6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Ауырлы ҡатындар диабетиктарға тиңләнә
31.03.06


       Өҫтәмә рәүештә дарыу менән тәьмин итеү Башҡортостанда "Бөгөнгө көндә һаулыҡ һаҡлау" тип исемләнгән өҫтөнлөклө милли проектты тормошҡа ашырыуҙа тәүге аҙым булып тора. Граждандарҙың айырым категориялары - инвалидтар, һуғыш ветерандары һәм башҡаларға кәрәкле медикаменттар һалынған социаль пакеттар тәҡдим ителде.
       "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Сәлиә Мырҙабаева бушлай медицина ярҙамы республиканың 376 дауалау - профилактика учреждениеһында льгота менән файҙаланыусы категорияға күрһәтелеүе тураһында һөйләне.
       - Төрлө ҡатмарлыҡтар һәм үлем осраҡтарын кәметеү өсөн беҙ ауырыуҙарҙы кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеү механизмын көйләргә тейешбеҙ. Өҫтәүенә кешеләрҙе аҡсалата компенсация урынына дарыу менән тәьмин ителештән баш тартмаҫҡа инандырыу мөһим, - тип билдәләне РФОМС - тың башҡарыусы директоры урынбаҫары Гүзәл Емасова. - Милли проект 3,5 йылға
       иҫәпләнгән, һәм, әйтергә кәрәк, быға тиклем дәүләттең дарыу ға бындай ҙур күләмдә аҡса бүлгәне юҡ ине әле - 2005 йыл эсе ндә республикала айырым категория граждандарын өҫтәмә дарыуҙ ар менән тәьмин итеүгә сығымдар 916, 3 миллион һум күләмендә финансланды.
       "Башинформ" ҡунаҡтары үткән йылда 277457 кешенең өҫтәмә д арыу менән тәьмин ителеүгә хоҡуғын тормошҡа ашырыуын ( льготниктарҙың дөйөм һанының 67 проценты) билдәләне, быйыл иһә был һан 167763 кешегә ( 41 процент) ҡыҫҡарған.
       - Халыҡ социаль пакеттан баш тартмаһын ине - был беренсе сиратта уның үҙе өсөн мөһим. Үҙҙәренең тәүге ҡараштарын
       үҙгәртеп, алдағы көндәрҙә соцпакеттар ала башларға теләүселәр 2006 йылдың октябрь айына тиклем ғариза яҙа ала,
       улар яңынан федераль реестрға индереләсәк, - тип белдерҙе Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.
       Росздравнадзорҙың БР буйынса территориаль идаралығы етәксеһе Салауат Дауытов бюджет ойошмаларында һәм зыянлы
       производствола эшләүсе 35 йәштән 50 йәшкә тиклемге кешеләр өсөн өҫтәмә диспансерлаштырыу тураһында һөйләне:
       - Теләк нисек кенә ҙур булмаһын, Башҡортостандың бар халҡ ы өсөн диспансеризация үткәреү мөмкин түгел. Әммә "Бөгөнгө
       көндә һаулыҡ һаҡлау" милли проекты бер йылға ғына иҫәпләнмәгән, һәм беҙ диспансерлаштырыу аша халыҡтың төрлө к атегориялары үтә алһын өсөн уның схемаһын уңайлы итеп төҙөргә тырышасаҡбыҙ. Был йүнәлештә тәүге аҙымдар яһала ла
       инде...
       Дауытовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, 2006 йылда Мотлаҡ
       медицина страховкаһы фонды средстволары иҫәбенә 200 меңгә я ҡын кеше өҫтәмә медицина тикшереүе үтәсәк. Эшләүсе халыҡ өсөн өҫтәмә диспенсеризация 2006 йылдың апрель айынан 2007 й ылдың декабрь айына тиклем дауам итәсәк.
       - Диспансеризацияның төп маҡсаты - шәкәр диабеты, онкология һәм йөрәк - тамыр ауырыуҙарын, туберкулез һәм хәрәкәт итеү аппараты сирҙәрен мөмкин тикле иртәрәк асыҡлау һәм дауалау... Һәм тикшереү һөҙөмтәләре буйынса беҙ сәләмәтләндереүгә мохтаж булған эшләүсе граждандарҙы биш төркөмгә бүләсәкбеҙ, - тип һөйләй Сәлиә Мырҙабаева. - Физик йәһәттән сәләмәт булғандарҙы, амбулатор йәки стационар шарттарында тикшереүҙе дауам итергә кәрәк тип табылған граждандарҙы, хроник сирлеләрҙе һәм тиҙ арала тикшереү һәм
       дауаханаға һалыуға мохтаждарҙы билдәләйәсәкбеҙ. Был да аҙағы түгел әле. Терапевтың бурыстары бер аҙ үҙгәрештәр кисерҙе - ул хәҙер пенсия йәшендәгеләр өсөн диспансеризация үткәрергә тейеш.
       Бынан тыш быйыл граждандарға дауаланыуын шифаханала дауам итергә мөмкинселек биргән сирҙәр исемлеге артты: унда миокард инфаркты, инсульт һәм үт ташынан башҡа шәкәр диабеты һәм йөрәктең ишемия ауырыуы ла индерелгән. Йөрәк ауырыулы һәм диабетиктар менән бер рәттән ауырлы ҡатындар ҙа шифахана - курортта дауаланыу мөмкинселеге менән файҙалана ала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал