6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Приставтарҙы шелтәләргә ашыҡмағыҙ
06.04.06


       2005 йылда республиканың суд приставтары өс миллион ярым һум бурыс түләткән. Һәм был сумма - түләнергә тейеш булған аҡсаның 28, 5 проценты ғына. Аҙ тиһегеҙме Әммә приставтарҙы
       шелтәләргә ашыҡмағыҙ. Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Б ашҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы етәксеһе
       Зариф Байғусҡаров һәм уның коллегалары журналистарға приставтарҙың көндәлек эшмәкәрлегендә ниндәй ҡыйынлыҡтар менән осрашырға тура килеүе тураһында һөйләне.
       Шундай хәлде күҙ алдына килтерегеҙ: кемдер иптәшенән бурысҡа аҡса алып тора һәм уны кире ҡайтарып бирмәй. Билдәле
       ваҡыт үткәндән һуң кредитор судҡа мөрәжәғәт итә - унда бурысҡа алыусынан билдәле күләмдәге аҡсаны түләттерергә тигән ҡарар сығарыла. Быға тиклем бурысын түләмәгәс, уның әл е лә ҡарашын үҙгәртеүе икеле, әлбиттә. Хәҙер инде приставтың сираты етә. Барыһы ла ябай ғына һымаҡ: йә бурыслы кеше аҡсаһын сығарып һалырға тейеш, йәки приставтар уның мөлкәтен
       ҡулға ала, артабан мөлкәт һатыласаҡ ә уның аҡсаһы кредитор ҡулына күсәсәк. Асылда иһә быны башҡарып сығыу еңел түгел.
       - Беҙгә йыш ҡына бурыслы кешенең машинаһын, фатирын ҡулға
       алыуҙы һорап мөрәжәғәт итәләр һәм әлегә тиклем быны
       эшләмәгәнгә ризаһыҙлыҡ белдерәләр, - тип аңлата бүлек начальнигы Татьяна Феопентова. Әммә законға ярашлы, бурыслы кешенең барлыҡ мөлкәтенә лә арест һалыу мөмкин түгел.
       Мәҫәлән, ул ултырып йөрөгән автомобилдең документтар буйынса бөтөнләй уныҡы булмауы ла мөмкин. Бурыслы кешенең фа тиры уның йәшәү өсөн берҙән - бер урыны икән, уға шулай уҡ а рест һалынмай. Был фатирҙағы кәрәкле әйберҙәргә, мәҫәлән, телевизор, һыуытҡысҡа (һ.б.) ла ҡағыла. Бурысын түләүҙән баш
       тартыусының ике телевизоры йәки ике һыуытҡысы бар икән, ул саҡта инде мөмкин.
       - Беҙҙә закон бурысҡа биреүсене генә түгел, алыусына ла яҡлай, - ти Татьяна Феопентова. - Уның һуңғы ебенә тиклем ал ып сығып китергә ярамай.
       Бөгөнгө ҡануниәттең ҡайһы бер пункттары социаль әһәмиәтле
       эштәрҙе башҡарыуға ла "ҡамасаулай", тип билдәләне матбуғат
       конференцияһы геройҙары: мәҫәлән, алимент түләтеүҙе алайыҡ.
       Бөгөнгө көнгә балиғ булмаған балаға алимент түләүҙән баш тартыусы атай кеше Енәйәт кодексының 157 - се статья буйынса
       язаға тарттырыла, әммә был осраҡта иң ҡаты яза - өс айға ҡу лға алыу.
       - Реаль рәүештә иректән мәхрүм итеүгә бәйле булмаған яза "алиментсыларҙы" һәм башҡа бурыстарын түләмәүселәрҙе ҡурҡытмай, - ти бүлек начальнигы Ришат Зәйдуллин. - Алимент түләүҙән баш тартыусылар һаны артҡандан арта бара. 2006 йылдың беренсе ғинуарына уларҙың һаны 30 меңгә еткән. 2005 йылда "алиментсыларға" ҡаршы меңгә яҡын енәйәи эше асылды. Ә ¬¬ә ҡабатлап әйтәм, беҙҙең ҡануниәт был осраҡта артыҡ либераль, һәм бындай тәртип боҙоуҙарҙың күләмен кәметеүгә булышлыҡ итмәй.
       Тотҡарланған эш хаҡын түләтеү йәһәтенән приставтар шаҡта й ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшкән. 2005 йыл эсендә приставтар эш биреүселәрҙән 366 миллион һум түләткән, был үҙ сиратында 54
       мең хеҙмәткәргә эш хаҡын алырға мөмкинселек бирә. Матбуғат конференцяһында енәйәт эше ҡуҙғатырға мөмкин булған
       кешеләр даирәһен киңәйтеү кәрәклеге тураһында ла әйтелде. Бөгөн Минюстта Енәйәт кодексына төҙәтмәләр әҙерләнә, улар буйынса коммуналь түләүҙәр, банк кредиттары һ. б. буйынса бурысҡа батыусыларҙы ла енәйәтселәр эскәмйәһенә ултыртыу мөм кин буласаҡ. Әйткәндәй, һуңғыларының һаны артҡандан арта бара.
       - Ҡулланыусылар кредитының популярлығы артҡан һайын банкыларҙың заемщиктарҙан бурыстарын түләтеүҙе һорап
       мөрәжәғәт итеү һаны ла күбәйә. Әйткәндәй, бындай эш ғәҙәттә түләтеү мөмкин булмауы тураһындағы акттар менән тамамлана, -
       тип билдәләне Татьяна Феопентова. - Бәлки кредиторҙар хәлде ң шулай буласағын күҙаллап үҙ мөлкәтен алдан башҡа кешеләргә яҙалыр, әммә беҙ килеүгә уларҙың формаль бер мөлкәте лә булмай. Хәйер, банкыларҙың ҡабатлап дәғүә белдереү осраҡтары
       һирәк күҙәтелә.
       Суд приставтарының эш һөҙөмтәһен күтәреү өсөн хеҙмәткә оператив - эҙләү эшмәкәрлеге алып барыу хоҡуғы биреү һәм Эске эштәр министрлығы, һалым хеҙмәте һәм башҡаларҙың мәғлүмәттәр базаһы менән файҙаланыуҙы тәьмин итеү планлаштырыла.
       Һөйләшеү аҙағында Зөфәр Байғусҡаров бурыс түләтеү менән
       шөғөлләнеүсе приставтарҙан тыш суд эшмәкәрлегенең билдәле т әртибен тәьмин итеү менән шөғөлләнеүсе приставтар ҙа барлығын хәтергә төшөрөп үтте. Улар суд процесында тәртип
       һаҡланыуын күҙәтә, унда ҡатнашыусыларҙың процесҡа килеүен
       һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итә. 2005 йылда, мәҫәлән, суд процесында ҡатнашыуҙан баш тартыусы 16 меңгә яҡын кеше судҡа килтерелгән.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал