6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Сергей Матрениндың гәлсәр фантазиялары
31.03.06


       Гүзәллек ижад итеүсе Сергей Матренин республиканың Милли музейында үҙенсәлекле гәлсәр фантазияларын тәҡдим итә. Екатеринбургта йәшәүсе был кеше элегерәк гәлсәр менән эшләүҙең ни тиклем мауыҡтырғыс булыуын күҙ алдына ла килтермәй. Ә инде бер башлағас туҡтала алмай. Ун йыл көсөргәнешле эш, көн һайын 10 - 15 сәғәт буйы баш күтәрмәй
       мәшәҡәтләнеү - һөҙөмтәлә беҙ бөгөн уникаль экспонаттарға ҡарап һоҡланыу бәхетенә эйә.
       Һәр шедевр тамашасыға аңлашыла тип әйтеп булмай, әммә уның үҙенсәлеге лә ошонда.
       "Әлегә минеке" - балаһын имеҙеүсе әсәне һүрәтләүсе кварц эштәренең береһе ошолай тип атала. Мин, ҡатын - ҡыҙ булараҡ, уның өсөн шатлыҡ һәм хәсрәт тойғоһо кисерҙем. Бала тыуғанда кисергән шатлығын ул ғына аңлай, һәм үҙен ҡәҙерле "емеше"
       менән бәйләгән һәр минуттың ҡәҙерен белә. Ә һуңынан инде ул
       балаһын ... донъяға бирә.
       Тау гәлсәренән яһалған "Хәлдәр" һыны ҡатын - ҡыҙҙарҙың йы ш ҡына тойғо артында интеллектуаль иҫәбен, ә ирҙәрҙең интелл ект артында - тойғоларын йәшереүе хаҡында һөйләй.
       - Һәм был донъяла насар һәм яҡшы кешеләр юҡ, - тип һанай автор, - ә бары тик эмоциональ баһаламаларыбыҙ ғына бар... Интеллектуаль ҡарар ҡабул итеү тойғолар аша идара ителеүсе
       мораль ҡағиҙәләр сиктәрендә генә барлыҡҡа килә. Һәм бында
       ике икең дүрткә тигеҙ булыуы ни бары беҙҙең иллюзия ғына.
       Йыш ҡына кешеләр менән үҙ - ара мөнәсәбәттә беҙ башҡаларҙың да билдәле ҡарар ҡабул итеү хоҡуғы булыуын
       хөрмәт итмәйбеҙ. Һөҙөмтәлә баһаламаларыбыҙ ашығыс була. Бер - беребеҙҙе нисек бар шулай түгел, ә ниндәй итеп күрергә теләйбеҙ, шундай итеп күрәбеҙ.
       Сергей Матренинды ысын философ тип әйтергә мөмкин, һәм ул үҙенең уй һәм тойғоларын беҙгә ҡаты ташта уйып тапшыра. Әммә ҡаты ныҡ тигән һүҙ түгел. Тау гәлсәре бик нескә һәм "үҙһүҙле" материал. Артыҡ йылытыуҙан ҡурҡа, сатнауы бар - уның саф матурлығын һаҡлау таланттың ғына ҡулынан килә. Һәр кем гәлсәрҙән эксклюзив "әүәләй" алмай ( иретелгән гәлсәрҙән эшләнгән изделиелар менән бутамаҫҡа!). Һуңғыһы өсөн артыҡ тырышлыҡ һәм яратыу кәрәкмәй: гәлсәр һындырыла, иретелә һәм ғәҙәти люстраға әүерелә. Шуға күрә күптәребеҙҙең залында эленгән шәмдәлдең хаҡы ла музейҙағы ҙур булмаған гәлсәр шар хаҡынан күпкә түбәнерәк.
       Сергей Матренин менән бергә эшләүсе геолог Андрей Кузьмин
       гәлсәрҙе уйынсыҡ урынына түгел, ә донъяны аңлау өсөн инструмент булараҡ файҙаланырға кәңәш итә.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал