6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Урындағы етештереүселәргә ярҙам итәйек!
03.04.06


       Ҙур магазин кәштәләрендә урындағы етештереүселәрҙең тауарҙары һирәк осрауына иғтибар иткәнегеҙ бармы Рәсәй һәм сит илдәрҙең билдәле предприятиеларының сағыу ҡаптары араһында Башҡортостан предприятиеларында етештерелгән торт, печенье, кекс, сәй, консерва, он, сыр һәм башҡа төрлө ашамлыҡтарҙы ҙур ҡыйынлыҡ менән генә эҙләп табырға мөмкин. Й әки Башҡортостан тауарҙарының ҡайҙа урынлашҡанына иғтибар ит егеҙ. Дөрөҫ, уларҙы йә иң өҫкө, йәки, киреһенсә, иң аҫтағы кәштәләргә генә теҙәләр, һәм һатып алыусы күп осраҡта уларҙы
       күрмәй ҙә үтеп китә. Ғәҙәттә, алғы планда сит илдән индерел гән продукция күҙгә ташлана.
       БР Тышҡы иҡтисади бәйләнеш һәм сауҙа министрлығы, БР Ауыл хужалығы министрлығының ҡала округы хакимиәте һәм эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре менән берлектә үткәргән комиссия тикшереүендә сауҙа предприятиеларының
       урындағы етештереүселәргә ошондай ғәҙел булмаған ҡарашта тороуы асыҡланды. "МЕТРО Кэш энд Кэрри", "Матрица", "Пятерочка", "Полушка", "Монетка", Рамстор", "Магнит", "Семь
       Копеек", Семерочка" кеүек ҙур магазиндарҙа үткәрелгән контроль рейдының һөҙөмтәләре ярайһы уҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра: ассортиментта урын алған сәйҙең 7 - 13 проценты ғына урында етештерелгән, эсәр һәм минераль һыу - 13 процент, он - 33 процент, ликер - араҡы һәм шарап - араҡы изделиелары - 30 - 80 процент, кондитер изделиелары - 40 - 47 процент, ит консервалары - 52 процент, сыр - 57 процент, үҫемлек майы - 44 процент һ. б.
       Ни сәбәпле бындай хәл килеп тыуа һәм республика етештереүселәренең сауҙа предприятиелары менән үҙ - ара
       мөнәсәбәтен нисек төҙәтергә мөмкин БР Тышҡы иҡтисади бәйләнеш һәм сауҙа министрлығында үткән "түңәрәк өҫтәлдә"
       ошо ябай булмаған һорауҙар уртаға һалып тикшерелде. Эшлекле
       һөйләшеү өсөн башҡарма власть органдары вәкилдәре, аҙыҡ - түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары һәм алдынғы сауҙа селтәрҙәре, ассоциациялар һәм профессиональ берләшмәләр етәкселәре саҡырылды.
       - Килеп тыуған хәл миңә аңлашылмай, ҡулланыусылар кәрзинен ә ингән барлыҡ продукттар ҙа тип әйтерлек үҙебеҙҙең республикала ла етештерелә бит, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР тышҡы иҡтисади бәйләнеш һәм сауҙа министры Борис Колбин "түңәрәк өҫтәлде" асып. - Беҙ уртаҡ бер ҡарашҡа килергә тейешбеҙ, бынан сауҙа предприятиелары ла, эшкәртеүселәр ҙә
       отасаҡ ҡына.
       - Беҙҙең баҙарға ҙур сауҙа операторҙарының килеүе республика етештереүселәре менән яңы үҙ - ара мөнәсәбәт формалаштырыуы аңлашыла: тауар ҡайтарыусыларға тауарҙың хаҡы, сифаты, тауарҙы алып килеү шарттары һәм иҫәп - хисап буйынса юғары талаптар ҡуйыла. Әммә сауҙа селтәрҙәре етәкселәренә урындағы тауар етештереүселәрҙең продукцияһын ҡ улланыусылар баҙарына сығарыу буйынса ярҙам күрһәтеү сараларын күҙ уңында тотҡан закон (" Башҡортостан Республикаһында сауҙа эшмәкәрлеге тураһында", 2000 йылдың 24 июле) хаҡында оноторға ярамай, - тип хәтергә төшөрҙө Бори с Григорьевич.
       Сауҙа предприятиелары, үҙ сиратында, алған позицияларын
       урындағы тауарҙарға ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек белдереү осраҡтары
       йышлығы менән аңлата. "Универсал - трейдингтың" ("Матрица" магазиндар селтәре) үҫеш һәм сауҙа буйынса директоры Сергей Городецкий төп проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән эшлекле тәҡдим менән дә сығыш яһаны:
       - Беренсенән, бөгөн һеҙгә тауарҙың сифаты өҫтөндә эшләргә
       кәрәк, йыш ҡына һатып алыусылар нәҡ сифат насарлығына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Икенсенән, продукция ассортиментын киңәйтеү мотлаҡ, сөнки һатып алыусылар яңы тауарҙарҙы ҙур
       теләк менән алыусан. Өсөнсөнән, һеҙ үҙ тауарҙарығыҙҙы конкурентлыҡҡа һәләтле, сағыу, мауыҡтырғыс ҡаптарға һалып һәм һатыусы өсөн уңайлы итеп, йәғни штрих - кодтар менән сығарырға бурыслы. Дүртенсенән, аҙыҡ - түлек етештереүселәрг ә продукцияның билдәле брэндтарын формалаштырыу мөһим. Бишенсенән, ҡулланыусыларҙың һорауын өйрәнергә, маркетинг тикшереүҙәре һәм реклама акциялары үткәрергә кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, тауарға һатып алыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү мотлаҡ.
       Етештереүселәрҙең сауҙа предприятиеларына һорауҙары ла
       байтаҡ йыйылған. "Һөт етештереү тармағының предприятиелар берләшмәһе" коммерция булмаған ойошма вәкиле Илдар Фәйзуллин ( ул шул уҡ ваҡытта "Аллат" компаниялары төркөмө етәксеһе лә) сауҙа предприятиеларына Башҡортостандың аҙыҡ - түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары менән договор
       мөнәсәбәттәрен ҡабаттан ҡарарға кәрәк, тип һанай.
       Яҡтарҙың диалогы ысынлап та конструктив килеп сыҡты. Республика етештереүселәренең сауҙа структуралары менән үҙ -
       ара мөнәсәбәтен яңы кимәлгә күтәреү өсөн БР Тышҡы иҡтисади бәйләнеш һәм сауҙа министрлығы сауҙа компанияларына
       хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға тәҡдим итте. Оҙайлы партнерлыҡ принциптарына таянып төҙөлгән был
       документ сауҙа һәм етештереүселәр, шулай уҡ тотош республика мәнфәғәттәренә яуап бирәсәк.
       Ваҡлап һатыу селтәренә урындағы етештереүселәрҙең продукцияһын сығарыу өсөн стимул булдырыу өсөн "түңәрәк өҫтәлдә" "Башҡортостан Республикаһының урындағы тауар етештереүселәрҙең подукцияһын баҙарға сығарыу буйынса иң яҡшы предприятиеһы" конкурсын ойоштороу идеяһы тәҡдим ителде.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал