6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

"Конверттағы" эш хаҡы янсыҡҡа ла, бюджетҡа ла һуға
31.03.06


       Иҡтисади потенциалды, етештереү күләмдәрен арттырыу, көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһен үҫтереү, сауҙа
       инфраструктураһын камиллаштырыу... Нимә өсөнмө Һөҙөмтәлә -
       халыҡ лайыҡлы йәшәһен, имен һәм уңайлы тормош кисерһен
       өсөн. Әммә кешенең кеҫәһендә аҡсаһы юҡ икән, ул тормоштан ләззәт алып йәшәй алмай. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөгөнгө
       һөйләшеү хеҙмәт хаҡы тураһында барасаҡ. Беҙҙең халыҡ ни тиклем яҡшыраҡ йәшәй башланы Улар күпме эш хаҡы ала Хеҙмәттәре өсөн ваҡытында түләнәме БР Хөкүмәте Президиумының Республика йортонда үткән ултырышында иғтибар ошо темаға бирелде.
       Башта бер нисә статистик күрһәткескә туҡталып үтәйек. Беҙ ҙең төбәктә йәшәүселәрҙең матди хәле бер аҙ яҡшырҙы тип әйте ргә кәрәк. Үткән йылда халыҡтың аҡсалата килеме 14,7 процент ҡа, реаль эш хаҡы - 10,2 процентҡа артты. Юҡсыллыҡ кимәле түбәнәйҙе. Йәшәйеш минимумынан кәм эш хаҡы алыусылар һаны кә мене: 2001 йылда ул 28,3 процент булһа, 2005 йылда - 17, 5 процент тәшкил итте. Ә хәҙер иң төп күрһәткес - эш хаҡының уртаса кимәле. Башҡортостанда ул 6755 һум тәшкил итә. Дөйөм ил буйынса был һан шаҡтай ҙурыраҡ - 8530.
       Статистика теүәллеккә дәғүә итә, әммә практика уның мәғлүмәттәре йыш ҡына ярайһы уҡ сағыштырмаса булыуын күрһәтә. Һәм ысынлап та, тир түгеп тапҡан аҡсаның ҙур өлөшө
       конвертҡа һалып тапшырылғанда ниндәй реаль уртаса айлыҡ эш хаҡы тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Пенсия хаҡында, мәҫәлән , уртаға һалып, асыҡ һөйләргә була. "Күләгәләге" эш хаҡтарын ың статистикала хаталар китеү сәбәбе генә түгел, дәүләт ҡаҙн аһына индерелмәй ҡалған аҡса икәнлеге лә билдәле. "Конверт эсендәге" эш хаҡы - һалым түләүҙән ҡасыу ул тип әйтһәк, был бер кем өсөн дә яңылыҡ булмаҫ. Ҡануниәттә предприятиеға үҙенең ғәмәлдәге финанс хәлен дәүләттән йәшерергә мөмкинселек биреүсе юлдар бар, һәм был эштәрҙе башҡарырға яр ҙам итеүсе схемалар ҙа етерлек. Улар билдәле. Әммә "лавканы ябыу" мөмкин түгел. Ниңә Сөнки законға ярашлы булған нигеҙ юҡ. Закон сығарыусылар ҡайҙа ҡарай һуң Бәлки дәүләттең финанс именлегенән мөһимерәк эштәр барҙыр. Кемгәлер был "тишекте" ямау отошһоҙҙор, күрәһең.
       "Күләгәле" эш хаҡына миллиардлаған һумдар китә, һәм уны
       күрмәү мөмкин түгел. Барыһын да асыҡлау өсөн предприятиелар
       тарафынан ҡулаҡсаға әйләндерелгән средство күләменә һәм шикле операциялар һанына тәнҡит күҙлегенән бер ҡарау ҙа етә.
       Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ. Советтар заманында банкыларҙың касса сығымдарының 90 процент тирәһе хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү өсөн тотонола ине. 2001 йылда эш хаҡына рәсми рәүештә 45 процент киткән, 2005 йылда был күрһәткес бөтөнләй 29
       процентҡа тиклем төшкән. Өҫтәүенә бөгөн иҫәп - хисаптың ҙур
       өлөшөн ( 95 процент тирәһе) предприятиелар "безнал" буйынса
       башҡара. Ә ҡулаҡса хеҙмәт хаҡына булмаһа ҡайҙа китә һуң
       Был өлкәлә сағыштырмаса тәртип урынлашырға мөмкинселек биргән механизмдар формаль рәүештә генә бар тип иҫәпләнә, әммә ғәмәлдә улар бер ниндәй ҙә эш алып бармай. Бына, миҫал өсөн, кредит ойошмалары тарафынан предприятиела ҡулаҡса менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен тикшереүҙе алайыҡ. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, банк үҙенең клиентына килеп, уның алған аҡсаһ ын ҡайҙа итеүе менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Көлкө түгелме ни Ошондай дәғүә менән бер - ике тапҡыр килгәндән һуң банк үҙенең клиентын юғалтасаҡ. Ә баҙар баҙар булып ҡала, альтернативаны һәр ваҡыт табырға мөмкин.
       Кредит ойошмалары был функцияларҙы ҙур теләк менән һалым органдарына тапшырыр ине, сөнки предприятиеларҙың
       түбәнерәк һалым түләү өсөн башҡарған "эштәрен" күҙәтеп торо у уларҙың эшмәкәрлегенә ҡарай. Бындай инициатива менән федераль властарға ла мөрәжәғәт итеүҙәр булды. Әммә йөк бөгөн дә урынында ҡала. Тәртип һаҡланыуы әле лә банкылар күҙәтеүе аҫтында. Һәм хатта банкыларға контроль функцияларын
       үтәү отошһоҙ булыуына ҡарамаҫтан, улар байтаҡ ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын асыҡлай. Үткән йыл предприятиеларҙа касса дисциплиналарын күҙәтеү йәһәтенән 13 меңгә яҡын тикшереү үткәрелгән. Һәр бишенсеһендә ҡағиҙә боҙоуҙар билдәләнгән. Ғәҙәттә улар табышты законһыҙ файҙаланыуға ҡағыла. Алынған табыш банкыға тапшырылмай, башҡа маҡсаттарға, шул иҫәптән эш хаҡын түләүгә лә тотонола.
       Банкылар яза биреү сараһын күрмәй - хоҡуҡтары юҡ. Ул бындай факттар тураһында бары тик тейешле органдарға хәбәр итергә бурыслы. БР Милли банкы мәғлүмәттәре буйынса ҡағиҙә боҙоусыларға ҡарата ни бары 45 сара күрелгән. Йәғни контродә тотоу механизмының эшмәкәрлеге бер ҙә ҡәнәғәтләнерлек түгел.
       Тағы бер темаға ҡағылып үтәйек. Предприятиелар кредит ойошмаларынан "күләгәле" түләүҙәр өсөн ҡулаҡса алыуҙың легаль ысулдарына эйә. Банкыларҙың иһә шикле эшмәкәрлеккә
       ҡаршы тороу мөмкинселеге бар: 2001 йылдың авгусында "Енәйәт юлы менән табылған килемде рәсмиләштереү һәм террорсылыҡты финанслауға ҡаршы тороу тураһында" Федераль за кон ҡабул ителде. Был норматив документҡа ярашлы, банкыларҙың шикле операцияларҙы асыҡлау мөмкинселеге барлыҡҡа килә. Уларҙы асыҡлағандан һуң банкылар Финанс мониторинг буйынса федераль хеҙмәткә хәбәр итергә тейеш. Улар хәбәр итәләр ҙә. Тик файҙаһы ғына юҡ.
       2005 йыл эсендә федераль хеҙмәткә 54 мең шикле операция хаҡында хәбәр ителгән, әйткәндәй, уларҙың ҙур өлөшө һалым түләүҙе ҡыҫҡартыу өсөн эшләнеү йәһәтенән шик тыуҙыра. Һәм быға бер ниндәй ҙә реакция күҙәтелмәй. Һәр хәлдә хәбәр ителгән осраҡтар буйынса федераль хеҙмәттә ниндәй сара күрелеүе тураһында кредит ойошмалары ла, БР Милли банкы ла
       хәбәрҙар түгел.
       Иң ҡыҙығы, аҡсаға әйләндереү эшмәкәрлеге менән генә шөғөлләнеүсе физик һәм юридик шәхестәр даирәһе киң түгел. Республикала улар ике йөҙ тирәһе. Кредит ойошмаларына ла, республиканың Эске эштәр министрлығына ла улар тураһында мәғлүм. Әммә формаль яҡтан ҡарағанда законлылыҡ йәһәтенән уларҙың барыһы ла тәртиптә. Йәғни бәйләнерлек урын юҡ. Бындай операциялар инсек үткәрелә һуң Йышыраҡ түбәндәге схема файҙаланыла: хеҙмәтләндереү күрһәтеүгә фиктив договорҙар төҙөлә, предприятие фирма иҫәбенә ниндәйҙер күләмдә аҡса күсерә, ә инде был фирма үҙенә бер аҙ процент
       алып ҡалып, аҡсаны етәксегә ҡайтарып бирә. Аҡса иҫәптә тормай һәм, эҙемтә булараҡ, директор уны үҙ теләге буйынса тотона ала. Ҡайһы ваҡыт был аралашсылар тарафынан аҡсаны туранан - тура, әйтәйек, пластик карталар иҫәбенә күсереү файҙаланыла, унан инде легаль рәүештә аҡса алып була. Йыш ҡына был маҡсатта векселдәр файҙаланыла.
       БР Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, күпселек
       кредит ойошмалары бындай схемалар тураһында намыҫлы рәүештә белдереүҙе хуп күрә. Улар уны йәшерә алмай, юҡһа лицензиянан мәхрүм ителеүҙәре мөмкин. Башҡортостанда әлегә у ндай хәлдәр осрағаны юҡ, әммә Рәсәйҙә ике тиҫтәгә яҡын банк рөхсәт биреүсе документтарынан яҙған. Һуңғы арала Мәскәүҙең ҡайһы бер банкылары баш ҡалала был эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙең проблемалы булыуын аңлап, төбәктәргә күҙ һала башланы.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, ошондай аралашсы фирмалар, банкыларҙы күләгәнән сығарыу, иҫәпкә алынмаған эш хаҡын "конверттарҙан" алыу эше әлегә һөҙөмтәләр бирмәй. Бының өсөн законлы механизмдар юҡ. БР Милли банкы үҙ яғынан шикле операциялар үткәреүгә ҡаршы торорға тырыша. Әммә проблема фе дераль кимәлдә комплекслы хәл ителергә тейеш, юғиһә "күләгәләге" эш хаҡтары тотош илдең иҡтисадына ла, унда
       йәшәүсе граждандарҙың социаль именлегенә лә аяҡ сала.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал