6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Дарыу менән тәьмин ителеш - проблемалар ҡала әле
31.03.06


       Илебеҙҙә льготаларҙы аҡсаға алмаштырыу билдәһе аҫтында үткән 2005 йыл тамамланды. Беренсе сиратта халыҡтың социаль яҡтан яҡланмаған ҡатламдарына ҡағылыусы яңылыҡтар яуаптарҙан бигерәк һорауҙар тыуҙырҙы. Әммә башта йүнләп эшләмәгән система ( хәйер, һәр механизм кеүек үк инде) аҡрынлап тейешле йүнәлештә алға китә башланы булһа кәрәк.
       Бөгөн илебеҙ яңы дәүләт структураһы - милли өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә күҙ уңында тотолған я ңы үҙгәрештәр алдында тора. Әммә соцпакет сиктәрендә өҫтәмә дарыу менән тәьмин итеү буйынса эш дауам итә. БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының фармацевтик эшмәкәрлек һәм клиник фармакалогияны ойоштороу бүлеге начальнигы Татьяна
       Дмитрюк Башҡортостанда социаль яҡлау федераль бюджет средстволары иҫәбенә башҡарылған халыҡтың өҫтәмә дарыу
       менән тәьмин ителеше, төбәктең тармаҡ министрлығы барлыҡҡа килгән проблемаларҙы нисек хәл итеүе хаҡында һөйләй.
       - Татьяна Михайловна, үткән йыл менән сағыштырғанда быйыл
       льгота менән файҙаланыусыларҙың һан буйынса нисбәте ниндәй
       үҙгәрештәр кисерҙе Өҫтәмә дарыу менән тәьмин итеү программаһында йыл башына күпме кеше ҡалған
       - Үткән йылда 276 986 кеше льготалар менән файҙаланды, бы л 67, 9 процент тәшкил итә. Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта льгота менән файҙаланыусыларҙың федераль реестрында 177 046 кеше иҫ әптә тора. 2005 йылдың 31 декабренә уларҙың һаны 408 410 ине. Йәғни республика халҡының 56,6 проценты соцпакеттан баш
       тартты. Инсулинға мохтаж 512 ауырыу ҙа льготалы дарыуҙар урынына аҡса алыуҙы хуп күрҙе.
       - Медикаменттар ҡайтарыу һәм рецептарҙы үҙ ваҡытында тәьмин итеү йәһәтенән эштәр нисек тора
       - Үткән йылда республикаға 1,06 миллиард һумлыҡ дарыу ҡайтарылды, льгота менән файҙаланыусылар 914,7 миллион һумлыҡ дарыу алды. Бер рецептың хаҡы 259, 3 һум тәшкил итте.
       Уртаса алғанда, мөрәжәғәт итеүсе бер ауырыуға 3 302 һумлыҡ дарыу тура килде.
       Йыл башынан 102,6 миллион һумлыҡ дарыу средстволары ҡайтарылды ла инде. Көн һайын "Биотэк" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә рецептары кисектерелгән тәьмин ителешкә ҡуйылған,
       кәрәкле күләме күрһәтелгән дарыуҙар исемлеге ебәрелә. Бынан
       тыш исем - фамилияһы, препараттың исеме һәм кәрәкле күләме
       күрһәтелгән конкрет ауырыуҙы тәьмин итеү өсөн кисектергеһе ҙ заявкалар ҙа ебәрелә. "Биотэк" яуаплылығы сикләнгән йәмғиә те менән килешеү буйынса, тиҙ арала ауырыуҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн мөһим булған дарыуҙар үҙ запастарыбыҙҙан бирелә.
       - Өҫтәмә дарыу менән тәьмин итеү программаһы буйынса дарыу средстволарын һатыу нисек ойошторолған
       - Әлеге ваҡытта өҫтәмә дарыу менән тәьмин итеү сиктәрендә дарыуҙар 136 пунктта һатыла. Ауыл райондарында тәьмин ителеш
       ауылдың дауалау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм фельдшер -
       акушер пункттарында фельдшерҙар аша (барыһы 195) аша ойошторолған. Шулай итеп, тотош республика буйынса 331 пункт
       эшләй. Өҫтәмә дарыу менән тәьмин итеү системаһында 376 дауалау учреждениеһы бар. 5 327 табип һәм 195 фельдшер льготалы рецепт яҙыу хоҡуғына эйә. Әммә дарыулата ярҙамды халыҡҡа яҡынайтыр өсөн республиканың ҡайһы бер поликлиника у чреждениеларында өҫтәмә һатыу нөктәләре асырға кәрәклеге һиҙелә.
       - Татьяна Михайловна, быйыл өҫтәмә дарыу менән тәьмин
       итеүҙе тормошҡа ашырыу йәһәтенән проблемалар булдымы
       - Беренсе сиратта беҙ программалы тәьмин ителеш планында техник проблемаларға тап булдыҡ. Башлыса алғанда, "Аптека" прогграммаһына индереү өсөн федераль льготниктарҙың регистрын яңыртыу һуңлап башҡарыла. "Аптека" программаһында, дарыу средстволары белешмәһендә, әлегә тиклем дарыу средстволарының коды юҡ, был һатылған дарыуҙарҙың рецептарын индерергә мөмкинселек бирмәй. Халыҡ -
       ара патентланмаған бер исемдәге дарыу препараттарының төрлө сауҙа атамалары төрлө "биодоступность" һәм терапевтик һөҙөмтәгә эйә булыуы клиник раҫланған. Шуға күрә тәғәйенләнгән дарыуҙарҙы төрлө сауҙа атамалары аҫтында
       мәжбүри йыш алмаштырыу ауырыуҙарҙы дауалау сифатына кире йо ғонто яһай.
       - Был проблемаларҙы хәл итеү өсөн ниндәй саралар күрелә
       - Алда әйтеп үтеүемсә, көн һайын "Биотэк" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә конкрет ауырыуҙарҙы тәьмин итеү өсөн рецептары кисектерелгән тәьмин ителешкә ҡуйылған, кәрәкле күләме күрһәтелгән дарыуҙар исемлеге ебәрелә. "Биотэк" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеү буйынса, тиҙ арала кәрәкле, ауырыуҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн мөһим булған дарыуҙар үҙ запастарыбыҙҙан бирелә. Поликлиника учреждениеларында өҫтәмә пункттар асыу өсөн республиканың ҡала һәм райондарында хакимиәт башлыҡтары, дауалау - профилактика учреждениелары етәкселеге менән эш үткәрелә. Программалы тәьмин ителеште камиллаштырыу өсөн "Биотэк" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә уны яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр менән техник задание ебәрелде. "Аптека" программаһын эшләп бөтөү маҡсатында "Биотэк" был заданиены " ФармИнформСервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тапшырған. Дөйөм алғанда, был йүнәлеш буйынса эш дауам итә һ әм яҡын арала был системаның сәғәт кеүек эшләүенә иманыбыҙ к амил.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал