6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Урамдарҙа милиционерҙар һаны арта
04.04.06


       Бөгөнгө көндән башлап Өфө урамдарында милиция һаны арта.
       - Дүртенсе апрелдән быйылғы йылдың июнь айына тиклем ҡалала Эске эштәр министрлығының шәхси составы көстәрен, район һәм ҡала эске эштәр бүлектәре, шулай уҡ РФ Эске эштәр
       министрлығының Өфө юридик институты курсанттарын йәлеп итеүҙе файҙаланып дөйөм профилактика саралары үткәреләсәк, -
       тип һөйләне "БАШвестЪ" гәзитенә БР Эске эштәр министрлығының йәмәғәтселек тәртибен тәьмин итеү идаралығы н ачальнигы Фаил Мөхтәруллин. - Был сараларҙы үткәреү инициативаһы ҡала урамдарында һәм йәмәғәт урындарында бурлыҡ, талау, һөжүм итеү, транспорт средстволарын ҡыуып алы п китеү кеүек енәйәттәр һанының артыуына бәйле.
       Шулай уҡ йорт подъездары, сарҙаҡтар һәм подвалдар тикшереләсәк, юлдарҙа юл - патруль хеҙмәтенең өҫтәмә постары ҡуйыласаҡ. Бер ыңғай милиция тикшереү эштәре һәм судтан ҡасып йөрөүселәрҙе эҙләп табыу һәм тейешле урынға
       алып барып тапшырыу мәсьәләләрен дә башҡарырға ниәтләй.
       - Бындай сараларҙың бурысы - ҡалабыҙҙа йәшәүселәр һәм уның ҡунаҡтары үҙҙәрен хәүефһеҙлектә тоя алһын өсөн Өфө урамдарындағы хәлде көйләү, - тип белдерҙе Фаил Мөхтәруллин.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал