6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Геолог Тимерғазиндың батырлығы
04.04.06


       Ҡадир Рәхим улы Тимерғазин 1913 йылдың 5 февралендә Пермь
       губернаһы Шадрин районы Әмин волосының ( бөгөн Силәбе
       өлкәһенең Ҡоншаҡ районы) Сабаҡтыкүл тигән башҡорт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. 9 йәштән көтөү көтә, һуңынан батраклыҡҡа яллана. 1927 йылда, башланғы с мәктәпте тамамлағандан һуң, Арғаяш мәктәп - интернатына уҡырға инә. 1930 - 35 йылдарҙа Ҡазан университетының геологи я факультетында белем ала. 28 йылға һуҙылған ғилми
       эшмәкәрлегендә ул Көнбайыш Башҡортостанда нефть сыҡҡан
       урындарҙы ентекле өйрәнә, айырыуса түбәнге карбон һәм девондың терриген ҡатламдарын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Тормошоноң һуңғы ун йылында ҡеүәтле девон ҡатламдарын өйрәнеү менән шөғөлләнә һәм уларҙың нефть һәм газ сығарыу мөмкинселектәрен баһалай, Туймазы, Баулы, Серафимовкала девон нефтен асыуҙа ҡатнаша. Тимерғазин етмештән ашыу ғилми эш авторы. 1947 йылдан башлап ул Өфө ғилми - тикшеренеү институтына етәкселек итә, 1951 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тау - геология институтында эшләй.
       К. Р. Тимерғазин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Ҡыҙыл Йондоҙ, икенсе дәрәжә Ватан һуғышы, ике "Почет билдәһе" ордены менән наградлана, геология фәнен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн 1957 йылдың 6 июнендә Юғары Совет Президиумы указы менән уға "РСФСР - ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре" тигән исем бирелә. 1958 йылда "Көнбайыш Башҡортостанда девонға тиклемге ҡатламдар һәм уларҙың нефть сығарыу перспективалары" темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡ лай.
       К. Р. Тимерғазин "Башҡорт нефтенең тарихы" тигән бик шәп
       китап яҙа, унда автор күрәләтәме әллә наҙанлыҡ арҡаһындамы
       башҡорттарҙы примитив малсылар тип атауҙы документаль рәүештә кире ҡаға. Бының өсөн ул махсус рәүештә Ленинградҡа бара һәм Петр Беренсенең кунсткамераһында старшина Надир Урәзмәтовтың 1764 йылдың 16 июлендә Шөгөрҙә нефть
       эшкәртеү заводы төҙөү тураһында һорап Бергколлегияға яҙған үтенесен таба.
       К. Р. Тимерғазин - Башҡортостандың йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. 1959 - 1963 йылдарҙа БАССР Юғары Совет депутаты
       һәм рәйесе була. 1963 йылда РСФСР Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
       1963 йылдың 4 апрелендә профессор К. Р. Тимерғазин фронтт а эләктергән ауырыуынан вафат була.
       Талантлы ғалимдың көндәлек тормошо нимәнән ғибәрәт Уның коллегаһы, СССР Дәүләт премияһы лауреаты Б. Г. Логинов хәтерләй: "Ҡадир Рәхим улының үҙенсәлекле һыҙаты - уның ныҡымышлығы һәм дәүләт һәм партия уға ышанып тапшырған эш өс өн яуаплылыҡ тойғоһо. Ҡадир Рәхим улы - юғары эрудициялы тии кшереүсе, тотанаҡлы һәм әҙәпле етәксе - менән эшләүе еңел һә м ҡыҙыҡлы булды. Эштәге хатаһы йәки үҙ - үҙен тотошондағы
       етешһеҙлеге өсөн шелтәгә лайыҡлы хеҙмәткәргә лә уның тауыш күтәргәнен хәтерләмәйем. Әммә шул уҡ ваҡытта бындай
       ҡылыҡтарҙың береһен дә тикшермәйенсә үткәреп ебәрмәне, осраҡлы хаталарҙы ялҡаулыҡ арҡаһында ебәрелгәндәренән, йәш б елгестең эрудицияһы етмәүен тәжрибәле белгестең еңел аҡыллылығынан айыра белде. Тикшереү эштәре менән мауығыуы һә м иҫ киткес эшһөйәрлеге уның тирәләй юғары әүҙемлек мөхите тыуҙырҙы".
       Геология - минералогия фәндәре докторы, профессор, РСФСР - ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре К. Р. Тимерғазин Мосолман зыяратында ерләнгән. Ҡәберендә яһалма таштан эшләнгән саркофаг ҡуйылған. Уның эсендә - сәскәләр. Обелискыһы ҡара граниттан яһалған.
       Ошо көндәрҙә Өфөлә тәүге тапҡыр фәнни "Тимерғазин
       уҡыуҙары" үтте.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал