6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Мөғжизә улар яғында
10.04.06


       Башҡортостан "нефтселәре" плей - офф серияһының өсөнсө матчын үҙ майҙандарында уйнап, Яңы Уренгойҙың "Факел" командаһына биреште. Ҡунаҡта үткән ике уйында 3 : 0 иҫәбе менән еңеү яулағандан һуң, өфөлөләр бишенсе партияла ла еңеүгә яҡын ине, әммә себер егеттәренең йәш уйынсыһы Филипп Воронков барлыҡ пландарҙы емерҙе.
       Эйе - Яңы Уренгойҙағы ике осрашыуҙа өфөлөләр көслөрәк ине . Әммә кисәге ярыш плей - офта хәлдең ҡырҡа үҙгәрә алыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
       Тәүге партияла уҡ өфөлөләр үҙҙәренең төп уйынсыларының береһе - диагональ һөжүм итеүсе Максим Терешинды юғалтты. Алдағы ике матчта был талантлы уйынсы бик мөһим туптар индереүгә өлгәшкәйне. Хәҙер команда унан яҙҙы. Уға алмашҡа сыҡҡан Артем Заковоротный башта лайыҡлы ғына уйын күрһәтте, әммә артабан бер нисә хата ебәрҙе һәм баш тренер уны запастағылар эскәмйәһенә ултыртып ҡуйҙы. Ошо уҡ позицияға Бакулин менән Гуанторенаны ла ҡуйып ҡаранылар, әммә улар ҙа командаға файҙа килтерә алманы.
       Өфөгә "Факелдың" ҙур булмаған, әммә тоғро көйәрмәндәр төркөмө килгән инн. Үҙ клубтарының төҫтәренә "биҙәнгән" фанаттар тәүге ике рәттә урын алды һәм үҙ клубтары өсөн ябай булһа ла бик көслө мораль ярҙам ойошторҙо. "Факел" көйәрмәндәре эргәһендә уйнарға тура килгән ваҡытта "нефтселәр" һәр ваҡыт тип әйтерлек тубын юғалтты. Ә Өфө командаһының хуплау төркөмө иң артҡы рәттәрҙә урын алған ине .
       Әммә Терешинһыҙ ҡалған килеш тә "Нефтяник Башкортостана" командаһының еңелергә хаҡы юҡ ине. Хәл иткес бишенсе партияла өфөлөләр 7 : 4 иҫәбе менән алға сыҡты һәм эште еңеүгә тиклем алып барып еткерергә күп тә ҡалмағайны, хатта "Факелдың" фанаттары ла бер аҙға тынып ҡалды...
       Һәм шул саҡ "подачаға" бер кемгә лә артыҡ билдәле булмаға н Филипп Воронков сыҡты. Ул тупты шул тиклем ҡеүәтле итеп уйынға индерә башланы, хатта өфөлөләрҙең ҡабул итеү һәләте көсһөҙләнә төшөүе һиҙелде. Һәм Воронковтың ярҙамы менән "Факел" ҺИГЕҘ мәрәй алды - 12 : 7! Волейбол уйынында мөғжизәне "нефтселәр" түгел, ә "Факелдың" күрһәтеүе йәл, әлбиттә.
       Бөгөнгө матч алдынан Юрий Маричевтың баш ауырыуы көслө. Төп проблема: диагональщик, йәғни төп туп индереүсе позицияһына кемде ҡуйырға Беҙҙең мәғлүмәт буйынса Терешин у йнай алмай, тимәк уйынсыны бер нисә кандидатура араһынан
       һайлап алырға кәрәк буласаҡ. Артем Заковоротный үҙенең уйыны менән тренерҙы ҡыуандыра алманы, тимәк "доигровщиктарҙың" береһен - Тарас Хтей, Дмитрий Бакулин
       йәки Османи Гуанторена баҫыр, моғайын. Команданы дүртенсе l`rwr` көрәшкә дөрөҫ көйләү ҙә өфөлөләрҙең тренеры өсөн ҙур проблема. Өсөнсө осрашыуҙа еңеүҙе ҡулдан ысҡындырғандан
       һуң, бөгөн егеттәрҙең артыҡ эмоцияға бирелеүе, һалҡын ҡанлылыҡтарын юғалтыуы ихтимал. Матч башынан уйынды үҙ ҡулдарына алмаһалар, уйындың нисек тамамланыуын әйтеүе ҡыйын. Иҫәп тигеҙләнһә, 2 : 2, бишенсе хәл иткес матчҡа тағы
       ла Яңы Уренгойға осорға тура киләсәк.
       Был көрәштә еңеүсегә Европаның волейбол конфедерацияһы кубогы уйындарына путевка бирелә. Йәғни Маричевтың тренерлыҡ талантын тағы бер тапҡыр иҫбатлау мөмкинселеге бар . Көсһөҙләнгән составта "Факел" кеүек команданы бары тик бик
       шәп тренер ғына еңә ала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал