6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Профсоюздар ҡарашын йәштәргә төбәй
07.04.06


       Республиканың Профсоздар федерацияһы егерме икенсе отчет - һайлау конференцияһын үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар реаль өлкәлә һәм бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең минималь хеҙмәт хаҡы йәшәйеш минимумынан кәм булмауы, ә 2008 йылға - төбәктә уртаса эш хаҡын йәшәйеш минимумы менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға арттырыу өсөн мөмкин булғандың б арыһын да эшләргә тырышасаҡтары тураһында белдерҙе.
       Конференцияға республика етәкселеге вәкилдәре, федераль
       һәм төбәк парламентарийҙары, ФНПР рәйесенең беренсе урынбаҫары Виталий Будько, Татарстандың профсоюз алдынғыһы Т атьяна Водопьянова, немец профсоюздары берләшмәһе секретарҙары Франк Цах һәм Карина Реттих саҡырылды. Әммә төп геройҙар булып, әлбиттә, республиканың төрлө мөйөштәренән килгән 314 делегат сығыш яһаны.
       Конференция республика Профсоюздар федерацияһы эшмәкәрлегенең сираттағы биш йыллыҡ этабының логик тамамланышына арналды. Рәйес Әмирхан Сәмерханов ентекле докладында уның йомғаҡтары менән таныштырҙы. Башлыса, ул
       республиканың бөгөнгө профсоюздары - Башҡортостандың иң ҙур һәм закон сығарыу хоҡуғына эйә булған берҙән - бер йәмәғ әт ойошмаһы, тип билдәләне. Федерация үҙ ҡанаты аҫтында дөйө м һаны бер миллион 160 меңдән ашыу кеше ингән 8176 беренсел ойошманан төҙөлгән 22 тармаҡ профсоюзын берләштерә.
       - Профсоюз эшмәкәрлегенең үткән йылдар дауамында йәмәғәт тотороҡлоғон тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеүен үҙебеҙҙең ҙур ҡаҙанышыбыҙ, тип һанайым, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Әмирхан Сәмерханов. - РФ Хеҙмәт кодексының күп көс талап иткән консртукцияһын төҙөү иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе булды,
       беҙгә ҡалһа, дүрт йыл файҙаланыу дауамында ул хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә күп кенә проблемаларҙы уңышлы хәл
       итеү инструментына әйләнде.
       Профсоюз эшенең һөҙөмтәһе - һәр урында ла өс яҡлы
       килешеүҙәр төҙөү, конференция алдынан Өфөлә ошондай уҡ документҡа ҡул ҡуйылыуын ишетеү ҡыуаныслы булды. Яңы
       быуатта республиканың Профсоюздар федерацияһы төбәк
       ойошмалары менән берлектә 300 - ҙән ашыу федераль һәм республика закон проекттарына экспертиза үткәрҙе, уларға меңгә яҡын төҙәтмә әҙерләне. Улар башлыса адреслы социаль ярҙам, бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттары статусы, халыҡтың эш менән тәьмин ителеше һәм башҡа мәсьәләләргә
       ҡағыла.
       Республиканың "Ауыл ерендә йәшәүсе һәм эшләүсе белгестәрҙе социаль яҡлау саралары тураһында" закон проектының әһәмиәте лә ҙур булды, ул льготаларҙы аҡсаға алмаштырыуҙан зыян күргән ауыл "бюджетниктары" өсөн үҙенсәлекле "ҡултыҡ таяғы" ролен уйнаны. Профсоюздар ауыл халҡы өсөн тулы күләмдә булмаһа ла, коммуналь хеҙмәтләндереү буйынса льготаларҙы һаҡлап ҡалыуға иреште. Бөгөн профсоюз юристары тарафынан хеҙмәткәрҙәрҙең пенсия хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән ыңғай суд практикаһы күҙәтелә.
       - Профсоюздар һәм дәүләт араһында конструктив үҙ - ара
       эш итеүҙең һис шикһеҙ мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйе м, - тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Башҡортостан Президентыны ң баш советнигы Фәүҡәт Ҡыҙрасов. - Профсоюздар, хөкүмәт һәм эш биреүселәр берекмәһе араһында республика Генераль килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу тәжрибәһе ҙур әһәмиәткә эйә. Һ әм Әмирхан Сәмерхановты БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы тип һайлауҙы профсоюз алдынғыһының шәхси һәм профессиональ ҡаҙаныштарын һәм абруйын таныуҙан башҡа нисек баһаларға
       мөмкин Һеҙгә оптимизм һәм эшегеҙҙә артабан да уңыштар теләйем!
       Фәүҡәт Хәмиҙулла улы һуңғы биш йылда профессиональ
       союздарҙа ҡатнашыусылар һанының 200 мең тирәһе кешегә ҡыҫҡарыу фактын да урап үтмәне. Икенсе яҡтан, нәҡ профсоюздар бөгөн предприятие һәм ойошмаларҙың 92
       процентында тип әйтерлек коллектив договорҙар булдырыуға иреште - уны ялланып эшләүсе хеҙмәткәрҙең хоҡуҡтарын күҙәте ү һәм яҡлауҙы гарантиялаусы берҙән - бер документ тип әйтерг ә мөмкин.
       Конференцияла ҡатнашыусылар башҡа һорауҙарҙы ла
       тикшерҙе. Виталий Будько, мәҫәлән, "Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы ФНПР составында иң ҙурҙарҙың береһе булыу ғына түгел, үҙ эшмәкәрлегенең төп күрһәткестәре
       буйынса ла алдынғы позициялар биләй", тип билдәләне. Әммә бөгөнгө тынлыҡ яңы мәсьәләләрҙе энергиялы хәл итеү менән алмашынырға тейеш. Ә профсоюздарҙың үҙ алдына ҡуйған бурыстары ғәйәт ҙур булыуын билдәләргә кәрәк, төбәккә ҡарата
       улар беренсе сиратта кешене яҡлауға ҡоролған тип әйтергә бу ла. Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡының тотош Рәсәй менән
       сағыштырғанда кәмерәк булыуы сер түгел. Әмирхан Сәмерхановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, профсоюздың киләһе бишйыллығында төп иғтибар хеҙмәт хаҡын түләү системаһын реформалауға йүнәлтеләсәк.
       Башҡарма власть шулай уҡ профсоюздарҙы Рәсәй Президенты т арафынан иғлан ителгән өҫтөнлөклө милли проекттарҙы уңышлы т ормошҡа ашырыуҙа тулыраҡ һәм ҡыҙыуыраҡ ярҙам итергә
       саҡыра. Икенсе ҙур мәсьәлә - Башҡортостандың үҙ теләге менә н Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүҙән дә
       профсоюздар ситтә ҡалырға йыйынмай. Хәйер, Башҡортостан профессиональ союздарының үҙ приоритеттары ла реаль һәм өлгәшә алырлыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында эш хаҡын тотҡарлауға ҡаршы көрәш ҡала, хәйер, үткән биш йылда
       профсоюздарҙың ныҡышмалы талап итеүе һөҙөмтәһендә 120 мең кешегә эш хаҡы буйынса бер миллиард 58 миллион һум бурыс түләнгән.
       Артабан уларҙы нимә көтә Профсоюздар үҙ ҡарашын йәштәргә төбәй, уларҙы ла үҙ сафтарына йәлеп итергә ниәтләй.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, "Башҡортостан профсоюздары хеҙмәтсәндәрҙең конституцион хоҡуҡтары һәм гарантияларын, шул иҫәптән хеҙмәт, лайыҡлы йәшәйеш кимәле, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль тәьмин ителеш мәсьәләләрен хәл итеүҙә лайыҡлы урын аласаҡ". Ышанмаҫҡа сәбәп юҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал