6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Хазинаға бәрәбәр китап
07.04.06


       Башҡортостандың филология фәне был ваҡиғаны 33 йыл көттө. Ул саҡта, 1973 йылда, йәш тел белгесе Нәжибә Мәҡсүтова үҙене ң коллегалары - филологтар менән бергә башҡорт теле диалекттарының атласын әҙерләүгә тотона.
       - Китап беҙҙең тәүге торлаҡ майҙаныбыҙ булған туғыҙ метрл ыҡ бүлмәнең өлөшөн биләгән имән өҫтәлдә "тыуҙы", - тип һөйлә й Нәжибә Мәҡсүтованың ҡыҙы, бөгөн Өфөнөң 63 - сө мәктәп - интернаты директоры Зилә Тепляшина. - Әсәйем мине йоҡларға
       һала ла, алфавит буйынса теҙелгән карточкалар - филологик материалдар экспедицияһында йыйылған һөҙөмтә өҫтөндә төнгө ө стәргә тиклем ултыра.
       - Фанатик рәүештә эшләне ул, - тип өҫтәй атлас төҙөүсенең
       ире, БР Журналистар союзы идараһының башҡарма комитеты ағза һы Вил Мәҡсүтов. - Төпкөл ауылдарға китеп айҙар буйына юғалы п тора. Балаларҙы миңә ҡалдыра һәм йәйәүләп булһынмы, аттарҙа,
       йөк машиналарындамы - башҡорт диалекттары һаҡланып ҡалған алыҫ ауылдарға юл тота.
       Йәш ғалимәгә диалектта һөйләшеүселәр, башлыса өлкән йәштәге кешеләр менән аралашыу өсөн башта уларға "асҡыс табырға" ла тура килә: кемдең мунсаһын яғып бирһен, һыу алып килергәме, һауыт - һаба йыуырғамы. Шул ваҡытта ғына инәй һәм
       олатайҙар уға урындағы һөйләш серҙәрен аса. Уның тәүге табыштары башҡорт теленең өс томлыҡ һүҙлегендә йыйыла, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, китапта уның исеме күрһәтелмәгән. Нәжибә Мәҡсүтова Башҡортостанда ғына түгел, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе, Свердлов, Һарытау, Һамар, Пермь өлкәләрендә
       урынлашҡан дүрт йөҙҙән ашыу ауылда була. Мәҡсүтова һәм уның
       коллегаларының ун йылға һуҙылған, күп көс талап иткән был эшмәкәрлеге тамамланғас та финансҡа бәйле ҡыйынлыҡтар
       атласты баҫыу станогына тиклем алып барып еткерергә мөмкинселек бирмәй. Материалдар күп йылдар буйына файҙаланылмай ята. Әммә күпселек ғилми - тикшеренеү эштәренән айырмалы рәүештә, был хеҙмәт йылдар үтеүе менән иҫкермәү генә түгел, айырыуса актуалгә әйләнә.
       - Башҡорт теле диалекттары юҡҡа сыға, - тип аяныс белдерә филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө
       ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинова. - Урындағы һөйләштәрҙең фонетик һәм лексик үҙенсәлектәре араһындағы айырма юйыла бара. Мәғариф системаһы һәм киң мәғлүмәт саралары үҙенекен эшләй. Йәштәр бөгөн әҙәби телдә һөйләшә, ә башҡорттарҙың көнсығыш, көньяҡ һәм төньяҡ - көнбайыш диалекттарын бары тик өлкән быуын һөйләшендә генә ишетергә мөмкин. Был фундаменталь хеҙмәтте баҫтырып сығарыу Фирҙәүес Хисаметдинова өсөн хыял ғ ына түгел, һөнәри һәм милли бурыс та булып тора. Уның фекере
       буйынса, өлән быуын тел ғилеме белгестәренең башҡорт филологияһының Йәлил Кейекбаев, Таһир Багишаев, Николай Дмитриев кеүек корифейҙарҙың эҙләнеүҙәре нигеҙендәге был
       хеҙмәте тел төрлөлөгөнөң бөгөнгө һәм үткән дәүере араһында күпер һала.
       Атлас ике өлөштән тора. Тәүгеһендә инеш мәҡәләләр, белешм ә материалдары һәм карталарға комментарийҙар бирелә. Карталарҙа - уларҙың һаны 163 - синтаксис, морфология, лекси ка һәм фонетика буйынса 159 һорау сағылыш таба.
       Китап инде ун йыл дауамында БР Фәндәр академияһының ғилми хеҙмәттәрен баҫыу менән шөғөлләнеүсе "Ғилем" нәшриәтендә сығарылған. Нәшриәт директоры, тарих фәндәре кандидаты Фаил Тикеевтың фекере буйынса, был китап бер ҡасан да төҙәтмәләр һәм өҫтәмәләр индерелеп яңынан баҫылмаясаҡ, сөнки тикшереү предметы үҙе үк тарихта тороп ҡала. Бындай китаптар донъя күреү менән библиографик хазинаға әйләнә. Өҫтәүенә БР Фәндәр академияһының Фундаменталь тикшеренеүҙәр фондының финанс ярҙамы ни бары 15 0 дана баҫырға мөмкинселек биргән. Бөтә донъя тюркологтарының баҫмаға булған ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алғанда, был һан бик аҙ, әлбиттә. Фирҙәүес Хисаметдинова әйтеүенсә, венгр коллегалары улар өсөн 10 дана ҡалдырыуҙы һорап
       мөрәжәғәт иткән дә инде, ә сентябрь айында шәрҡиәтселәрҙең бишенсе съезында ҡатнашасаҡ ҡунаҡтар өсөн тағы бер нисә йөҙ дана кәрәк буласаҡ.
       Атластың бер данаһының үҙҡиммәте - 450 һум. Әммә өҫтәмә баҫтырыу ике тапҡыр арзанға төшәсәк. Шуға күрә тағы биш йөҙ дана баҫтырыу өсөн бағыусы табылһа, ул отолмаясаҡ: Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә инеүенә 450 йыл тулыуына сығарыласаҡ китап - башҡорт теленең алтын бөртөктәре - филология һәм тарих фәндәре өсөн ҡиммәтле хазинаға бәрәбәр.

Инесса Брусиловская.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал