6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Ҡараңғылыҡты таратыусы шағир
03.04.06


       1963 йылдың өсөнсө апрелендә төрөк яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Назим Хикмәт вафат була. Ул 1902 йылдың 20 ғинуарында бай һәм билдәле ғаиләлә донъяға килә, пашаның
       ейәне була, һөҙөмтәлә шағир - коммунист, ярлы һәм кәмһетелгәндәрҙең яҡлаусыһына әйләнә.
       1921 йылда Хикмәт Мәскәүгә килә. Бында Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең Коммунистик университетында белем ала. Ул М әскәүҙә алты йыл самаһы йәшәй, артабан Төркиәгә ҡайта. Тыуған илендә уны дошмандарса ҡаршы алалар. Назим Хикмәт 17 йыл ғүмерен төрмәләрҙә үткәрә. Унда ла ижадын дауам итә,
       шиғырҙарын тарата. 1951 йылда Назим Хикмәтте яҡлаусы халыҡ - ара хәрәкәт уны төрмәнән йолоп ала. Ул тағы ла беҙҙең илгә
       килә.
       Хикмәттең шиғырҙарын бар донъяла беләләр. Уның ерҙә йәшәүсе барлыҡ кешеләргә "Беҙ янмаһаҡ, кем ҡараңғылыҡты таратыр" тип яҙған мөрәжәғәт - шиғырын ғына хәтергә төшөрөү
       ҙә етә.
       Һөйкөмлө, эскерһеҙ кеше, ҡыйыу көрәшсе һәм шағир күмәк халыҡҡа мөрәжәғәт итә белә, һәр кем өсөн аңлайышлы итеп һөйләй. Шағир Семен Кирсанов уның хаҡында былай тип хәтерләй: "Мәскәүҙәге шау - шыулы студенттар аудиторияһында йәки Мәҙәниәт йортоноң ғәйәт ҙур залында - ҡыйыу йөрәкле кеше, шағир Назим Хикмәт сығыш яһай... .
       Ул шиғырҙарын төрөк телендә уҡый. Һәм улар һәр кемгә аңлашыла. Был шиғырҙар совет шағирҙары тәржемәһе буйынса ғәжәйеп таныш. Әммә шағирҙың тере тауышы, бай һәм тос
       юлдарының иҫ киткес ритмы - тәржемәне "аңлата". Тыңлаусылар
       бер нисә тапҡыр урындарынан күтәрелә һәм "На - зим Хик - мә т!" тип ҡысҡырып, яҙыусыны алҡыштарға күмә.
       Халыҡ һөйөүен һәм данды ул ҡыйыу тормошо һәм шундай уҡ ҡыйыу поэзияһы менән яуланы".
       А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының икенсе курс студенты Рәми Ғариповтың көндәлегендә түбәндәге юлдар
       һаҡланған. Улар 1951 йылдың 22 октябрь көнө яҙылған:
       "Юҡ, был көн бер ҡасан да онотолмаясаҡ! Ғүмерем буйына! Мин был көндө иң бәхетле көндәремдең береһендәй күреп һаҡлаясаҡмын.
       Назим Хикмәт! Нисек итеп уның яҡты йылмайыуын онотайым Н исек итеп уның әсир итеүсе тауышынан ҡотолорға Юҡ, уның тауышы минең өсөн мәңге яңғыраясаҡ".
       Әҙәбиәт институтында уҡыған ваҡытында Рәми Ғарипов бер
       нисә йыл Мәскәү эргәһендә, күренекле яҙыусылар Чуковский, Катаев, Маршак, Пастернак һәм башҡаларҙың дачалары урынлашҡан Переделкино ҡасабаһында йәшәй.
       Назим Хикмәттең дачаһы һәр кем - танылған мэтр өсөн дә, й әш студент өсөн дә асыҡ була. Һәр кем уның янына килеп шиғырҙарын уҡый ала. Ул иғтибар менән тыңлай, һуңынан үҙенең
       фекерен белдерә, шул уҡ ваҡытта бына тигән сәйәсәт һәм тел
       ғилеме дәресен бирә. Әммә уның янына барырға һәр кем баҙнат
       итмәй, сөнки Хикмәт һәр ваҡыт уйлағанын тура әйтә, ә шиғриәткә ҡарата аяуһыҙ талапсан мөнәсәбәттә була.
       Рәми Ғарипов үҙенең иптәше, шулай уҡ Әҙәбиәт институты сығарылыусыһы, шағир Вил Ғүмәровҡа ла Назим Хикмәт тураһында күп нимә һөйләй:
       "Мин ғүмерем буйына Назим Хикмәт менән йәшәнем. Әммә хәҙер ҙә минең ғүмерем уның бөйөк тормошонда бер
       бәләкәй арауыҡ ҡына булыуын аңлайым. Легендар шәхес. Ул һоҡланып йәшәне, башҡалар үҙҙәре лә һиҙмәйенсә уға ҡарап һоҡланды. Уның һәр һүҙе көслө, күпме аллитерациялар, һәр юлы
       ҡамсы кеүек тығыҙ. Был өндәр көрәше, улар йәшәй, һәр береһендә иҫ киткес көс һаҡлана.
       Шиғырҙарында шул тиклем тәрәнлек һәм бик күп табыштар бар . Әммә өҫтәмә формалар табыу уның өсөн бер ҡасан да маҡсат түгел. Улар һулыш алған кеүек тәбиғи. Уның тауышын ишеткән
       ваҡытта шиғырҙарын бар йөрәгең менән тояһың. Был тойғоно һүҙ менән аңлатыуы ҡыйын. Мин уның шиғырҙарын оригиналда
       уҡыр өсөн МДУ- ла төрөк теле буйынса лекциялар курсын тыңланым.
       Уның шиғырҙары ваҡыттан туҡылған кеүек, һәр һүҙендә дәүер
       сағыла, һәм был дәүер - егерменсе быуат.
       Назим Хикмәт һирәк осраусы шағирҙар исемлегенә инә, улар шиғыр яҙмай, шиғриәт - уларҙың тормошо. Ул уны башынан аҙағынаса үҙе һөйләй".
       Рәми Переделкинола йәшәгән ваҡытта бөйөк күршеһе менән
       аралашыуы хаҡында ла яҙыр ине, моғайын. Әммә өлгөрмәне. Ул бик иртә вафат булды. Бөйөк Назим Хикмәт кеүек үк, Рәми Ғарипов та йөрәге ярылып үлде. Көтмәгәндә. Ҡапыл.
       Әлшәй районынан сыҡҡан билдәле яҙыусы Шамил Анаҡ башҡорт уҡыусыһын Назим Хикмәттең ижады менән таныштырыу өсө н күп көсөн һалды. Ул Хикмәтте яҡшы белә, үҙенең ижади эшмәкәрлеге башында Шамил Анаҡ ( Шамил Ғүмәр улы Мәхмүтов) Н азим Хикмәттең шиғырҙарын һәм поэмаларын башҡорт һәм татар телдәренә тәржемә итә. Был исемлектә "Һайланма әҫәрҙәр " (Ҡазан, 1955), "Шиғырҙар һәм поэмалар" (Өфө, 1962) бар. Шулай уҡ ул Хикмәттең "Мөхәббәт тураһында легенда", "Барыһы тарафынан онотолған" һ. б. пьесаларын башҡорт теленә тәржемә
       итә ул, был әҫәрҙәр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт
       академия драма театры сәхнәһендә донъя күрҙе.
       Бөгөн дә Башҡортостанда Назим Хикмәттең таланты алдында баш эйеүселәр етерлек.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал