6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Башҡорт милицинерҙары Чечнянан ҡайтты
29.03.06


       Чечняға командировкаға ебәрелгән башҡорт милиционерҙарыны ң сираттағы төркөмө Өфөгә әйләнеп ҡайтты. Ҡораллы конфликт зонаһында БР Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ярты йыл дауамында булды. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр
       итеүҙәренсә, был ваҡыт эсендә оператив төркөм һалдаттары Чечнялағы башҡорт милицияһының иң ҙур подразделениеһы урынлашҡанУрус - Мартан районында булып, алтмыштан ашыу махсус операцияла ҡатнаша, 100 берәмектән ашыу атыу ҡоралы тартып ала, законһыҙ ҡораллы төркөмдәрҙең утыҙҙан ашыу әүҙем
       ағзаһын ҡулға ала.
       Урус - Мартанда хәрби вахтаны беҙҙең милиционерҙар Ырымбур өлкәһенән килгән хеҙмәттәштәренә тапшырҙы. Ҡайтҡан т өркөм урынына ебәрелгән Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең икенсе төркөмө Гудерместа хеҙмәт итәсәк.
       Шәхси составты сираттағы алмаштырыу эштәренә БР эске эштәр министры Рафаил Диваев етәкселек итте. Бөгөнгө көндә 200 - гә яҡын Башҡортостан милиционеры Чечняла хеҙмәт итә. Гудерместан тыш улар Грозный ҡалаһында, шулай уҡ республиканың Ножай - Юрт районында урынлашҡан.
       Башҡорт милицияһы чечен кампанияһының икәүһендә лә әүҙем ҡатнашты. 1995 йылдан башлап һигеҙ меңдән ашыу яҡташыбыҙ - м илиция хеҙмәткәрҙәре - ҡораллы конфликт зонаһында булып ҡайтты. 900 милицонерҙың хеҙмәте юғары хөкүмәт наградалары меәнн билдәләнде. Хәрби бурысын үтәү барышында 16 кеше һәләк булды һәм 139 - ы йәрәхәтләнде.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал