6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

"Әсә" романының героиняһы Өфөлә йәшәгән
29.03.06


       1907 йылда, 25 майҙың иртәһендә "Нью - Йорская газета" уҡыусыларына Максим Горькийҙың был ҡалала тәүге тапҡыр баҫылған "Әсә" романы тураһында хәбәр итә. Романдың геройы П авел Власов эшсе Петр Андреевич Заломов ( 1877 - 1955) образынан алынып яҙыла. Башта роман француз, итальян, немец,
       болгар, испан, швед телдәренә тәржемә ителә. Рәсәйҙә ул һуңыраҡ бер аҙ ҡыҫҡартып баҫыла.
       Роман киң резонанс тыуҙыра. Ниһайәт, әҙәбиәттәге модалы заман авторҙарының зәғиф, өмөтһөҙ персонаждары урынына баҫырлыҡ образ барлыҡҡа килә. 1911 йылдың ғинуарында сыҡҡан "Звезда" гәзите һандарының береһендә баҫылған
       мәҡәләһендә публицист В. В. Воровский нәҡ шулай тип билдәләй. Бер генә нимә уға ысынбарлыҡҡа тап килмәгән кеүек тойола, ул да булһа Ниловна образы типик түгел, тип белдерә автор.
       Тәнҡит Алексей Максимовичтың намыҫына тейә, уның киҫкен реакцияһын тыуҙыра. "Звезда" гәзите мөхәрририәтенә ул түбәндәге хатты яҙып һала:
       "Ниловна - 1901 йылдың 1 майында Сормовта үткән демонстрация өсөн хөкөм ителгән Петр Заломовтың әсәһенең портреты. Ул ойошмала эшләй, мосафир булып кейенеп әҙәбиәт т арата. Һәм ул яңғыҙы түгел. Өфөләге Кадомцевтарҙың әсәһен хәтергә төшөрөгөҙ. Балалары менән бергә судлашҡан һәм ҡайһы берҙәре менән мин шәхсән таныш булған тиҫтәләрсә әсәләрҙең и семен иҫегеҙгә төшөрөргә мөмкин".
       Биографияһы Горькийҙың ҡыҙыҡһыныуын тыуҙырған Анна Федоровна Кадомцеваны хәтергә төшөрәйек.
       Миңә уның ҡыҙҙары Зоя Самуиловна һәм Ольга Самуиловна менән осрашырға тура килде (әйткәндәй, Кадомцевтарҙың ғаиләһендә донъяға килгән ун өс баланың ун бере тәрбиәләнә).
       Апай менән һеңлекәш миңә әсәйҙәре тураһында бәйән итте.
       Анна Федоровна Кадомцева ( Буталова) 1860 йылдың 29 мартында Златоуст ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы һәм ҡартатаһы - Уралдың крепостной кержактары. Ҡыҙ 15 йәшкә еткәндә, уға бай кержак кейәүҙәре тәҡдим яһай башлай.
       Әммә ул баҫалҡы казначей хеҙмәткәре Самуил Кадомцевты һайлай. 1885 йылда Кадомцевты Өфөгә күсерәләр. Ҡалала һөргөнгә ебәрелгән революционерҙар күп була. Әсә улар менән
       таныша, народниктар түңәрәгенә инә. Ғаиләлә лә буласаҡ революционерҙар: Иван, Михаил, Инна үҫә. Инна әсәһен Өфөлә һөргөндә булыусы Надежда Крупская менән таныштыра, уның менән бергә Кадомцевтарҙың йортонда Владимир Ульянов та булып китә.
       1906 йылда Дим экспроприацияһынан һуң Кадомцевтарҙың улы
       Михаил ҡулға алына, уға үлем язаһы янай. Әммә, бәхеткә ҡарш ы, был хәүеф урап үтә, уны өс йылға Минзәлә төрмәһенә ябала р.
       Һәм бына шул саҡта, 1908 йылда, Горький үҙенең хатында иҫ кә алған хәлгә ваҡыт етә. Ул ваҡытта Анна Федоровнаға 48 йәш була. Әсә кеше үлем язаһына хөкөм ителеүселәрҙе һәм улын да
       ҡотҡарыу өсөн төрмәгә йәшереп бомба һәм ҡорал алып инә. Конспирация өсөн үҙе менән бәләкәс балаларын - Вера, Любовь һәм Оляны ла ала. Ҡыҙсыҡтары менән барғас, уны кем төрмәгә бомба алып инә тип уйлаһын. Михаил менән осрашыу ваҡытында у ға ҡорал һәм йоҡо дарыуын тапшыра. 15 - нән 16 - һына ҡараға н төндә шартлау яңғырай. Әммә хөкөм ителеүселәрҙең ҡасыуы уңышһыҙ була, Михаилды тағы ла ҡулға алалар. Әсә кешене лә төрмәгә ябалар, унда ул һигеҙ ай буйына суд ҡарарын көтә. Горький етәкселегендәге йәмәғәтселектең талап итеүе буйынса хәрби - ялан суды әсәне аҡлай. Алексей Максимович Анна
       Федоровнаның улы Иван менән яҡшы таныш була. 1909 йылда
       яҙыусы уның ғаиләһен Капри ( Италия) утрауына саҡыра, унда ул "Әсә" романының дауамын яҙырға планлаштыра.
       Анна Федоровна тере ваҡытта уның балалары Инна һәм Михаил
       һәләк була, Иван ауырып үлә. 1942 йылда 83 йәшен тултырмайынса Анна Федоровна ла вафат була. Уның ҡәбере өҫтөндә обелиск ҡуйылған.
       Өфөлә Пушкин урамында Кадомцевтар йәшәгән 52 - се һанлы
       йортта иҫтәлекле мәрмәр таҡтаташ асылған.
       Ҡалала ағалы - энеле Кадомцевтар урамы ла бар.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал