6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Пенсионерға ҡайҙан ярҙам көтөргә
30.03.06


       Бөгөн Өфөлә 46 меңгә яҡын өлкән кеше фәҡирлек сигендә көн
       күрә, пенсия йәшендәге яңғыҙ йәшәүсе граждандар һаны дүрт
       меңдән артыҡ. Байтаҡ пенсионерҙар үҙ ғаиләләрендә йәшәһә лә
       туғандары яғынан хәстәрлек күрмәй, туған ғаиләләрендә үҙҙәр ен артыҡ йөк итеп тоя, кәмһетеүҙәр кисерә. Бындай кешеләр кү пме Әйтеүе ҡатмарлы, әммә уларҙың рух төшөнкөлөгөн аңларға мөмкин.
       Өфөлә уртаса пенсия 2736 һум тирәһе тәшкил итә, һәм 2006 йылдың беренсе апреленән база пенсияһының 8,5 процентҡа (85 һум) артыуы көтөлһә лә, был аҡсаға йәшәүе еңел түгел. Та ғы килеп балаларың да ҡарамаһа... Өлкән йәштәге кешеләр бынд ай осраҡта кемгә мөрәжәғәт итә ала
       Өфө ҡалаһы ҡала хакимиәтенең социаль сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы Лидия Слабованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡ артлыҡ көндәрендә ошондай хәлгә дусар булыусылар ҡала
       властары яғынан социаль ярҙамға өмөт итә ала. Ул Өфө ҡалаһы
       ҡала округына 2006 йылдың ғинуар айынан башлап оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы, ауыр хәлдә ҡалыусыларҙы, ҡарауһыҙ ҡалған һәм ата - әсә тәрбиәһенән мәхрүм балаларҙы
       социаль хеҙмәтләндереү буйынса дәүләт вәкәләттәре бирелеүе
       тураһында һөйләне.
       - Быйыл 11 социаль учреждение: балалар һәм мөмкинселектәр е сикләнгән үҫмерҙәр өсөн Дим һәм Киров райондарында урынлашҡан ике реабилитация үҙәге, Калинин һәм Октябрь райондарындағы ике приют - социаль реабилитацияға мохтаж балиғ булмаған балалар өсөн махсуслаштырылған учреждениелар һәм баш ҡаланың һәр бер районында халыҡты социаль хеҙмәтләндереү буйынса комплекслы үҙәктәр ҡала ҡарамағына тапшырылды, - тип билдәләне Лидия Александровна. - Шулай итеп, ҡалала социаль көсөргәнешлек булдырмаҫҡа һәм Өфөнөң ауыр хәлгә юлыҡҡан һәр бер кешеһенә оператив рәүештә
       социаль - көнкүреш, социаль - медицина, психология - педаго гия яғынан һәм хоҡуҡи хеҙмәтләндереү күрһәтергә булышлыҡ ите үсе һығылмалы тармаҡ булдырыу мөмкинселеге барлыҡҡа килде.
       Өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы йортта хеҙмәтләндереүҙең ҡала буйынса уртаса күрһәткесе 10 мең пенсионерға 168 кеше тәшкил итә, тип белдерҙе Лидия Слабова.
       Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, социаль үҙәктәр үҙ - үҙен хеҙмәтләндереү мөмкинселеген өлөшләтә юғалтҡан һәм башҡа кешенең ярҙамына мохтаж булған һәр кем өсөн асыҡ.
       - Социаль үҙәктәге пенсионерҙарҙың үҙенсәлекле һәм бик
       уңайлы бәләкәй генә доньяһы барлыҡҡа килә, һуңынан инде ула р был үҙәктән китергә лә теләмәй, - ти Лидия Слабова. - Беҙг ә бер айға килеп оҙағыраҡ ваҡытҡа ҡалыу осраҡтары ла бар. Әм мә киреһенсә лә була: туғандары пенсионерҙы үҙҙәренә кире алырғ а теләмәй. Бындай осраҡта уларҙы Ветерандар йортона урынлаштырыу мөмкинселеге бар - пенсионерҙың үҙенең теләге б улһа, әлбиттә.
       Райондарҙың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү буйынса комплекслы үҙәктәренә килгәндә, ул хеҙмәтләндереүҙең стационар булмаған һәм ярым стационар формаларын үҙ эсенә
       ала. Башлыса алғанда, йортта социаль ярҙам күрһәтеү бүлектә ре тигән һүҙ. Ошондай 33 бүлектә 468 хеҙмәткәр 4,2 мең кешен е хеҙмәтләндерә, фатирҙы йыйыштырыу һәм ремонтлау, медикаменттар, кәрәкле аҙыҡ - түлек һәм сәнәғәт тауарҙары һатып алып килеү, медицина ярҙамы ( шул иҫәптән медицина
       учреждениеларына оҙатыу), шулай уҡ ритуаль хеҙмәтләндереүҙе
       ойоштороуҙы тәьмин итә.
       Хәйер, социаль үҙәктәр йортта ярҙам күрһәтеү генә түгел, социаль - көнкүреш хеҙмәтләндереүҙең тотош бер өлкәһе ролен үтәй, тип билдәләне Лидия Слабова: унда аяҡ кейемен ремонтла у, бөҙрәхана, кер йыйыу, кейем тегеү һәм ремонтлау инә. Хаҡт ар юғары түгел: хеҙмәтләндереү күрһәткән өсөн 20 - 30 һум ти рәһе.
       Дим, Киров һәм Орджоникидзе райондары территорияһындағы ү ҙәктәрҙә оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн көндөҙгө һәм ваҡытлыса йәшәү бүлектәре эшләй. Ваҡытлыса йәшәп тороу бүлегенә путевка хаҡы алынған пенсияның 75 проценты размерында билдәләнә, йәғни 3,5 мең һумдан да артыҡ түгел. Бүлектә йәшәү ваҡыты бер айҙан алты айға тиклем , бында үҙ - үҙен хеҙмәтләндерә алған өлкән йәштәге гражданд ар һәм инвалидтар ҡабул ителә.
       Лидия Александровна әйтеүенсә, махсуслаштырылған социаль - медицина хеҙмәтләндереүе бүлеге баш ҡаланың Киров районында, тәғәйен генә йәшәү урыны булмағандар өсөн төн үткәреү йорто - Калинин районында, ҡатын - ҡыҙҙар һәм балал ар өсөн кризис бүлектәре - Калинин, Киров һәм Совет райондарында урынлашҡан. Орджоникидзе, Дим һәм Совет райондарында ветерандар өсөн аралашыу клубы булдырылған. Бында тыуған көндәрҙе билдәләргә, медицина кәңәше алырға, укол яһатырға, ял итергә һәм дуҫтар табырға мөмикн.
       Бынан тыш күптән түгел Өфөлә хеҙмәтләндереүҙең яңы төрө - инвалидтарҙы ҡайҙа теләй шунда - нотариаль контора, дауахана , магазиндарға ташыу менән шөғөлләнеүсе социаль такси барлыҡҡа килде. Лидия Александровна хәбәр итеүенсә, үткән йылда социаль такси менән 40 мең кеше файҙаланған, һәм бөгөн
       дә уның популярлығы арта бара. Әлегә такси баш ҡаланың өс районы - Октябрь, Орджоникидзе һәм Совет райондарында ғына э шләй.
       2005 йылда социаль үҙәктәр 5,2 мең өлкән йәштәге кешеләр һәм инвалидтарҙы хеҙмәтләндергән. Уларҙың 300 - ҙән ашыуы
       шәхси секторҙа йәшәй, 2 870 пенсионер - яңғыҙ көн күрә ( 54 процент), 1 240 кешенең ( 24 процент) туғандары юҡ һәм улар үҙҙәрен үҙаллы хеҙмәтләндерә алмай. Һәм, ниһәйәт, ҡала властарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүсе меңдән ашыу кеше ( 22 процент) ғаиләһе менән йәшәй.
       Дөйөм алғанда, үткән йылда комплекслы үҙәктәр дәүләттең айырым яҡлауы аҫтында булған 140, 5 мең гражданға ярҙам күрһәткән, уларҙың 29 проценты - өлкән йәшәтге кешеләр.
       - Аралашыу, изге мөнәсәбәт, яҡшы туҡланыу - былар барыһы ла һәйбәт, әлбиттә, әммә нисек кенә булмаһын, үҙ ғаиләләре б аш
       тартҡан пенсионерҙарҙы беҙ тулыһынса бәхетле итә алмайбыҙ, - тип тамамланы һүҙен Лидия Слабова. - Ҡиммәтле кешелек сифаттарын юғалтмаһаҡ ине, уларҙың беренсеһе - ата - әсәләр
       тураһында хәстәрлек күреү.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал