6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Борис Домашников ваҡыт һәм үҙе тураһында
05.04.06


       Күренекле рәссам Борис Домашниковҡа ( 1924 йылдың 5 апрелендә тыуған) "Өфө ҡалаһының почетлы гражданины" тигән и сем бирелә. "Һүрәт төшөрөү сәнғәте, Башҡортостандың һынлы сә нғәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө, тыуған илгә ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләүе һәм әүҙем күргәҙмә эштәре өсөн", - тип әйтелә почетлы билдәне тапшырыу тантанаһында.
       Борис Федорович Иваново өлкәһенең Кригоузово ауылында, үҙе әйтмешләй, "матурлыҡ буйынса тиңе булмаған урында"
       донъяға килә. Әммә артабанғы яҙмышы уны беҙҙең яҡтарға алып
       килә.
       - 1935 йылдың мартында атайым эшкә ялланып, Башҡортостанға , Өфөнөң моторҙар эшләү заводын төҙөргә китте. Беҙ биш бала инек. Ярлылыҡта, ауыр көн күрҙек. Әммә һәр бер байрамыбыҙға - 7 ноябрь, Беренсе май... - ҡыуандыҡ. Киләсәктең бәхетле булырына ышанысты юғалтманыҡ.
       - Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда миңә ун ете йәш ине. Ябы ҡ кәүҙәле булғас, үҫмергә оҡшап тора инем, һәм хәрби комиссариатта мине доброволец итеп алыуҙан баш тартыуҙарын б ик ауыр кисерҙем. Горкомхоздың оҫтаханаһына юлландым: лозунгылар яҙҙым, плакаттар төшөрҙөм. Һәр хәрефкә үҙемдең күңелемде, һыҙланыуҙарымды, нәфрәт һәм өмөттәремде һалдым, б уғай... Бында минең кәрәгем тейҙе. Ә кешеләргә кәрәкле булыу
       иң мөһимелер ул. Тормошомдоң иң бәхетле мәле - һуғыш бөтөү тураһындағы хәбәрҙе ишетеү. Еңеү көнө - ул ваҡытта һәр кем яҡты, юғары тойғолар менән йәшәй ине.
       Тағы бер бәхетле көнөм - художество училищеһына уҡырға инеү. Был да 45 - се йылда булды.
       Мине оло сәнғәт юлына баҫтырыусы Өфө рәссамдары П. Лебедев, А. Тюлькин, М. Беспалова хаҡында мин әле лә йылы
       иҫтәлектәр һаҡлайым.
       Һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ намыҫы алдында бурыстары бар. Һәм хеҙмәткә һәм тормошҡа бүленгән тиҫтәләрсә йылдар эсендә уларҙың бер өлөшөн генә булһа ла түләп булһа икән! Минең өсө н был бурыс - һуғыш, фронттан ҡайта алмаған атайым тураһында иҫтәлекте һаҡлау. "9 май", "Һалдат ҡәбере", "Атайым иҫтәлеге " тип исемләнгән һүрәттәремдә мин ошо тойғоларҙы һүрәтләргә тырышам. Әммә барыһын да әйтеп бөтә алмайым әле, һәм был мине яфалай.
       Һәр халыҡтың үҙ иҫтәлектәре, ҡомартҡылары, ҡәҙерле исемдәре һәм ваҡиғалары бар, һәм улар милли ғорурлыҡ тойғоһон барлыҡҡа килтерә. Уларҙы онотҡанда йәки иғтибар бирмәгәндә беҙ тормош аһәңлелеген боҙабыҙ. Был тулы мәғәнәһендә Тыуған илгә генә түгел, үҙебеҙ йәшәгән конкрет урынға ла ҡағыла. Ҡалаларыбыҙҙы насар һаҡлайбыҙ - киңлек һәм
       ваҡыт аша ғына түгел, күҙгә күренмәгән йөрәк төйөндәре менә ­ бәйле булған әйберҙәрҙе бер ҙә уйламайынса емерәбеҙ, ватаб ыҙ, үҙгәртеп ҡорабыҙ. Үҙебеҙҙең Өфө ҡалаһын ғына алайыҡ. Мин әле йәш сағымда Тюлькинға бына ваҡыты килеп еткәс, Архиерейка урынына аҡ ҡала үҫеп сығыр әле, тип әйткәнем хәтерҙә. Аҡыл эйәһе Александр Эрастович шул саҡта миңә: эйе,
       аңлайым, аҡ ҡала - бик һәйбәт, әммә Архиерейка менән тормоштоң ҡайһы бер ҡабатланмаҫ мәлдәре лә юҡҡҡа сығасаҡ, тип яуапланы.
       Ҡайһы ваҡыт минән бәхетлеһеңме, тип һорайҙар. Эйе. Мин рәссам һөнәренә эйә булдым. Ваҡыт менән бергә йәшәнем. Нимәнелер эшләп өлгөрҙөм, өлгөрмәгәне лә етерлек. Үҙ эшемдә ижади алымдар таптым. Ғаиләм бар: ике балам - ҡыҙым һәм улым, өс ейәнем. Был да бәхет.
       Рәссамға үҙенең эштәре менән ҡәнәғәт булыу - булмауын әйтеүе ҡыйын. Әммә мин күп эшләнем. Сәмәрҡәндте, Новгородты, Псковты, Ростовты, Мәскәүҙе, Уралды, Италияны, Чехословакияны... төшөрҙөм...
       Әммә бөгөнгө мәғәнәлә әйткәндә, бай кеше түгелмен. Долларҙарым да, артыҡ һумдарым да юҡ. Уның ҡарауы картиналарым күп, һәм илебеҙ быны баһаланы. Миңә юҡҡа ғына С ССР - ҙың халыҡ рәссамы исеме бирелмәне бит. Ә өфөлөләр "Өфөнөң почетлы гражданины" исеме менән ҙурланы. Рәхмәт уларға.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал