6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Етенсе ҡыҙ - еңеүсе булды
07.04.06


       Иң мөһиме - еңеү түгел, ҡатнашыу. Был аҡыллы һүҙҙәр менән килешеү тойғоһо өлкәнәйгәс кенә киләлер, күрәһең. Тәүәккәл йәш аҡыл еңелеүҙәр менән килешергә теләмәй, уға мотлаҡ беренсе булырға кәрәк.
       "Иң мөһиме - еңеү түгел, ҡатнашыу", - нисек кенә булмаһын ,
       башҡорт ҡыҙҙарының "Һылыуҡай - 2006" конкурсында ҡатнашыусылар ҙа был һүҙҙәрҙе йыш ҡабатланы. Финалға үтмәгән гүзәл заттарҙың нимә кисергәнен үҙҙәре генә белә. Хәйер, матурлыҡ конкурсында ҡатнашыу үҙе үк бәхеттер ул, тип уйланым мин Нефтселәр мәҙәниәт һарайында барған тамашала
       ҡатнашыусы ҡыҙҙарға бер аҙ көнләшеү тойғоһо менән ҡарап.
       Һайлау турынан һуң финалға сығыусы 16 һылыуҙың шаҡтай үҙгәреш кисереүе һиҙелә ине. Һығылмалылыҡ, ҡараш, телмәр - гала - концертҡа әҙерлек барышында белгестәр ҙур эш башҡарыуы күренә. Үткән йылдарҙағы конкурстарҙа ҡатнашыусы ҡ ыҙҙарға ла бер ҡараш ташлау етә. Ун, ун биш йыл үтһә лә, үҙ
       ваҡытында гүзәллек тажына эйә булыусы ҡыҙҙар шул уҡ һомғоллоҡтарын, сәхнәлә үҙҙәрен тота белеү һәләтен һаҡлап ҡала алған. Ул ғына ла түгел, ҡыҙҙарҙың ҡайһы берәүҙәре Рәсәй һәм халыҡ - ара кимәлендәге конкурстарҙа ла еңеүгә өлгәште.
       Зөлфиә Солтанғолова, Альбина Мөхәмәҙиева, Ғәлиә Вәлиева, Гөлназ Ҡолһарина, Ильмира Юлдашева - үткән конкурстарҙа ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр - билдәле артист Венер Камаловҡа тамашаны алып барырға ярҙам итте. Финалға сығыусы 16 ҡыҙ араһынан тәүге почетлы урындарҙы бүлешәсәк ете сибәрҙе һәм, әлбиттә, Гран - при яулаусыны һайларға кәрә к.
       "Хыялым планетаһы" визит карточкаһы, фотосессия, "Танго" темаһына вариациялар, музыкаль импровизация, модалы кейемдәрҙә атлап үтеү - ҡыҙҙар өсөн төп һынауҙар булып тора.
       Жюри, ниһайәт, ҡарар ҡабул итә һәм ете гүзәлдең исемдәрен атай. Ҡыҙҙар үҙҙәренең хыялына яҡынлаша. Иң мөһиме - жюри
       ағзаларының һорауҙарына ҡаушамайынса ғына яуап бирергә кәрәк. Суд коллегияһы ағзалары ҡыҙҙарға йомшаҡ мөнәсәбәттә булды, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ ине, һорауҙар бер ҙә еңел түге л ине.
       Бына бөтә һынауҙар ҙа артта ҡалды. Тулҡынландырғыс мәл ет ә. Ҡыҙҙар киске матур күлдәктәрҙә һуңғы тапҡыр сәхнәгә сыға.
       Диләфрүз Аҙнабаева ( Салауат районы), Гөлнара Камалова (Күмертау), Ләйсән Нәбиуллина (Сибай) - өсөнсө урын, Светлан а Мостафина (Учалы), Гөлназ Йосопова (Өфө) - икенсе урын. Азалия Ялмырҙина (Өфө) менән Юлиә Бәхтиева (Баймаҡ) ҡала. СМС - тауыш биреүҙәр тәүгеһенең файҙаһына күберәк килгән. Өфө ҡыҙы күп төрлө махсус приздар ала. Әммә ул беренсе... Ә матурлыҡ конкурсында беренсе урын - еңеүсе тигән һүҙ түгел ә ле.
       Гран - при етенсе һан аҫтында сығыш яһаусы 17 йәшлек һомғол буйлы, талантлы, матур тауышлы һәм йөҙөнән мөләйем йылмайыу китмәгән Юлиә Бәхтиеваға бирелә.
       Йыл дауамында Юлиә конкурстың бағыусылары булған Башҡорт йәштәре иттифағының йөҙө булараҡ сығыш яһаясаҡ. Йәмәғәт ойошмаһының идеяһын БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт ми нистрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма ко митеты, Башҡорт дәүләт филармонияһы хуплап ҡаршы алды.
       Финалға сығыусы 16 ҡыҙҙың һәр береһенә ойоштороусылар һәм бағыусыларҙан ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Улар быға лайыҡлы.
       "Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр" тип әйткән классик менән тағы
       бер тапҡыр килешергә генә ҡала.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал