6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Батыр табип иҫтәлеге
07.04.06


       Хәрби врач Филипп Федорович Кургаев 1939 йылда Башҡорт
       медицина университетын тамамлай, фин кампанияһында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
       Белорус яҙыусыһы, медицина хеҙмәте подполковнигы Александр Гусев Кургаев тураһында документаль повесть ижад итә, һуғыш башланғанда Белоруссияның немецтар баҫып алған Тарасово ауылында йәшерен госпиталь ойошторолоуы тураһында һөйләй. Нә ҡ шул ваҡытта 64 - се атышсылар дивизияһы ҡамалышта ҡала, яр алылар һәм ауырыуҙар күп була. Һәм командование ҡамауҙан сығырға хәл итә, ауыр яралы һалдаттарҙы ауылда врач Филипп Кургаев ҡарамағында ҡалдыра.
       Йәшерен госпиталь бер йыл тирәһе эшләй. Ауыл халҡы уға ҙур ярҙам күрһәтә: ғаиләһенең ауыҙынан өҙөп һуңғы киҫәк икмәктәр е инән бүлешәләр, үлем ҡурҡынысы аҫтында медиктарға ярҙам итәләр. Япма, мендәр тыштары бәйләү материалдарына китә.
       Ауыл халҡы Минск баҙарында аҙыҡ - түлектәрен марляға, йодҡа
       алмаштыра. Медикаменттар урынына ларыу үләндәре файҙаланыла.
       Оккупацияның тәүге көндәрендә үк Тарасово ауылында һәм Ратомки станцияһында Филипп Кургаев һәм "Красный пахарь" колхозы рәйесе Виктор Лощицкий етәкселегендә йәшерен төркөм барлыҡҡа килә. Улар яралыларҙы ҡотҡарыу өсөн мөмкин б улғанын да, булмағанын да эшләй. Ҡатмарлы операциялар талап ителгәндә, Кургаев урындағы халыҡ араһынан берәйһе менән крәҫтиән арбаһында ауырыуҙы ҡамалышта ҡалған Минск ҡалаһына операцияға оҙата.
       1942 йылдың апрелендә һатлыҡйән ошағы буйынса йәшерен госпиталь гестаповсылар тарафынан тар - мар ителә, ә врач Филипп Кургаев етенсе апрелдең таңында атып үлтерелә. Дошман тылында күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Филипп Кургаев үҙе һ әләк булғандан һуң "Ҡыйыулыҡ өсөн" миҙалы менән наградлана.
       Башҡорт медицина университетында Филипп Кургаевтың иҫтәлеге һаҡлана, уның исеме мемориаль таҡтаға индерелгән.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал