6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Боҙ театры тамашасыларҙы туңдырҙы
31.03.06


       Боҙ театрының ниндәй булыуын өфөлөләрҙең күбеһе белмәйҙер, моғайын. Әммә уны белеү ҡыуаныс килтерҙе тип әйтеүе ҡыйын. Санкт - Петербург дәүләт Боҙ театрының сағыу афишаларында вәғәҙә ителгән шоу өмөттәрҙе аҡламаны. Өфөнөң С порт һарайында "Зөбәржәт ҡалаһы тылсымсыһы" ("Волшебник изум руднуго города") әкиәте буйынса ҡуйылған театр тамашаһы бер ҙә күңелгә ятманы.
       Тик өлкәндәр әкиәт яратмай тип уйларға кәрәкмәй: беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән, минең үҙемде, мәҫәлән, Элли,
       Тотошка, Утын ҡырҡыусы, Ҡурҡаҡ Арыҫлан, Ҡарасҡының мажаралары шул тиклем әсир итә ине, мәктәп сумкаһын тиҙерәк тултырып, яратҡан китабымды ҡулға алырға ашығыуым әле булһа хәтерҙә.
       ... Тамаша башланғанда боҙ өҫтөндә һыуыҡ хөкөм һөрә ине. Бина эсендәге температураның тыштағынан бик аҙға айырылыуын билдәләргә кәрәк, күптәр өҫ кейемен һалмайынса
       ултырырға мәжбр булды...
       Беренсе булып шаршау артынан бәләкәй Элли һыйынған ҡуйы ҡ ыҙыл төҫтәге кәнәфи шыуып сыҡты. Һуңыраҡ әкиәт геройҙары пәйҙә булды һәм беҙҙе мөғжизәләр батшалығына саҡырҙы, ул ҡыҙыл сәскәләр яланы, хәрәкәт итеүсе ағастар һәм ҡара көстәрҙең ҡара ялтыр костюмдары менән генә иҫтә ҡалды.
       Боҙҙа ғәҙәти шыуыу, бер нисә ҡатмарлы булмаған һикереү һәм
       өйрөлөүҙәрҙән башҡа баш ҡала артистары бер нимәһе менән
       дә артыҡ айырылып торманы. Эйе, акробатик трюктар булды, әммә мин вәғәҙә ителгән иҫ китмәле хореография һәм режиссер оҫталығын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күрмәнем.
       Һөҙөмтәлә өшөп - туңған, ризаһыҙлыҡ белдергән күп кенә тамашасылар йылынырға өйҙәренә ашыҡты.
       Икенсе бүлектән алған тәьҫораттары менән коллегам уртаҡлашты ( минең түҙемлегем беренсе бүлеккә генә етте).
       Аҙмы - күпме оҡшағаны "Марш славянки" (Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығына әҙерләнгәндер, күрәһең) һәм " Испан бейеүе" булды тине ул. Үкенес, әлбиттә, әммә тамашасыларға афишала исемдәре яҙылған билдәле артистарҙың с ығыш яһау - яһамауы билдәһеҙ килеш ҡалды. Сөнки шоуҙың икенсе бүлегендә микрофондар бөтөнләй файҙаланылманы...
       ... Көтөп алған Боҙ театры артистары үҙҙәренең гастрол дәр
       турында билдә ҡуйыу өсөн генә килде буғай. Ә беҙ бит ысын мәғәнәһендә йондоҙло тамаша көткәйнек. Ә бөгөнгөләй "шоуҙы" беҙҙең фигуристар ҙа ойоштора алалыр, моғайын. Бына
       ҡалабыҙҙа үҙебеҙҙең боҙ театрын булдырһаҡ шәп булыр ине.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал