6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
йондоҙҙар порталы

"Бони М" Өфөлә дискотека үткәрҙе
06.04.06


       "Өфө уттарында" йыйылған тамашасыларға легендар "Бони М" төркөмөнөң сығышын өс сәғәткә яҡын көтөргә тура килде. Самолеттарға осорға мөмкинселек бирмәгән һауа торошо музыканттарға тейешле ваҡытта Башҡортостандың баш ҡалаһына к илеп етергә ҡамасауланы. Бөгөнгө көн ( дөрөҫөрәге, төн)
       геройҙарын көтә - көтә халыҡ һыра менән һыйланды, һәм күренекле квартет килеүенә нәҡ тейешле кондицияға етте. Была й ҙа көтөп арыған тамашасыларҙың хәленә инеп, "Бони М" үҙене ң сығышын Рәсәйҙә иң популяр булған хиттарынан башланы. Бер - бер артлы "Daddy Cool", "Rivers of Babylon", "Rasputin", " Hoorey! Horrey! It,s Holiday!", "Bahama Mama" яңғыраны - был
       йырҙар
       үткән быуаттың 80 - се йылдарында тарҡалған төркөмгә бөгөн дә йәш быуындарҙың күңелен яуларға ярҙам итә. 20 йәшлектәр менән бергә бөгөн бейеү залында уларҙың ата - әсәләре лә диско ритмына баҫа:
       - Беҙҙең йәшлек йылдарында "Бони М" совет йәштәре тыңлаған һирәк төркөмдәрҙең береһе ине, - ти эргәмдә бейегән
       Лиз Митчелл йәштәрендәге ир кеше.
       Әйткәндәй, өфөлөләр был юлы отто: баш ҡалаға нәҡ "Бони М"
       исеме аҫтында сығыш яһау хоҡуғына эйә булған төркөм килде,
       уға Лиз Митчелл етәкселек итә. Алыҫ 70 - се йылдарҙа ул, шу лай уҡ Майзи Уильямс, Марсия Баррет һәм Бобби Фаррел төркөм гә донъя күләмендәге билдәлелек алып килде. 80 - се йылдар аҙағында оригиналь коллектив тарҡалғандан һуң, "Бони М"
       составы туғыҙ тапҡыр алмашына. Бөгөнгө көндә яңғырауыҡлы исем аҫтында бер нисә коллектив сығыш яһай, әммә Лиз Митчелдың ғына быға барлыҡ хоҡуҡтары ла бар. Йәғни Өфөлә сығыш яһаған квартеттан Лиз Митчелды ғына легендар шәхес тип
       атарға мөмкин. Коллективтың ҡалған ағзалары үҙҙәренең "прототиптарынан" күпкә йәшерәк: ҡыҙҙар бөгөн артҡы планда артыҡ күҙгә салынмай ғына йырлауын белде, ә бына ҡара тәнле "мачо" тамашасыларға үҙенең мускулдарын уйнатып та күрһәтте.
       Ойоштороусыларҙы билдәләп үтергә кәрәк: сәхнә өҫтөндә ҡуйылған экранда "Бони М" - дың тәүге төркөмө күрһәтелде, шу л сәбәпле залда үҙенсәлекле ҡомар мөхите менән бергә йәшлект е һағыныу тойғоһо ла барлыҡҡа килде.
       Лиз Митчел бик аралашырға яратыусы һәм хис - тойғоға бай
       кеше булып сыҡты. Концерттан һуң ул журналистар менән осрашты, тик оҙон юлдан һуң ныҡ арыуы сәбәпле осрашыу оҙаҡҡа һуҙылманы. Йырсы Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөргә яратыуы, күп кенә ҡалаларҙа булыуы хаҡында әйтеп өлгөрҙө. Шулай уҡ ул Өфөлә лә тәүге тапҡыр ғына түгел икән, ҡасандыр
       бер корпоратив кисәлә сығыш яһаған.
       Дөйөм алғанда, "Бони М" коллективы сығышын концерт - дискотека тип атарға мөмкин. Сәхнә эргәһендә үҫмерҙәр менән бергә пенсия йәшендәгеләр ҙә рәхәтләнеп бейене. Барыһына ла таныш йырҙар һәм музыка уларҙың барыһын бер организмға әйләндерҙе.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал