6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Ғалим Лепехиндың Башҡортостанға сәйәхәте
06.04.06


       "Башҡортостан" энциклопедияһында беҙҙең төбәкте өйрәнеүселәрҙең береһе Иван Иванович Лепехин (1740 - 1802) тураһында яҙылған. Ғалим һәм натуралист бай мираҫ ҡалдыра - уның "Фәндәр академияһы докторы адьюнкт Иван Лепехиндың 1768 - 1769 йылдарҙа Рәсәй дәүләтенең төрлө провинциялары
       буйлап сәйәхәте яҙмалары" китабы бик ҙур әһәмиәткә эйә.
       Лепехин Академия гимназияһын тамамлай, ә 1760 йылда Академия университетына уҡырға инә. Эрудицияһы һәм белемгә ынтылышы менән айырылып торған егетте уҡыуын дауам итер өсөн Страсбургҡа ебәрәләр.
       Рәсәйгә ҡайтҡас, Лепехин Академия адьюнкты итеп һайлана. Ун һигеҙенсе быуаттың 60 - сы йылдар уртаһында Фәндәр
       академияһы Рәсәй дәүләтенең төбәктә урынлашҡан һәм аҙ өйрәнелгән райондарын үҙ эсенә алыусы экспедициялар ойоштора. Ошондай экспедицияларҙың береһенә Лепехин етәксе и теп тәғәйенләнә. Алты кешенән торған төркөмдөң маршруты
       Башҡортостан аша ла үтә. 1769 йылдың октябрында Лепехин Ырымбур аша Табынға килә һәм унда ҡышлауға ҡала. Шул арала у л артабанғы маршрут тураһында һөйләшеү өсөн ул был ваҡытта Ө фөлә булған академик Паллас эргәһенә килә.
       Лепехиндың яҙмаларында Башҡортостандың ауылдары, унда йәшәүсе кешеләр һәм уларҙың ғөрөф - ғәҙәттәре, тәбиғәте тураһында байтаҡ мәғлүмәт бар.
       1770 йылдың яҙында төркөм Табындан Стәрлетамаҡҡа, артабан
       көнсығышҡа һәм төнъяҡ - көнсығышҡа юл тота. Юлдары Верхотор, Воскресенск, Преображенск, Кананикольск, Әүжән һәм
       Белорет рудниктары һәм заводтары аша үтә.
       1770 йылдың майынан сентябрь айына тиклем Лепехиндың төркөмө 33 заводта ( уларҙың һигеҙе Башҡортостан биләмәләрендә урынлашҡан) була.
       Ғалим Ямантау һәм Ирәндек тауҙарын һүрәтләй, Шүлгәнташ мәмерйәһендә, Талҡаҫ күлендә була, һабантуйҙа ҡатнаша.
       Үҙенең юлын дауам итеп, Лепехин етәкселегендәге төркөм Екатеринбургҡа юл тота...
       Ғалим 1802 йылдың 6 апрелендә вафат була.
       Лепехиндың яҙмалары Петр Рычковтың край тарихы буйынса
       "Ырымбур губернаһы топографияһы" һәм Петр Палластың
       "Рәсәй дәүләтенең төрлө провинциялары буйлап сәйәхәт" хеҙмәттәре менән бер рәттә тора.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал