6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Власть һәм эшҡыуарлыҡ. Бәйләнеш бар
03.04.06


       Элегерәк нисек әйтә торғайнылар: иҡтисадта дәүләт мөмкин тиклем аҙыраҡ булырға тейеш. Йәнәһе, баҙар үҙе нисек кәрәк шулай итеп көйләйәсәк. Әммә шул уҡ ваҡытта был ҡағиҙәнең
       ысын баҙар булғанда ғына эшләүе хаҡында онотабыҙ. Әгәр ҙә инде ул әле төҙөлөш юлында ғына икән, күсмә иҡтисадҡа власть
       яғынан ярҙам булмағанда, үҫештең бер яҡлы ғына булыуы янай.
       Әммә хәҙер шуныһы асыҡ: дөрөҫ, асыҡ һәм тикшерелгән иҡтисади сәйәсәтһеҙ баҙарҙа бер нимә лә килеп сыҡмаясаҡ - ул
       дәүләт яҡлауы аҫтында булырға тейеш.
       "Эшлекле Рәсәй" исеме аҫтындағы Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Борис Титов ошо республика эшҡыуарҙарына ошо турала әйтеп үтте. БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслеге аҫтында үткән "Дәүләт һәм шәхси эшҡыуарлыҡтың үҙ - ара эш итеүе принциптары һәм хоҡуҡи нигеҙҙәре" тип аталған асыҡ форум БР Дәүләт Йыйылышы йортонда биш йөҙгә яҡын власть һәм бизнес - берләшмә вәкилдәрен йыйҙы. Башҡортостан Президенты Хакимиәте, БР Дәүләт Йыйылышы, республиканың Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы, шулай уҡ БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары
       ассоциацияһы инициативаһы буйынса һәм патронажы аҫтында үткән юғары кимәлдәге осрашыуға өҫтә әйтелгән Титов әфәнде, РФ Дәүләт Думаһының гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәте буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников, Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте һәм Рә сәй Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы вәкилдәре килде.
       Форумда өс яҡ ҡатнашты: ҡануниәт, башҡарма власть һәм
       эшлекле даирәләр. Нәҡ ошондай асыҡ диалог барышында уларҙың барыһы ла хеҙмәттәшлек итергә әҙер булған принциптарҙы һәм был мөнәсәбәттәрҙе закондар кимәлендә көйләйәсәк механизмдарҙы билдәләргә мөмкин.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, БР иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры Юрий Пустовгаровтың һүҙҙәре буйынса, был диалогта ҡатнашыусылар бер - береһен тулыландырыусы ролен уйнарға тейеш. "Дәүләт - сәйәсәт институттары үҙҙәренә "милли идея" һәм "милли проект" генераторы, йәмәғәтселектең тотороҡлоғо, кеше хәүефһеҙлеге һәм милеккә хоҡуҡ гаранты, шулай уҡ дөйөм милли күләмдә ресурстарҙы мобилизациялау инструменты функцияһын ала. Бизнес иһә үҙ сиратында инновацион, яңыртыу һәм үҫтереү функцияларын тормошҡа ашырыу өсөн ижади башланғыс булып
       сығыш яһай", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
       БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы советы рәйесе Андрей Назаровтың фекеренсә, бөгөн был диалог бойомға ашты, тип әйтергә мөмкин. Шуға күрә хәҙер һөйләшеүҙәрҙән төҙөлөш осорона күсергә ваҡыт. "Өҫтәүенә бөгөн Рәсәйгә бер ҡасан да булмағанса "либераль" түгел, ә төҙөүсе реформалар, абстракт догмалар түгел, ә эшләүсе институттар кәрәк", - тип билдәлән е Назаров. Дәүләт һәм бизнестың үҙ - ара мөнәсәбәте - бик мөһ им тема, һәм уның киҫкенлек кимәле кәмеүе ҡыуандыра. Власть
       һәм эшлекле даирәләрҙең үҙ - ара мөнәсәбәте нормаль, тыныс,
       конструктив юҫыҡҡа инә бара, - тип һанай "Эшлекле Рәсәй"
       башлығы Борис Титов. - Һис шикһеҙ, был мөнәсәбәттәр беренс е сиратта властан тора, әммә эшҡыуарҙар "беҙҙе саҡыралар, әммә беҙ тауыш бирмәйбеҙ" принцибы буйынса йәшәү урынына мө мкин тиклем әүҙемерәк диалог булдырһа, был тармаҡтың
       проблемалары шул тиклем тиҙерәк хәл ителәсәк.
       Миҫал өсөн, "Рәсәй граждандарына - һәр кем ала алырлыҡ һә м уңайлы торлаҡ" милли проектын алайыҡ. Дөйөм алғанда, уның алға бик үк ышаныслы бармауы күҙгә ташлана. Ниңә Титовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ипотека кредиты системаһы үҙе тураһында
       бар тауышҡа иғлан итеүе менән илдә торлаҡҡа һорау бер нисә тапҡыр артты. Һөҙөмтәлә, Рәсәй төҙөүселәре ассоциацияһы
       мәғлүмәттәре буйынса, бүлмәләр һәм фатирҙарға хаҡтар 30 (!) процентҡа артты. Иҡтисади хата күҙгә ташлана - һорауҙың
       артыуы тәҡдимдең дә артыуы менән ҡапланманы. Был мөнәсәбәттәрҙе көйләү хөкүмәттең ҡулынан килә. Илебеҙ президенты мәсьәлә хәл ителәсәк тине һәм законға үҙгәрештәр индерелеүенә өмөтләнеү мөмкинселеге бирҙе. Был власть һәм шәхси капиталдың үҙ - ара мөнәсәбәтенең сағыу миҫалдарының б ереһе генә.
       БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы советы рәйесе Андрей Назаровтың Өфө форумында ҡатнашыусыларға тәҡдим иткән принциптары ошондай үҙ - ара эш итеүгә булышлыҡ итергә
       тейеш. Улар етәү:
       - социаль партнерлыҡ. Дәүләт һәм бизнестың үҙ - ара ышаныслы мөнәсәбәте һәм ярҙамын күҙ уңында тота. Бында махсус ойоштороу - финанс технологиялары булдырыу мөһим, улар ике яҡты ла ниәттәрҙең ихласлығына инандырасаҡ. Башҡортостандың дәүләт мәсьәләләрен хәл итеүгә торған һайын әүҙемерәк ҡушылыусы бизнес - берләшмәһен генә алайыҡ.
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенең 450 йыллығын байрам итеү алдынан республиканың күп кенә предприятиелары алда көткән эштә үҙҙәренең тотасаҡ урынын билдәләне. Был торлаҡ, юлдар, күперҙәр төҙөү, ихата, спорт, балалар ҡоролмаларын төҙөкләндереү, ял итеү урындары
       булдырыу һ. б. Беҙҙең эшҡыуарҙар Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ла ҡушылырға ниәтләй.
       - конкурентлыҡ. Бында барыһы ла аңлашыла: ярыш рухы дәүләткә айырыуса лайыҡлы һәм һөҙөмтәле предпирятиеларҙы
       баһаларға һәм ярҙам итергә мөмкинселек бирәсәк.
       - патриотлыҡ. Был эшҡыуарлыҡтың дәүләт менән хеҙмәттәшлегендә төп сәйәси принцип. Рәсәй баҙарының сит ил фирмалары өсөн ҡапыл асылыуы һөҙөмтәһендә күп кенә предприятиеларыбыҙҙың конкурентлыҡҡа һәләттәрен юғалтыуы тураһында барыбыҙ ҙа хәтерләй. Был принциптың маҡсаты - тыуған ил бизнесына сәләмәт протекционизм.
       - гражданлыҡ. Шулай уҡ мөһим, әммә инде юридик принцип. Ул
       законға тоғролоҡ һаҡлау, гражданлыҡ хоҡуҡтарына, йәмғиәттең һәр ағзаһының хоҡуғына хөрмәт менән ҡарауҙы күҙ уңында тота.
       Бына, мәҫәлән, сауҙала касса аппараттарын мотлаҡ файҙаланыу тураһындағы закон. Бармы ул, юҡмы - һәр осраҡта шәхси эшҡыуар индерелгән килемгә һалым түләй. Һатып алыусы өсөн был һорау принципиаль түгел: ҡулланыусы хоҡуғы хаҡындағы закон уны чек булмаған осраҡта ла яҡлаясаҡ. Тимәк, был хәл контроль - касса машиналары етештереүселәр өсөн генә отошло булып сыға, улар, әйткәндәй, ҡатмарлашҡанда ҡатмарлаша бара.
       Килешмәүе ҡыйын: бындай закондар маҡсатҡа ярашлылыҡ йәһәтенән өҫтәмә экспертиза үтергә тейеш.
       - инновационлыҡ. Һәр өлкә һәм тармаҡта был пункт тураһынд а даими һөйләнелә. Һәм был аңлашыла ла: инновациялар алдынғы
       ысулдар һәм технологияларға туранан - тура бәйле, уларһыҙ заманса бизнес йәшәй алмай. Республикаға кире ҡайтып: тиҙҙән
       Башҡортостанда мейе штурмдары һәм технологик дискуссиялар ө сөн үҙенсәлекле майҙан йәйелдереләсәк. Мортаза Рәхимов төбәктә БР Президенты ҡарамағындағы Стратегик яңылыҡтар үҙәге булдырырға ҡарар ҡабул итте. Яңы инновацион идеялар нәҡ ошонда тупланасаҡ.
       - асыҡлыҡ. Бында эшлекле репутация төшөнсәһен хәтерҙә тотоу мөһим. Әйткәндәй, Көнбайышта ул компания активтарының 20 - 80 процентын тәшкил итеүе ихтимал. Үҙҙәрен хөрмәт
       итеүсе фирмалар күптән инде түбәндәге һығымтаға килде: бөгөнгө шарттарҙа - мәғлүмәти үтә күренеүсәнлек артыуы - бизнес менән шөғөлләнеү өсөн тәүшарт булып тора.
       - инвестиция йәлеп итеү. Билдәле булыуынса, Башҡортостан
       инвесторҙар өсөн тулыһынса асыҡ, һәм һуңғылары бындай ҡунаҡсыллыҡ менән әүҙем файҙалана. Төбәк ресурстары менән генә түгел, тышҡы, йәлеп ителгән ресурстар менән дә файҙаланыу һәм инвестицион рейтингты арттырыу бик мөһим, әлбиттә.
       "Дәүләт һәм шәхси эшҡыуарлыҡтың үҙ - ара эш итеү
       принциптары һәм хоҡуҡи нигеҙҙәре" тип аталған асыҡ форумда ҡатнашыусылар фекеренсә, былар барыһы ла дәүләт өсөн стратегик йәһәттән мөһим булған ике яҡ араһында мөнәсәбәтте нығытырға һәм камиллаштырырға мөмкинселек бирәсәк. Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ - иҡтисади үҫештең мөһим факторы.
       - Инде күп йылдар дауамында республика Президенты һәм дәүләт власы органдары эшҡыуарлыҡты яҡлау сәйәсәтен эҙмә - эҙлекле алып бара. Һәм яуап итеп рәхмәт һүҙҙәренән тыш, һиҙелерлек һөҙөмтәгә лә ирешә, - тип иҫкә төшөрҙө сығыш яһаусыларҙың береһе. - Мәҫәлән, 2005 йылда кесе предприятиеларҙың тауар һатыу һәм хеҙмәтләндереү күрһәтеүҙән алған табышы 180 миллиард һум тәшкил иткән, 2004
       йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес 65 процентҡа юғарыраҡ. Кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары һанының артыуы
       иҡтисадтың әйтелгән тармағында шөғөлләнеүселәр һанының да артыуы менән оҙатылып килде. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса,
       ул 350 мең кеше тәшкил итте, был, 2004 йыл менән сағыштырғанда, 15 процентҡа күберәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал