6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Тикшереүҙе үҙ эшенең оҫталары алып бара
04.04.06


       Милиция тәфтишселәре алтынсы апрелдә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында тикшереү подразделениелары барлыҡҡа килеүенә 43
       йыл тулыуын билдәләү алдынан эске эштәр министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы эргәһендәге Төп тикшереү идаралығы начальнигы Вячеслав Цысь журналистар менән осрашты.
       - Тикшереү эштәре аппараты - Эске Эштәр министрлығы системаһында әйҙәүсе хеҙмәттәрҙең береһе, уға хоҡуҡ һаҡлау
       органдарының иң мөһим бурысы - енәйәттәрҙе тикшереү йөкмәтелгән, - тип башланы һөйләшеүҙе республиканың баш тәфтишсеһе. - Дәүләт исеменән тәфтишсегә киң вәкәләттәр
       бирелеү генә түгел, ҙур яуаплылыҡ та һалына.
       Бөгөн Башҡортостандың эске эштәр органдарында 964 тәфтишсе эшләй. Күпселеге - 780 кеше тирәһе - юғары белемле белгестәр, уларҙың 90 проценты юғары юридик белемгә эйә. Республиканың тикшереү подразделениелары өсөн кадрҙарҙы РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты һәм Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты әҙерләп сығара.
       - Эшкә ҡабул иткәндә беҙ ошо вуздар сығарылыусыларына өҫтөнлөк бирәбеҙ. Әммә беҙҙең эштә белем генә етмәй, - тип һанай Вячеслав Цысь. - Тикшереү эше кодекстарҙы белеүгә генә
       ҡоролһа, компьютер программаһы төҙөү юлы менән дә тейешле
       һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин булыр ине. Тәфтишсе - психолог
       та булырға тейеш, тормош тәжрибәһе булыуы ла мөһим. Ғөмүмән, минең ихтыярымда булһа, тәфтишселәр өсөн йәш сиген 25 йәштән дә кесе түгел, тип билдәләр инем. Эске эштәр министрлығы мәктәбендә шул уҡ урта махсус белем алған егет һәм ҡыҙҙар кешеләрҙең яҙмышын хәл итә ала, тип уйламайым.
       Республикала тәфтишселәрҙең уртаса йәше - утыҙҙан саҡ ҡын а юғарыраҡ. 130 - ға яҡын белгес тикшереү эшендә бер йылдан аҙыраҡ, тағы 230 тирәһе - бер - өс йыл тирәһе эшләй. Яңы эш кә килгән тәфтишсе ете мең һум эш хаҡына өҫтәп бик күп йөклә мә ала: уға эштә көнө - төнө булырға тура килә. Практика күрһәтеүенсә, кадрҙарҙың эштән китеүе башлыса эш күләмен тулыһынса башҡара алмауын аңлаған, эш стажы өс йылдан да аҙыраҡ булған йәш кадрҙар иҫәбенә барлыҡҡа килә. Әйткәндәй, 2005 йыл йомғаҡтары буйынса, БР Эске эштәр идаралығы эргәһендәге Төп тикшереү идаралығы судҡа ебәрелгән эштәр
       һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урынға сыҡты.
       - Кадрҙар алмашыныуы күҙәтелә - йыл һайын тәфтишселәрҙең 20 - 25 проценты алмашына, әммә хеҙмәткәрҙәр етешмәүе һиҙелгәне юҡ, - тип билдәләне Вячеслав Цысь. Ул шулай уҡ производстволағы эштәр һаны күп булыуына ҡарамаҫтан, тәфтишселәрҙең эш сифаты артыуын белдерҙе. Аҡлау хөкөмдәре һ анының кәмеүе лә ошоно раҫлай - 2005 йыл эсендә улар ни бары 16 - ға еткән.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал