6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Беҙгә иң кәрәге - мөхәббәт
30.03.06


       Башта - йомаҡ. 12 пуля йәрәхәте булған ашҡаҙан - эсәк тра кты. Нимә ул Баш ватып ҡарағыҙ. Бына мин дә уйланым - уйлан ым да, ҡыҙыҡһыныуым шәмбе көнө кис "Битлз" - фестивалендә аҙ аҡҡа тиклем ултырырға мәжбүр итте, һәм бер ҙә үкенмәйем. Сар аның бағыусыһы булып Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды сығыш яһаны. Фестиваль Өфөнөң "Юбилей" һарайында үтте, унда рок - н - рол л көйҙәрен тыңлап күңел асырға теләүселәр барыһы ла: ун биш йәшлек ҡыҙҙарҙан башлап сал сәсле ирҙәргә тиклем барыһы ла
       бар ине. Һуңғыларының ни өсөн килеүе аңлашыла: йәшлек йылдарын иҫкә төшөрөргә теләйҙәрҙер, улар малай саҡта, совет ваҡытында "Битлз" төркөмөн тыңлау тыйыла ине бит. Ә бына йәш
       ҡыҙҙарҙы бында нимә килтергән икән Баҡһаң, улар ҙа башҡалар кеүек үк, бер тапҡыр ишеткәндәр ҙә ғашиҡ та булғандар икән! 1964 йылдағы дәртле Twist and shout йырын ғы на хәтергә төшөрөү етә. Джон Леннон һәм ҡалған дүртәү
       башҡарыуында был йыр шунда уҡ әсир итә!
       Күп кенә битломандарҙың яратҡан төркөмөнөң йырҙарын үҙ репертуарына индереүе ғәжәпләндермәй. Мәҫәлән, Екатеринбургтың "Harry Potter,s Band" төркөмө бары тик "Битл з" йырҙарын башҡарыу өсөн төҙөлә. Ә егеттәр үҙҙәре төрлө төркөмдәргә ҡарай, "Harry Potter,s Band" солисы Николай
       Шипулин, мәҫәлән, "Кедры Выдры" төркөмөнән.
       Мин юҡҡа ғына уларҙа туҡталманым. Сөнки нәҡ ошо төркөм, һәм тағы берәү, уның хаҡында һуңыраҡ һөйләрмен, үҙенең асыҡлығы, шат күңеллеге менән хәтерҙә ҡалды. Тамашасыларҙы т иҙ арала дәртләндереп ебәрҙе улар!
       - Тотоноп ултырығыҙ! - тип кенә әйтте Николай һәм төрлө фокустар ижад итә башланы, уның исеме - энергетика һәм халыҡты уятыу теләге тип атала. Тамашасыларға уның ал төҫтәг е гитараһы ла, эшләпә менән шаярыуҙары лаоҡшаны. Һуңғыһын ул алдан әҙерләмәгән, барыһы ла үҙенән - үҙе килеп сыҡты. Иң мөһиме, "Битлз" төркөмөнөң йырҙары булды, әлбиттә, уға бер тапҡыр ғына Джеймс Браундың "I feel good" композицияһы өҫтәлде. Әммә ул алынған тәьҫораттарҙы бер ҙә боҙманы, киреһенсә. Һөҙөмтәлә өфөлөләр "Harry Potter,s Band" төркөмөн
       шул тиклем яратты, хатта башҡа төркөмдәр сығыш яһағандан һу ң да Екатеринбург йырсыларының сығыуын талап итте.
       Уларҙың сығыуын айырыуса силәбеләрҙән һуң һоранылар, сөнки һуңғылары битлфестта үҙҙәрен бер нисек тә күрһәтә
       алманы. Тамаҡ ярып ҡысҡырыусы солистары менән генә булмаһа инде. "Меня от этого прет!" тип өҙлөкһөҙ ҡысҡырыу"Битлздың" йырын тыңларға килеүселәрҙең күңеленә бер ҙә ятманы. Уларҙың
       рок яратыуы аңлашыла, әлбиттә, әммә бөгөн беҙ һеҙҙең концертҡа килмәнек бит, егеттәр!
       Һамарҙар үҙҙәренең мөхәррире Владимир Снопов менән иҫтә ҡалды, ул тамашасыларға Битлз - Ассоциацияның From Me To You
       - "От тебя ко мне" журналының яҡшы музыкаға һөйөү уятыусы бер нисә һанын бүләк итте һәм "Singles" исемле йәш төркөмдөң
       сығышын иғлан итте. Энергетик Ефим Кузнецовтың айырым
       сығышы ла күңелгә хуш килде. Ә "Ливерпуль" төркөмөнөң исеме
       өҫтә бирелгән йомаҡтың яуабы икәнлеген аңланығыҙмы Аңламағандар өсөн - полный ливер пуль.
       Мәскәүҙән килгән берҙән - бер концептуаль "Beatles - Trib ute - Band" төркөмөнөң сығышы фестивалдең һуңғы аккорды булы п яңғыраны. Уларҙың концерт программаһын "Битлз" төркөмөнөң тәүге репертуарындағы йырҙар тәшкил итте, унда музыканттар рок - н - роллы Гамбург - Ливерпуль осорона айырым иғтибар бүлә. Барабансы Николай Денисовтың "Шырпы ҡабы" ла уларҙың с ығышына уңышлы өҫтәмә булып яңғыраны.
       Мөхәббәт гимны "All you need is love" девизы аҫтындағы ик енсе фестиваль, тәүгеһенән айырмалы рәүештә, ярышыуға ҡоролманы. Һәм унда, ниһәйәт, барыһы ла яратҡан "Yesterday" йыры яңғыраны - бының өсөн "Harry Potter,s Band" төркөмөнә
       рәхмәт. Һәм тамашасы был юлы бер кемде лә баһаламаны, бары тик йырҙарҙан ләззәт алды һәм башҡарыусыларҙы алҡыштарға күмде. Һөҙөмтәлә мөхәббәт еңде - "барыбыҙ өсөн дә иң кәрәкле
       булған мөхәббәт".

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал