6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Хужалыҡта иҫәп - илдә тәртип
07.04.06


       Мин иҫ белә башлағандан бирле ҡартатайымдың һәр ваҡыт ат ы, ҡолоно, бер һыйыры, бер танаһы, йәш үгеҙе, бер - ике сусҡ аһы
       һәм кетәк тулы тауығы булды. Ваҡыттар үтеүе менән Буренкала р Зорькаларға алмашынды, әммә Таутөмән ауылында йәшәүсе уңған колхозсының ихатаһында мал - тыуар өҙөлмәне. Бөгөн өлкән Чураковтың бер бейәһе бар - баҡса һөрөргә, ауыл советына барып килергә, эш бөтәме ни... 77 йәштә бер ат аҫрауы ла еңел түгел, уны тәрбиәләргә, ашатырға кәрәк. Әммә ҡартатайым Воронок исемле атын һатып ебәргән һәм ваҡытынан а лда сусҡаларын һуйып иткә тапшырған күршеһенән айырмалы
       рәүештә гәзиттәр уҡый һәм телевизорҙы ла сериал ҡарар өсөн генә ҡабыҙмай.
       Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы ауыл халҡының күпселеге хәүефләнеп көтә. Уның төп эҙемтәһе - "һалым һалыу" артыуы һәм халыҡ араһында таралған башҡа хәбәрҙәрҙән ҡурҡып,
       ауыл халҡы барлыҡ малын ашығыс рәүештә һуйып һатырға кереште. Ә инде күмәк истерияға бирелеп бармағандар үҙҙәре
       һәм һарыҡ - кәзәләре алдында иҫәп алыусыны тупһаға ла баҫтырмаҫҡа вәғәҙә бирәләр, юҡ икән - этте ысҡындырырға ла күп һорамайбыҙ, ти улар.
       - Бөгөнгө көнгә беҙҙең өсөн төп бурыстарҙың береһе - иҫә п алыуҙың һалым һалыуҙы арттырыу өсөн түгел, ә ауылдағы хәлде теүәлерәк һәм тулыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн үткәрелеүен халыҡҡа еткереү. Күрәһең, беҙҙең халыҡтың менталитеты шулайҙыр, хәйер, совет заманында иҫәп алыуҙың халыҡҡа ҡаршы эшләүен дә хәтерләй улар. Бындай хәл ҡабатланмаясаҡ, - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эргәһендәге Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерләнеү һәм үткәреү буйынса Космиссияның өсөнсө ултырышын уның рәйесе, БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов ошондай һүҙҙәр менән башлап ебәрҙе. - Иҫәп алыуҙы ауылдың бөгөнгө тормошон фотоға төшөрөү менән сағыштырырға мөмкин, ул республикала аг рар тармаҡты анализларға, агросәнәғәт комплексының байтаҡ мә сьәләләрен хәл итергә ярҙам итәсәк. Кәрәк була ҡалһа, белгестәргә түләмә ауырыуы һәм башҡа проблемаларҙы әҙерлек м енән ҡаршы алырға һәм йорт хайуандарына оператив рәүештә вакцинация үткәрергә ярҙам итәсәкбеҙ. Төрлө өлкәләрҙә, радио , телевидение буйынса аңлатыу эше нәҡ ошо сәбәпле алып барыл а, мәктәптәрҙә лә уҡытыусылар балалар аша иҫәп алыуҙың ыңғай
       мәғәнәһен еткерергә тырыша.
       Әммә алда торған сараның бурыстары ауыл хужалығы иҫәбен
       алыу объекттарын һанап сығыу менән генә сикләнмәй, тип
       әйтелде Республика Йортонда. Был тармаҡтағы хәлдәр торошоноң тулы картинаһын булдырыу - "Агросәнәғәт комплексы        Әкрәм Ғәниев һөйләне.
       Иҫәп алыу объекттары һаны буйынса беҙҙең республика Рәсәй
       төбәктәренең иң эреләре араһында. Беҙҙә 54 район, 21 ҡала,
       ҡала тибындағы ике поселок, 4556 ауыл бар. Башҡортостанстат
       электрон базаһында бер миллион 235 мең ауыл хужалығы етештереүселәре, улар иҫәбендә 2116 ауыл хужалығы ойошмалары, биш меңгә яҡын крәҫтиән - фермер хужалығы һәм шә хси эшҡыуарҙар, 741 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ, 487 мең баҡса участкаһы иҫәпләнә. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек буйынса ойоштороу планы ошо мәғлүмәт нигеҙендә әҙерләнгән. Ул Комиссия ағзалары тарафынан раҫланды. Һәм ошо документ нигеҙендә иҫәп алыу менән шөғөлләнәсәк персоналды, иҫәп алыу участкалары өсөн мебель
       һәм телефон менән йыһазландырылған бина әҙерләргә кәрәк.
       Белгестәр иҫәпләүенсә, Башҡортостан территорияһында 4956
       иҫәп алыу, 847 инструктор һәм 147 координатор участкалары төҙөләсәк. 7300 иҫәп алыу хеҙмәткәрҙәре - координаторҙар, инструкторҙар, иҫәп алыусылар, теркәүселәр йәлеп ителәсәк. Бөгөн был персоналды һайлау эше бара, тип белдерҙе Башҡортостанстат башлығы.
       - Дөйөм массала улар муниципаль берәмек хеҙмәткәрҙәре (26
       процент), мәғариф өлкәһендә эшләүселәр (10), студенттар һәм
       ауыл хужалығы белгестәре ( етешәр процент), шулай уҡ даими
       эш урындары булмаған, әммә урында йәшәүсе халыҡты яҡшы
       белеүселәрҙән (18 процент) торасаҡ, - тип билдәләне Әкрәм Ғәниев.
       Бынан тыш, ойоштороу планында иҫәп алыу буйынса районлаштырыу, йәғни территорияларға бүлеү ҡарала. Уртаса алғанда, ҡалала һәм ауылда бер иҫәп алыусыға иҫәп алыу ваҡытына 148 объект, баҡсасыларҙы иҫәпкә алыу менән
       шөғөлләнеүселәр өсөн - 25 көнгә 248 объект тура киләсәк.
       Хәйер, Ағиҙелдә, Межгорьела, Йәрмәкәй, Әбйәлил, Федоровка
       райондарында, шулай уҡ Өфөнөң Ленин районында объекттар
       һаны аҙ булыуы һәм уларҙың таралып урынлашыуы сәбәпле, иҫәп алыу персоналына эш тағы ла аҙыраҡ йөкмәтеләсәк.
       Ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың беренсе июндә башланып, 25 көн дауам итәсәге тураһында барыһына ла мәғлүмдер, моғайын.
       Әммә был ваҡытҡа тиклем байтаҡ эш башҡарып өлгөрөргә кәрәк буласаҡ әле. Мәҫәлән, 20 апрелдән 3 майға тиклем ҡала ерендә
       һәм баҡсасылыҡ берләшмәләрендә теркәүселәр ( уларҙың һаны ярты мең тирәһе) баҡсалар буйлап йөрөп, уларҙың файҙаланылыу
       - файҙаланылмауын тикшерәсәк.
       Шулай уҡ Башҡортостанстатты власть органдары менән берлектә республика, ҡала һәм райондар кимәлендә беренсе июнгә тиклем иҫәп алыу персоналына эшләү өсөн шарттар тыуҙырыу эше көтә. Йыһазландырылған иҫәп алыу участкалары ойоштороу, транспорт бүлеү, уларҙы һаҡ менән тәьмин итеү,
       - тип билдәләне бурысты Ғәниев. Һуңғы пункт киләһе ултырышт а айырым тикшереләсәк. Дөйөм алғанда, әҙерлек эштәре тулы кимәлдә, календарь планына ярашлы бара, тине ул һәм республикаға ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн кәрәкле булған 1 0 тонна йөк килеүен, тағы ла 60 тонна иҫәп алыу ҡағыҙҙары киләсәген белдерҙе.
       Материалды яҙып бөтөр алдынан ҡартатайыма шылтыраттым.
       - Һинең бейәң тураһында яҙам. Киләһе ауыл хужалығы иҫәбен алыу "Хужалыҡта иҫәп - илдә тәртип" девизы аҫтында үтәсәк.
       - Ә мин үҙемдең Ночкамды әҙерләнем инде, кәрәк булғас, әй ҙә ул да тарихҡа инеп ҡалһын, - тип яуапланы элекке колхозсы
       һәм бөгөнгө пенсионер. - Мин дә тәртип яҡлы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал