6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Күңел байрам һорай
06.04.06


       - Ҡара әле, мине таныйһыңмы, юҡмы - тауышында ҡыҙыҡһыныу һәм өмөт яңғыраған урта йәштәрҙәге, тәпәш буйлы, ҡаҡса ир
       яныма яҡынлаша. Ул аҡ төҫтәге "Жигули" машинаһынан төштө,
       түҙмәйенсә маңлай сәсен һыпыра. Баҡса эргәһендә элекке таныштарҙы осратырмын тип уйламағайным. Беҙҙең участка урмандан алыҫ түгел, күршеләр һирәк килә, алмашлап эшләйҙәр.
       Ғәҙәттә беҙҙе тын ҡалған ҡуйы шыршылар менән аҡ ҡайындар ғына ҡаршы ала. Ә кистәрен бында шул тиклем тәрән тынлыҡ урынлаша, хатта цивилизация билдәләре был ерҙә бөтөнләй артыҡ кеүек тойола. Беҙҙә ут та, телевизор ҙа юҡ, кеҫә телефондарын баҡсаға алып килмәйбеҙ.
       Мин сумкамды үлән өҫтөнә һалдым да ир кешегә текләнем. Күҙҙәре таныш һымаҡ, әммә кемлеген хәтергә төшөрә алмайым.
       - Мин Валера Драгин бит, беҙ бала саҡта һинең ағайың менә н дуҫ була торғайныҡ.
       - Ҡайҙан килеп сыҡтың Һине күрмәгәнгә егерме йыллап булалыр инде...
       - Ултырҙым, сыҡҡаныма тиҙҙән бер йыл була. Ун биш йыл бирҙеләр. Бына баҡса һатып алдым, күрше буласаҡбыҙ. Ә минең ағайымды, Вовканы хәтерләйһеңме
       Артабан һүҙ уның ағаһына, яланаяҡлы бала саҡҡа, яңы баҡса ға
       күсте... Валера һүҙҙәрен теҙә генә, бер ҡайҙа ла эшләмәүен хәбәр итте, төрмәнән сыҡҡан кешене кем алһын, уның ҡарауы өйләнергә йыйыныуын белдерҙе.
       - Ҡара әле, ваҡыт та һине үҙгәртмәгән, һаман шулай уҡ тел биҫтәһе, - тип аптыраным мин һәм ҡапыл уның осло, асыулы күҙ ҡарашына тап булдым.
       Әммә киләһе секундта уҡ күҙҙәрҙәге энәләр иреп юҡҡа сыҡты . Ә Валера көлөп ебәрҙе:
       - Эйе, миңә нимә булһын, нисек булғанмын, шулай ҡалдым, - тип ул машинаһына ултырҙы һәм үҙ баҡсаһына йүнәлде.
       Ә мине иҫтәлектәрем йәшлек йылдарына алып ҡайтты. Уларҙың
       ғаиләһендә өс малай ине. Өлкәне тыныс, етди егет. Афғанда хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң нисектер бер кис ике балалы күрше
       ҡатынға ингән дә, шунда тороп та ҡалды. Уртаҡ балалары тыуҙ ы, әле лә бик татыу донъя көтәләр. Бәләкәй малай, иң иркәһе,
       һаҡ органдарында хеҙмәт итә. Ә бына уртансыһы - Валера - елғыуар ... Армияға алғайнылар, бер ай ҙа түҙмәй ҡасып ҡайтты. Эҙләп табып кире оҙаттылар, хеҙмәтен этә - төртә көскә тамамланы. Эшкә урынлаша алманымы, эшләргә теләмәнеме, белмәйем. Шуҡ, а ралашыусан егет ине, һүҙ эҙләп кеҫәгә инә торғандарҙан түгел ¬ шуға күрә үҙенә башҡа эш тапты. Дуҫтары менән аҡса "эшләй"
       башланы. Күсемһеҙ милек менән шөғөлләнделәр. Бик хәүефле,
       намыҫһыҙ эш алып барҙылар. Валера бының йүнле бөтмәҫен белә ине, хатта йоҡлағанда ла пистолетын мендәр аҫтынан сығарманы. Әммә тиҙҙән уның үҙен айырыуса ауыр енәйәт өсөн ултырттылар. "Бизнес" буйынса партнерҙары менән бергәләп
       Мәскәүҙән килгән ҙур аҡсалы ир кешенең ғүмерен ҡыйғандар. Үлтереү генә түгел, эҙҙәрен юғалтыр өсөн мәйетте киҫәктәргә тураҡлағандар. Хәтерләүегеҙсә, ул ваҡыттар яман ине, ҡырағай инфляция заманы. Халыҡ банкыларға ышанмай, аҡсаһын үҙе менән йөрөтөүҙе хуп күрә.
       ... Судта Валера барыһын да үҙ өҫтөнә ала. Иптәштәре уның "ҡайтыуына" үҙе теләгән урында коттедж вәғәҙә итә.
       Киләһе ял көндәрендә мин тағы ла үҙедең яңы күршемде осраттым. Дөрөҫ, уға бер кем дә апартаменттар тәҡдим итмәгән ,әлбиттә, тыныслыҡта ҡалдырыуҙары ла бик һәйбәт. Һәм бына төрмәлә ултырыуҙың һөҙөмтәһе - бер бөйөрө ауырта, икенсеһе
       бөтөнләй юҡ. Уның ҡарауы күктән тип әйтерлек уға ғәйәт ҙур аҡса төшә. Улай булмай, тип әйтерһегеҙ. Мин дә башта
       ышанмағайным. Ысынбарлыҡта барыһы ла законлы булыуы аңлашылды. Туҡһанынсы йылдар башында уларҙың ғаиләһе барлыҡ туғандарының да ( уларҙың ҡайһы берҙәре бөгөн ер йөҙөндә лә юҡ инде) ваучерҙарын газ компанияһына һала. Ә бөгөн, ун өс йыл үткәс, Валераның әйтеүенсә, уларҙың һәр
       береһе өсөн өс йөҙ алтмыш мең һум түләйҙәр. Һәм хәҙер ул фатир, машина, мотоблок, тағы бер баҡса һәм йәне теләгән
       башҡа нимәне һатып аласаҡ. "Бына исмаһам реабилитация, - ти п уйланым мин. - Хөкөм ителеүселәр бындай бәхет тураһында хыялланырға ла ҡурҡа". Төрмәнән сыҡҡандарҙың барырға урындары булмауы тураһында күпме яҙалар. Кеҫәлә өс тин аҡса,
       эшкә алмайҙар, пропискаға ҡуймайҙар... Һәм ул яуыз яҙмыш ҡушыуы буйынса тағы ла ҡыйыш юлға баҫа. Бында йәмғиәт, һәм ү ҙ ваҡытында уға ярҙам ҡулы һуҙмаған һәр беребеҙ ғәйепле. Хәйер, был турала үҙегеҙ ҙә уҡығанһығыҙҙыр, моғайын.
       Ә бында иһә төптө кире, һирәк осраусы һәм уникаль осраҡ. Эшләй белмәгән һәм эшләргә яратмаған, аҡса өсөн үлтерешкә лә
       һәләтле булған кеше алдында алтын тау хасил була. ... Ағай - энеләр һәр береһенә тотонолған "Жигули", һәм запа с частар өсөн тағы ла берәүҙе ала. Ата - әсә фатирына ремонт эшләнелә. Тағы ике фатир алырға йыйыналар, әммә... Аҡсаның
       бармаҡ араһынан ҡом шикелле ағылыуы һиҙелмәй ҙә ҡала. Әлбиттә, өҙлөкһөҙ машинала йөрөйҙәр, дачала күңел асалар, шөшлөк бешерәләр. Күңел байрам һорай, һәм ул сатлама һыуыҡтар башланғансы дауам итте. Төндәрен уларҙың
       баҡсаһынан бар тирә - яҡҡа музыка яңғырай, артабан иҫерек шау - шыу, ваучерҙарҙың кемдеке булыуын асыҡлап ҡысҡырышыу б ашлана. Дуҫтары һәм дуҫ ҡыҙҙары менән бергәләп хужалар түтәлдәр буйлап та йүгерешә, һуңынан инде хәлдәре бөтөп ҡойма буйында шыуыша. Ниһайәт, ҡыш еткәс, беҙҙең ғауғасыл
       күршеләр күҙҙән юғалды.
       ... Апрель айы етте. Тәҙрә төптәрендә үҫентеләр ҡояшҡа ынтыла. Валераның әсәһе ҡайғыра. Ниңә Фатир өсөн түләргә аҡса юҡ, алты айлыҡ бурыс йыйылған. Улы һаҡ органдарына
       урынлашҡан, элекке кеше үлтереүсе бөгөн кешеләрҙе һаҡлай. Ә
       беҙҙә демократия юҡ тигән булалар тағын.
       Мин быйыл йәй Валераны осратырға өмөт тә итмәгән инем,
       әммә... Ошо көндәрҙә ул мине магазинда күреп ҡалды."Һаумы, күрше! Кем өс бүлмәле фатир һата икән, белмәйһеңме Миңә тиҙ
       арала кәрәк, аҡсаһын шунда уҡ түләйәсәкмен..."
       Моғайын, тағы ла тылсымлы ваучерҙар өсөн аҡса түләгәндәрҙе р. Һәр кемгә үҙенеке...

Елена Сергеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал