикациялар һаны буйынса беҙ илдең иң алдынғы биш вузы исемлегенә инәбеҙ, - тип билдәләне ул. - БДМУ беренсел звено
       белгестәрен ҡабаттан әҙерләү буйынса эш алып бара. Финанслау етешмәүенә ҡарамаҫтан, 800 - гә яҡын врач ҡабаттан
       әҙерлек үтте. Халыҡты диспансеризациялауға иғтибар йүнәлтел ә , 2006 йылда, план буйынса, ете миллиондан ашыу эшләүсе граждандарыбыҙ диспансеризацияланырға тейеш. Беҙҙең вузда ст уденттарҙың врач кадрҙарына ихтыяжды өйрәнеү менән шөғөлләнеүсе мәшғүллек үҙәге булдырылды. Студенттарҙың
       белгестәр етешмәүе айырыуса һиҙелгән райондарҙа эшләргә теләге булһын өсөн университет, студент һәм район хакимиәте араһында өс яҡлы килешеү төҙөргә планлаштырабыҙ, уның буйынса район хакимиәттәре үҙҙәренә беркетелгән студенттарға
       беренсе курстан башлап исемле стипендия түләргә йөкләмә ала .
       Фәрит Хисамов һаулыҡ һаҡлау кадрҙары кризисының урындағы кимәлдә нисек хәл ителеүе тураһында һөйләне:
       - Үткән йылдың октябрь айында Башҡортостан хөкүмәте республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү системаһына ҡайһы бер үҙгәрештәр индереүсе ҡарар ҡабул итте. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында өҙлөкһөҙ эш стажы өсөн терапия һәм педиатрия участкалары хеҙмәткәрҙәренә 60 - тан 75 процентҡа тиклем өҫтәмә һәм, тағ ы ла, туберкулезға ҡаршы хеҙмәттең айырыуса хәүефле һәм ауыр
       шарттарҙа эшләүсе хеҙмәткәрҙәренә 35 һәм 50 процент өҫтәмә
       булдырылды. Бынан тыш травматология пункттары, поликлиникаларҙың прививка һәм хирургия кабинеттарында
       эшләүселәргә "кесе операциялар", ҡатын - ҡыҙҙар консультацияһында "мини - аборттар" өсөн, шулай уҡ теш врачтарына хеҙмәттең зыянлы шарттары өсөн 15 процент күләмендә өҫтәмә барлыҡҡа килде.
       Фәрит Ғәлим улы һөйләүенсә, һаулыҡ һаҡлау идаралығы органдары һәм учреждениелары етәкселәренең хеҙмәткә түләү
       фондының ике проценты күләмендә премия фондын планлаштырыу мөмкинселеге барлыҡа килде, медиктарҙың хеҙмәтенә түләүҙе тәртипкә һалыусы башҡа положениелар ҙа индерелде. Яңы льготаларҙы тулы күләмдә тормошҡа ашырыу - бөгөнгө көн өсөн төп мәсьәлә булып тора.
       Ҡабул ителгән ҡарар - килеп сыҡҡан хәлдән ҡотолоу юлына табан бер аҙым ул. Ә һаулыҡ һаҡлау системаһындағы кризистан
       сығыу юлдары урындағы, милли һәм халыҡ - ара кимәлдәрҙә хөкүмәт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүсе белгестәр ҡатнашлығында формалашырға тейеш, ти "Башинформ" ҡунаҡтары.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал