6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Һатып алыусылар нимәгә зарлана
30.03.06


       2005 йылда өфөлөләр йышыраҡ һатып алынған көнкүреш техникаһының түбән сифатына зарланған, уның артынан кеҫә телефондары килә. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең социаль сәйәсәт буйынса идаралығының ҡулланыусылар хоҡуғын я ҡлау буйынса бүлек начальнигы Светлана Гәрәева ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса органдарҙың эшмәкәрлек һ өҙөмтәләре менән таныштырҙы.
       Үткән йылда ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау органдарына бөтәһ е туғыҙ меңгә яҡын граждан мөрәжәғәт иткән. Ялыуҙарҙың төп өлөшө - 6268 - сауҙа предприятиеларына тура килә, был дөйөм һандың 70,2 процентын тәшкил итә. Мөрәжәғәттәрҙең 9,4 проценты көнкүреш хеҙмәтләндереү күрһәтеүҙең түбән сифатлы б улыуына, 7,5 - әр процент - торлаҡ - коммуналь һәм медицина хеҙмәтләндереүенә бәйле.
       Сауҙа предприятиелары тураһында һүҙ алып барғанда, ялыу биреүселәр беренсе сиратта тауарҙың сифатһыҙ булыуы, ҡулланыу ваҡыты үткән һәм һаҡлау ҡағиҙәләре үтәлмәгән тауарҙар һатыу, продукцияның "күршелек" ҡағиҙәләре күҙәтелмәүе, продукцияның сифатын һәм хәүефһеҙлеген раҫлаусы сертификат һәм башҡа документтары булмауы, билдәһеҙ етештереүсенең тауарҙары һатылыуы, сауҙа нөктәләрендә шикәйәт кенәгәләре юҡлығына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә.
       Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау органдары белгестәрен граждандарҙың сифатһыҙ көнкүреш техникаһына ялыуҙары һаны ар тыуы ( дөйөм һандың 40 проценты) айырыуса борсой. Артабан те ҙмә буйынса кеҫә телефондары килә: барлыҡ мөрәжәғәттәрҙең 24
       проценты.
       Быға бәйле ҡала хакимиәте күҙәтеү органдары менән берлект ә көнкүреш техника һәм кәрәҙле телефондар менән һатыу итеүсе магазиндарҙа комплекслы тикшереү үткәрергә планлаштыра.
       Алған тауары менән ҡәнәғәт булмаусы граждандарға ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин
       - Ҡала бүлеге: 35 - 99 - 45, 35 - 98 - 78 ( Октябрь просп екты, 114/1, 8 - се кабинет),
       - Өфөнөң Совет районы: 72 - 43 - 13 (Революция урамы, 111 ),
       - Өфөнөң Ленин районы: 73 - 35 - 13 (Социалистик урам, 19 ),
       - Өфөнөң Киров районы: 79 - 90 - 17 (Пушкин урамы, 85),
       - Өфөнөң Калинин районы: 47 - 01 - 26 ( Орджоникидзе урам ы, 3),
       - Өфөнөң Октябрь районы: 32 - 83 - 22 (Комсомол урамы, 14 2/1),
       - Өфөнөң Орджоникидзе районы: 42 - 37 - 33 (Тыныслыҡ урам ы, 6),
       - "Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса ҡала берләшмәһе" йәмәғәт ойошмаһы: 37 - 82 - 08, 37 - 76 - 24 (Октябрь проспе кты, 56).

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал