6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

"Академиктар" илатҡансы көлдөрҙө
29.03.06


       Кешене иларға мәжбүр итеп була, көлөргә иһә - юҡ. Уның
       йөҙөндә йылмайыу барлыҡҡа килһен өсөн бик ныҡ тырышырға кәрәк. Алтынсы республика театр капустниктары фестивалендә ҡатнашыусылар ҡулдарынан килгәнсә тырышты ла инде.
       Шулай итеп, әфәнделәр, сәхнәгә рәхим итегеҙ! СТД компанияһ ы - театр эшмәкәрҙәре берләшмәһе ысын мәғәнәһендә рух байрамы - "Күңелле кулисала" ҡатнашырға тәҡдим итә. Уның төп
       геройҙары - етәкселектең күҙенә салынмағандар, төп ролгә
       саҡырылмағандар, театр директоры һәм режиссерына кенә һаҡлаусылар, ҡыҫҡаһы, "Күңелле кулиса" - "кәбеҫтәне" ваҡ ҡын а
       киҫәктәргә бүлгеләүсе драматик әҫәр ул.
       - Һеҙ нимә, ысынлап та мине йырлар тип уйлайһығыҙмы! - т ип тамашасыларға һорау бирә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы Андрей Зараев һәм балериналар менән күнекмәләр үткәрергә керешә.
       - Балетта бейеү - ябай эш тип уйлайһығыҙмы! Юҡ! Балет - у л ауыр физик хеҙмәт, ете ҡат тирең аҡҡансы эшләргә кәрәк! Бале т ул мәңгелек һорау - ауырлығығыҙ күпме ... грамм Ул соҡорғ а ҡолаған һайын оркестр менән бәрелеш, теңкәгә тейгес канифоль
       еҫе...
       - Эйе, балет минеке түгел! Әммә бөгөн, барыһы ла Португали яға киткәндә, балет - минеке!.. Ҡыҙҙар, станоктарға! Эшләйбе ҙ! И - бер, ике, өс, дүрт...
       Актерҙар йортонда үткән был кисәлә артистар шаша алғансы шашты. Өфөнөң "Нур" татар дәүләт театрынан башҡа баш ҡаланың барлыҡ театрҙары ла, уға өҫтәп Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры ( ул быйыл үҙенең 60 йыллығын үткәрә) һәм Стәрлетамаҡтың "Бенефис" театр - студияһы барыһы ла бөгөн кәбеҫтә бәлеше бешерҙе. Һуңғыһы ысын мәғәнәһендә бенефис ойошторҙо тип әйтергә мөмкин. Һәм улар шунда уҡ театрҙың ғәҙәти түгеллеген, йәғни дәүләт театры булмауы тураһында иғл ан итте. Йәки, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, күпме аҡса эшлә йҙәр, шунса тотоналар. Тамашасыларҙы театр "кошмариктары" ме нән аптыратырға теләгәйнеләр ҙә, әммә ғауға килеп сыҡманы. Быйыл Мостай Кәрим исемен йөрөтә башлаусы Милли Йәштәр театрының ҡанлы - романтик драмаһы байтаҡҡа күңеллерәк килеп
       сыҡҡандыр, моғайын. Әммә уларҙың сығышынан һуң да лампалар һүнеүе һәм ҡатын - ҡыҙҙарҙы биҙгәк тота башлауы күҙгә салынманы.
       Үҙҙәренең асыуын сағылдырыу маҡсаты менән сәхнәгә Мәжит Ғ афури исемендәге дәүләт академия драма театрынан Алмаз Әмиров менән Азат Йыһаншин сыҡҡас, бөтә зал тәгәрәп ятып көлдө. Бөгөн уларға "Туғанлыҡ" төрки телле театрҙар фестивал е тынғы бирмәй икән. Артистар Мәҙәниәт һәм кинематография буйынса федераль агентлыҡ етәксеһенең килеүенә иғтибар йүнәлтеп торманы, бары тик Михаил Швыдкой һәм уның Башҡорт т еатрында булыуы - айырым капустникка торош итә тип әйтеү менән генә сикләнде.
       Урал батырға ғүмер бирер өсөн бабай ( БР атҡаҙанған артис ы Азат Йыһаншин) һәм әбей ( БР халыҡ артисы Алмаз Әмиров) нимә генә ҡыланманы! Бабайҙы им - том менән дә дауаланылар, шаман булып та ҡысҡырыштылар. Ниһайәт ҡамыт аяҡлы Урал батыр ( шулай уҡ Азат Йыһаншин) донъяға килде. Ул көнләп түг ел минутлап үҫә. Буйға етеүе менән нәҫелен дауам итер өсөн кәләш эҙләп залға йүгерҙе. Һәм... минең алдыма килеп туҡтаны . Бындай һылыу егеттән баш тартырға ярамай ине, әлбиттә, һәм яҙмыш ҡушыуы буйынса миңә уның менән сәхнәлә (шаршау
       артында, әлбиттә) "төн" үткәрергә тура килде. Әммә был һөҙөмтә бирмәне, һәм Урал батыр шәхси тормошона ҡул һелтәп, артист булам тигән һығымтаға килде.
       Урал батырҙың был һайлауы Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты деканы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Татьяна Хәйбуллина етәкселегендәге жюри ағзаларының
       күңеленә хуш килде һәм "Күңелле кулисала" беренсе урын
       "академиктарға" эләкте!
       Икенсе урын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы
       һәм балериналарында.
       Өсөнсө урынды БР Дәүләт академия рус драма театры артистары яуланы.
       - Үткән сараһ менән сағыштырғанда бөгөнгө фестиваль шаҡта й ойошҡаныраҡ. Еңеүсене билдәләүе лә ауыр булды, сөнки ҡайһы
       бер коллективтар тигеҙ кимәлдә сығыш яһаны, - тип билдәләне Татьяна Хәйбуллина, - әммә барыбер еңелеүселәр юҡ.
       Һәм сара аҙағында һүҙ еңеүселәргә.
       - Йылмайыуҙарығыҙ өсөн рәхмәт, - тип белдерҙе тамашасыларғ а Азат Йыһаншин. - Йорттарығыҙҙа изгелек һәм татыулыҡ сәскә атһын!
       Билдәле булыуынса, еңеүсе Түбәнге Новгородта үтәсәк "Шат кәзә" халыҡ - ара капустниктар фестивалендә сығыш яһау
       хоҡуғына эйә була. Унда мастер - класс үткәндән һуң Мәскәүг ә һәм Санкт - Петербургҡа ижади командировкаға, баш ҡала театрҙары спектаклдәрен ҡарарға юл тотасаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал