6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

БР Хөкүмәте Премьер - министры гражданлыҡ бурысын үтәне
07.12.03


       Башҡаланың 21-се һанлы гимназияһында урынлашҡан 110 - сы һайлау участкаһында Башҡортостан Республикаһы Президентын һәм РФ-ның дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау сәғәт иртәнге һигеҙҙә башланды. Тәүге һайлаусылар участка асылырға 15 минут тирәһеләй ҡалғанда уҡ килгәйне инде.
       Бер сәғәттән 60 -тан ашыу һайлаусы тауыш биргәйне инде. Барлығы 2365 һайлаусы көтөлә бөгөн бында. Улар башлыса Энгельс, Хоҙайбирҙин, Волочаевский, Чернышевский, Ново-Мостовой, Добролюбов, Балалар тыҡырығында йәшәүселәр.
       Сәғәт ундар тирәһендә тауыш бирергә килеүселәр һаны ҡырҡа артты. Ошо уҡ ваҡытта БР Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов һәм Дәүләт Йыйылышы ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Салауат Кусимов та килде. Башҡалар кеүек улар ҙа "Мин үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәнем" тигән һүҙҙәр менән бюллетендәрҙе урнаға төшөрҙө. Журналистар менән үткәргән ҡыҫҡа ғына әңгәмәһендә Рафаэль Байдәүләтов быйылғы һайлауҙарҙың үтә ҡатмарлы булыуын билдәләп үтте. Әммә шуға ҡарамаҫтан һайлау процессы республикала тыныс башланған, халыҡтың әүҙемлеге юғары.

Гөлназ Шәрәфлисламова
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал