6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Сталинград өсөн һуғышта гороховсылар үҙҙәрен аямай
31.03.06


       124 - се айырым атышсылар бригадаһы Алыҫ Көнсығыштан килгән кадровиктарҙан һәм Башҡорт АССР - ында йәшәүселәрҙән төҙөлә. 1941 йыл аҙағынан 1942 йылдың апрель айына тиклем хәрби әҙерлекте бригада башҡорт ерендә, Аксаков эшселәр
       ҡасабаһында үтә.
       1942 йылдың 30 мартында, нәҡ 64 йыл элек, бригадаға байра ҡ тапшырыла.
       Май башында бригаданы Мәскәү янына күсерәләр, унда хәрби эшкә әҙерлек дауам итә.
       12 августта бригада фронтҡа оҙатыла. Был ваҡытҡа фашистар
       инде Волгаға үтеп, төньяҡтан Сталинградҡа үтеү юлын ҡаплай.
       24 августтың иртәһендә улар ҡаланың төньяҡ сигенә сыға, Рын ок ҡасабаһын һәм 101, 3 һәм 135, 4 бейеклектәрен, Орловканы баҫып ала, трактор заводы һәм Спартановка эшселәр
       ҡасабаһына яҡынлаша башлай. Фронт штабы 127 - се бригада алдына һөжүмгә күсергә, Спартановка һәм Рынок ҡасабаларын азат итергә һәм Сталинград трактор заводы эшселәренә үҙ эштәрен дауам итергә мөмкинселек тыуҙырырға тигән бурыс ҡуя.
       28 августа фронт приказы буйынса Гороховтың Төньяҡ төркөмө булдырыла. Унда 124 - се айырым атышсылар бригадаһы, 149 - сы атышсылар бригадаһы, танк бригадаһы, НКВД полкы,
       ремонт - яңыртыу батальоны, трактор заводы эшселәренең истребителдәр отряды, моряктар отряды һәм йылға флотилияһының катерҙар төркөмө инә.
       Горохов етәкселегендәге частар һөжүмгә күсә һәм немецтарҙ ы Спартановка, Рынок ҡасабаларынан бәреп сығара. Горохов төркөмө биш ай дауамында гитлеровсыларҙың Волгаға табан
       ынтылыусы частарына ҡаршы ҡаты, ҡан ҡойғос һуғыш алып бара.
       Сентябрь айынан ноябрь айына тиклем айырыуса ҡыйынға тура килә. Фашистар һауала хакимлыҡ итә, уларҙың танкылары ла күп
       була, яңынан - яңы көстәр килеп тора, бер - бер артлы һөжүм дәр яһала, әммә гороховсылар Ватан алдында биргән анттарына тоғро ҡала - Сталинградты дошманға бирмәй. 15 - 18 ноябрҙә гитлеровсылар ҙур юғалтыуҙар кисереп, трактор заводы территорияһын һаҡлаусы частарҙы ҡыҫырыҡлай һәм беҙҙең атышсылар бригадаһының тылына үтеп инә. Әсирҙәр әйтеүенсә, гитлеровсылар алдында 17 - 17 ноябрҙә Горохов төркөмөн юҡҡа
       сығарыу бурысы ҡуйыла. Хәл бик ауыр була. Һуғыш көнө буйы
       дауам итә. Полковник Горохов тыл хеҙмәттәрендә эшләүсе яугирҙарҙы ла һуғышҡа индерә, 150 автоматсы һәм 150 - сапер - һуңғы резерв. Немец танкылары сигенә. Уларҙың 24 - е яу яланында ҡала. Волгаға үтеп ингән 300 фашист ҡырыла, кискә табан немец илбаҫарҙары Рыноктан ҡыуып сығарыла.
       19 ноябрь көнө кис гороховсылар Сталинград районында артиллерия канонадаһы геүләүен ишетә. Беҙҙекеләргә дәрт
       өҫтәлә, улар Сыртлановканы дошмандарҙан таҙарта һәм Рокоссовский ғәскәрҙәренең 99 - сы атышсылар дивизияһына ҡушыла. Артабан Сталинградта ҡамалышта ҡалған фашистарҙың тө ркөмө тар - мар ителә.
       Легендар 62 - се армия кеүек үк, С. Ф. Гороховтың төркөмө фашистарға ҡаршы геройҙарса көрәшә, ҙур ҡыйыулыҡ күрһәтә, улар был көрәштә Ватаныбыҙҙың яҙмышы хәл ителгәнен яҡшы аңлай. Бригаданың 5,5 мең һалдатынан февраль айына меңдән аҙыраҡ кеше тороп ҡала...
       Аксаков ҡасабаһының Вокзал урамында, 4 - се һанлы ике ҡат лы ағас бинала мемориаль таҡта ҡуйыла, унда түбәндәге һүҙҙәр
       яҙылған: "1941 - 1942 йылдарҙа был бинала Ҡыҙыл байраҡлы
       124 - се айырым атышсылар бригадаһы штабы һәм сәйәси бүлеге урынлашты. Бригада командиры Горохов С. Ф., комиссар Греков В. А., штаб начальнигы Черноус П. В.".
       1972 йылдың 25 сентябрендә Волгоградтың яңы урамдарының б ереһенә Гороховсылар исеме бирелә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал