6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Оләсәйҙәр тула баҫа
06.04.06


       Бына инде дүртенсе йыл рәттән Әбйәлил районында милли ижадыбыҙҙың иң боронғо төрҙәренең береһе - тула баҫыу семинарҙары үткәрелә. Йәштәрҙе тула баҫырға өйрәтеүсе һәм үҙ
       эштәре менән халыҡ ижады рухын һаҡлап ҡалыусы инәйҙәрҙең оҫта ҡулдары кейеҙ баҫыуҙы художество күренешенә әүерелдерҙе. Шулай итеп, "Урал" халыҡ ижады галереяһы директоры Кәримә Кайдалова әйтмешләй, "ҡомарлы инәйҙәр"
       үҙҙәренең әкиәти этник донъяһын булдыра, унда изгелек
       яуызлыҡтан өҫтөн ҡала, батыр егет һылыу ҡыҙҙы ҡотҡара, ҡояш
       менән ай ҡыуышып уйнай...
       - Кейеҙ баҫыу күп көс түгеүҙе талап итеүенә ҡарамаҫтан, б өгөн ул популярлыҡ яулай, - тине Кәримә Кайдалова Мифтахетди н Аҡмулланың тыуыуына 175 йыл тулыуына арналған "Тамға" күргәҙмәһен асып. - Ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙ баҫҡан кейеҙҙе
       Мәскәүгә алып барғас, баш ҡала халҡы уларҙан таң ҡалыу ғына
       түгел, бер аҙ аптырашта ла булды - был әҫәрҙәр ысын мәғәнәһендә шул тиклем йылы һәм уңайлы. Кейеҙ - экологик йәһәттән таҙа һәм файҙалы, өҫтәүенә экзотик материал. Уны сәнғәт әҫәре булараҡ йәки мода өсөн генә алмайҙар. Көнбайышта, мәҫәлән, кейеҙ күптән инде артрит, йөрәк ауырыуҙарын һәм аллергик реакцияларҙы дауалау өсөн файҙаланыла. Шуға күрә Әбйәлил районы ысын мәғәнәһендә "кейеҙ" үҙәгенә әүерелде, тип әйтергә мөмкин, унда боронғо халыҡ йолаларын һаҡлаусы инәй - оләсәйҙәр үҙҙәренең оҫталыҡ серҙәрен әсәнән ҡыҙға тапшыра килә.
       Күргәҙмә буйлап йөрөгәндә, әйтәйек, күргәҙмәгә үҙе баҫҡан биҙәкле кейеҙ юрған ебәргән 96 йәшлек Фатима Баҡтыбаева менән бер рәттән йәш авторҙарҙың ижад емештәре лә урын алғаны күренә.
       - Эйе, тула баҫыу ижады идеяһын йәштәр тиҙ арала күтәреп алды. Улар арҡаһында сюжеттар байыраҡ, алымдар - төрлөрәк
       була башланы, - тип билдәләй галерея директоры. - Кейеҙҙәге һүрәттәрҙә йыш ҡына Урал батыр һәм башҡорт һылыуҡайҙары урын ала, төрлө милли биҙәктәр һәм фәнтәзи образдар барлыҡҡа килә. Төҫлө һәм алтын ептәр булһынмы, тәңкәләр, мәрйен - мунсаҡмы, йәнлек тиреләре, күн - барыһы ла эшкә тотонола... Бындай иҫ китмәле экспоицияның беҙҙең галереяла
       урын табыуы бик ҡыуаныслы. Бөгөн инде беҙ халыҡ - ара кейеҙ күргәҙмәһе ойоштороу хаҡында хыялланабыҙ. Бының өсөн көс тә,
       теләк тә, фантазия ла етерлек. Әммә беҙҙең маҡсат маҡтаныу түгел, ә сит илдәрҙәге коллегалар менән тәжрибә уртаҡлашыу, уларҙан да күп нәмәгә өйрәнеү. Бындай күргәҙмә боронғо
       кәсептәрҙе тергеҙеү һәм үҫтереү, күп милләтле халҡыбыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлауға ҙур өлөш индереү булыр ине. Бының менән беҙ Мифтахетдин Аҡмулла үҙен бағышлаған изге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәкбеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал