6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Ысын күңелдән һөйләшеүгә бер нимә лә етмәй шул
21.12.03


       Ошо көндәрҙә рәсәйлеләр Президент Владимир Путин менән т ағы бер, инде өсөнсө тапҡыр, ысын күңелдән һөйләшеп алыу мөм кинлегенә эйә булды. Әйтергә кәрәк, әңгәмә ихлас ҡоролдо, В ладимир Владимирович һәр ваҡыттағыса һәр һорауға тура яуап б ирергә тырышты. Әгәр ҙә инде ниндәйҙер һорауға яуап бирергә әҙер түгел икән, был турала йәшермәйенсә әйтте.
       Президент менән һайлаусыларҙың диалогы өйрәнелгән тәртип буйынса ( һорау - яуап) төҙөлдө. Һорауҙарҙы теләүселәр телеф он, Интернет аша бирә ала ине. Рәсәй ҡалаларында йәшәүселәр дәүләт башлығы менән журналистар аша аралашты.
       Бирелгән һорауҙарҙан сығып, Рәсәй яҡшыраҡ һәм тынысыраҡ й әшәй башланы тигән һығымтаға килергә мөмкин: әгәр элегерәк и ҡтисад, сәйәсәткә ҡағылышлы һорауҙар йыш күтәрелһә, хәҙер ки леп проблемалар башлыса шәхси йә урындағы масштаб кимәленән артманы тиергә була. Рәсәйлеләрҙе Президенттың шәхси тормошо , ғаиләһенең йәшәйеше ҡыҙыҡһындырыуы асыҡланды: ул ниндәй к өйҙәр тыңларға ярата, ҡыҙҙарын нисек итеп тәрбиәләй, Интерне т менән файҙаланамы, эте ни хәлдә һәм башҡалар. Актуаль проб лемаларға бәйле һорауҙар ҙа яңғыраны, әлбиттә. Уларҙың береһ е, мәҫәлән, Чечнялағы террорсылыҡ һәм ғөмүмән ундағы хәлдәр барышы. Был һорауҙы әле һаман да шартлауҙар яңғыраған Ставро польдә йәшәүселәр бирҙе. "Был хәл ҡасан үҙгәрер"тип һораны улар. Владимир Владимирович иһә был проблеманы хәл итеү юлы бер генә, ул да булһа беҙҙең экстремист баҫымдарға бирешмәүе беҙ һәм күмәкләп уларға ҡаршы тороуыбыҙ тип яуапланы. Байта ҡ һорауҙар пенсия, ташлама, пособиеларға ҡағылышлы яңғыраны.
       Эске эштәр һәм башҡарма власть органдарында коррупция ла иғ тибарһыҙ ҡалманы. Әйткәндәй, Владимир Владимировичтың корруп ция тураһындағы яуабы беҙҙең республикаға ла тап килә.
       - Быйыл, - тине Рәсәй Президенты, - Эске эштәр министрлығ ы өлкәһендә 19 мең ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән. Уларҙың 2 ,6 меңе - туранан тура закон боҙоу. Күп кенә хеҙмәткәрҙәр ад министратив һәм енәйәт яуаплылығына тарттырылды һәм был РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар ( беҙҙә - Республика Президентын -
       авт.) менән бәйле түгел, сөнки эштәрҙең күбеһе бер йыл - йы л ярым элек үк асылған. Һорауҙар ағымы туҡтамайынса килде - ҡытайлылар һәм һәм башҡаларҙың Рәсәйгә миграцияһы, Рәсәй вал ютаһына ҡағылышлы проблемалар, илебеҙҙең Белоруссия менән ҡу шылыуы һ.б. - өс сәғәт эсендә миллион ярым кеше телефондан ш ылтыратып һорау бирҙе. Президенттың уларҙың барыһына ла яуап
       бирергә мөмкинселеге булманы, әлбиттә, әммә уның яуаптарына н аңлашылыуынса, Рәсәй артабан да бер нимәгә ҡарамайынса һай ланған юл менән алға барасаҡ тип ышаныс менән әйтергә була.
       Башҡортостанда йәшәүселәрҙең былтырғы кеүек үк Президент менән бәйләнешкә инә алмауҙары йәл, әлбиттә. Ул ваҡытта, моғ айын, беҙ бөгөн һәр кемде борсоған һорау - уның Башҡортостан
       Президентын һайлауҙарҙа кемдең кандидатураһын хуплауын беле р инек. Хәйер, һуңғы ваҡытта Башҡортостанға РФ Федерацияһы П резидентының Волга буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәки ле Сергей Кириенконың, РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Галина Карелованың Башҡортостанға сәфәрҙәре һәм уларҙың республикан ың курсына биргән баһалары үҙәктең кем яҡлы икәнлеген асыҡ к үрһәтә.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал