6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Бөгөнгө сәсәндәр футболка кейеүҙе хуп күрә
04.04.06


       Ерәнсә сәсән, Ҡобағош сәсән, Байыҡ - Айҙар сәсәндән айыр малы рәүештә, бөгөнгө сәсәндәргә милли азатлыҡ хаҡына яугирҙ арға фатиха биреп һуғышҡа оҙатырға, һуңынан данлаусы йырҙар менән ҡаршы алырға кәрәкмәй. Уларҙың төп бурысы - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыуын байрам итеү сиктәрендә үткәрелгән асыҡ сәсәндәр конкурсында үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтеү. Конкурстың
       инициаторы булып филология фәндәре докторы, Төрки телле илдәр һәм БДБ төбәктәре һәм Рәсәй Федерацияһының Халыҡ - ара халыҡ сәсәндәре конкурсы лауреаты Розалия Солтангәрәева сығыш яһаны. БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте уның идеяһын хуплап ҡаршы а лды.
       Сәсәндәр конкурсының финалы ошо көндәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә үтте. Ҡала конкурсы тип аталыуына ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларҙың яртыһы тип әйтерлек республиканың ҡала һәм райондарынан килгән ине.
       Финалға сығыусы сәсәндәргә бәхет йылмайҙы, тип әйтергә кәрәк, сөнки 300 сәсән араһынан һайлап алынған иң оҫта утыҙ
       кешене тыңлаусылар араһында хөрмәтле ҡунаҡ - республика Президенты Мортаза Рәхимов та бар ине.
       Орджоникидзе районынан Әлифә Ялмырҙина ҡобайырын юҡҡа ғын а беренсе булып башҡарманы, уның "450 йыллыҡ тураһында" ҡоба йыры урыҫ һәм башҡорт халыҡтарын дуҫ йәшәргә саҡыра. Байрамда ҡаҙаҡ халҡының вәкиле лә булды: Тәлғәт Мулдағәлиев Башҡортостанға Ҡаҙағстандың сәләмен еткерҙе, үҙенең йыраусылыҡ оҫталығы менән дә уртаҡлашты.
       Сәсәндәр төрлө йәштә - 60 йәштәгеләр ҙә, дүрт йәштәгеләр
       ҙә килгән. Башҡорт милли костюмы кейгән "егет" - Өфөнөң иң йәш сәсәне Шайморат Мәмбәтов халыҡты үҙенең "йәшлеге" менән генә түгел, сағыу һәм матур итеп ҡобайыр уҡый белеүе менән д ә таң ҡалдырҙы.
       Дөйөм алғанда, ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тип әйтерлек зауыҡлы итеп тегелгән башҡорт милли костюмдарында сығыш яһаны. Бары тик башҡорт лицей - интернатынан килеүсе егеттәр
       генә башҡаларға эйәрмәйенсә, үҙ сығышы өсөн "сәсәндәр" тип яҙылған ғәҙәти футболкалар һәм йәшел бандана һайлаған.
       Улар бында башҡаларҙан айырылып торор өсөн түгел, ә Илшат
       Сынбулатов әйтмешләй, үҙ халҡының теле, мәҙәниәте һәм
       йолаларына яҡыныраҡ булыр өсөн килгән.
       - Конкурс миндә патриотлыҡ тойғолары уята, - ти йәш сәсән .
       - Конкурста ҡатнашып, мин башҡорттарҙың ғөрөф - ғәҙәттәре
       тураһында байтаҡ нимә белдем. Ҡобағош сәсән, Айҙар - Байыҡ сәсәндең ижады үҙе генә ни тора...
       - Улар кеүек булырға теләр инем дә, был еңел түгел, - ти @imsp Дәүләтбаев.
       - Ә бының өсөн нимә кәрәк һуң
       - Тырышырға. Талантлы шағир булырға, телде яҡшы белергә, - ти Илдар Мостафин.
       - Сәсән көслө, ҡыйыу булырға, кешеләрҙе изгелек юлына әйҙәргә бурыслы, - тип өҫтәй Артур Ғилметдинов.
       - Тағы ла ул намыҫлы, ғәҙел, аҡыллы булырға тейеш, - ти сер
       итеп кенә 15 йәшлек Алтынай Юнысова, 20 - се мәктәптән килгән был ҡыҙ үҙе ижад иткән ҡобайыр менән сығыш яһаны.
       - Сәсән ул тағы килеп фәйләсүф, психолог һәм, иң мөһиме, ул кешелекле шәхес. Ҡатын - ҡыҙ ҙа сәсән була ала. Беҙ кемдән кәм
       - Гран - при алырға хыялланаһыңмы
       - Минең өсөн утыҙ финалист иҫәбенә инеү үҙе үк еңеү һәм бәхет. Минең өсөн матди ҡиммәттәрҙән бигерәк рухи ҡиммәттәр мөһим...
       Башҡорт сәсәндәренең беренсе асыҡ ҡала конкурсының еңеүсеһе тип 122 - се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Фәйрүзә Иштанова танылды. Ул Өфө ҡалаһы ҡала округынан аҡсалата премия һәм конкурс бағыусыларынан ҡиммәтле бүләк менән наградланды.
       18 йәшкә тиклемге сәсәндәр араһында беренсе урынды
       Өфөнөң 48 - се башҡорт лицейы уҡыусыһы Артур Ҡарағолов яуланы, икенсе урынды Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназияһы уҡыусыһы Тәлғәт Манапов һәм Башҡорт иҡтисади лицей - интернатынан Илсиә Йәнбирҙина бүлеште. Өсөнсө урында Хәйбулла районының Федоровка ауылынан Фидан Сәғитов, Өфөнөң 20 - се башҡорт гимназияһынан Урал Әминев һәм Әлиә Дәүләтшина.
       Өлкән йәштәгеләр категорияһында жюри беренсе урынды Бөрйән районынан килгән Заһир Дауытовҡа, икенсе урынды - өфөлө Юлиә Йәһүҙинаға һәм Учалынан Ғарифа Кудряваяға бирҙе. Өсөнсө урынды Өфөнән Ризуан Мөхәмәҙиев, Сибайҙан Ғәлиә Әхмәтова һәм Дәүләкәндән Зөләрәм Снигирева бүлеште.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал