6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Горькийҙың мөхәббәте Стәрлетамаҡта йәшәй
28.03.06


       Башта Горькийҙың автобиографияһынан алынған цитатаға күҙ
       һалайыҡ:
       "Ишек яңағы эргәһендә аҡтан кейенгән ҡыҙ баҫып тора, аҡһы л сәстәре ҡыҫҡа итеп ҡырҡылған, аҡ йөҙөндә зәңгәр күҙҙәре йылмайып ҡарай. Ул арзанлы олеографияларҙа һүрәтләнгән фәрештәгә оҡшаған ине".
       "Магазин артындағы бәләкәй генә бүлмәлә хужаның һеңлеһе йәшәй, мин уның өсөн дә самауыр ҡайнатам, әммә үҙен мөмкин
       тиклем һирәгерәк күрергә тырышам, сөнки ҡыҙ эргәһендә үҙемде уңайһыҙ тоям. Уның балаларса балҡыған күҙҙәре миңә тәүге осрашыу ваҡытындағы шул уҡ сыҙап булмаҫлыҡ ҡараш
       менән баға, ҡарашының тәрәнлегендә мин йылмайыу тоям һәм
       ул минән көлгән кеүек".
       "Минең университеттарым" тип аталған автобиографик повесында Алексей Максимович ( 1868 йылдың 28 мартында
       тыуған ) Машенька Деренкова тураһында ла яҙа.
       Буласаҡ яҙыусы үҙенең тормош университеттарын 1886 йылда Ҡазанда үтә. Ул народник Андрей Деренковтың арендаға алынған күмәсханаһында икмәк бешереүсе ярҙамсыһы булып эшләй. Күмәсхана эргәһендә икмәк кибете лә була. Унда
       хужаның һеңлеһе Мария Деренкова һәм уның әхирәте Надежда Ще рбакова һатыу итә. Икмәк бешереүсенең ярҙамсыһына эш етерлек, ҡаласты бешереү генә түгел, уны һатырға ла кәрәк би т. Һәм йыш ҡына ҡалас тултырылған кәрзин төбөндә Пешков ҡаланың төрлө мөйөштәренә тыйылған әҙәбиәт тә ташый.
       "Мин Мария Деренкова ғашиҡ булыуымды һиҙәм, - тип таный Пешков. - Йәшем, холҡом һәм тормошомдоң буталсыҡлығы ҡатын -
       ҡыҙ менән аралашыуҙы талап итә, һәм был ваҡытынан алда түгел, хатта һуңыраҡ та ине булһа кәрәк. Миңә ҡатын - ҡыҙ иркәләүе йәки, бик булмаһа, ҡатын - ҡыҙҙың дуҫтарса иғтибары , уға үҙем тураһында асыҡтан - асыҡ һөйләү, уй һәм тәьҫоратт ар буталышын асыҡлау кәрәклеге тыныслыҡ бирмәй".
       Әммә мөхәббәт яуапһыҙ көйө ҡала. Мария Деренкова Пешковтың дуҫы, революционер Михаил Ромасҡа ғашиҡ була.
       "Мария Деренкова ҡаланан ҡайтты, - тип яҙа Горький, - әмм ә миңә уның күҙҙәре үҙенең һөйкөмлөлөгөн аңлауы менән бәхетле булған һәм ҙур, һаҡаллы кешенең үҙенә ҡыҙыҡһыныу белдереүенә үтә лә шат ҡыҙҙың күҙҙәре булып тойолдо. Был кеше барыһы менән һөйләшкәндәге кеүек үк, Мария менән дә тыныс һәм бер аҙ йылмайып һөйләшә, тик һаҡалын йышыраҡ һыйпай һәм күҙҙәренән йылылыҡ бөркөлә".
       Михаил Ромась бер ваҡыт Пешковҡа үҙенең Мария Деренковаға өйләнәсәген белдерә:
       - Ул миңә һеҙҙең уға ғашиҡ булыуығыҙ тураһында әйтте.
       - Эйе, буғай.
       - Ә хәҙер Үттеме
       - Үтте, тип уйлайым...
       Ун биш йылдан һуң Пешков народоправецтар эше буйынса ун йылға Себергә һөргөнгә ебәрелгән Ромась менән тағы ла осраша . Ә Мария менән башҡаса осрашыуҙар булмай. Ул Ҡазанда акушерҙар мәктәбен тамамлай. 90 - сы йылдарҙа Стәрлетамаҡҡа килә. Өйәҙ земство идаралығы уны иң төпкөлгә, Макарово тип аталған мордва ауылына фельдшер - акушер итеп ебәрә.
       Революциянан һуңғы йылдарҙа Мария Степановна яңғыҙы ҙур
       районды хеҙмәтләндерә. Буран булһынмы, бысраҡмы, көн - төн
       тип тормайынса, кешеләр уға ярҙам һорап килә. Үҙенең эшләү дәүерендә ул меңәрләгән кешенең ғүмерен ҡотҡара.
       Элекке агроном, пенсионер Николай Степанов түбәндәгеләрҙе
       хәтерләй:
       "Беҙ ул ваҡытта Макаровонан һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Мәселе ауылында йәшәй инек. Мария Степановна беҙҙә бер нисә тапҡыр булып китте. Уны бәләкәй сағымдан беләм. Атай - әсәйем вафат булғандан һуң, ун йәшлек сағымда, мине Петровский балалар йортона тапшырҙылар ( Макаровонан алты саҡрым алыҫлыҡта). 1921 - се аслыҡ йылы. Ил ауыр заманалар кисерә. Балалар йортонда ла аслыҡ хөкөм һөрә. Детдом балаларының сәләмәтлеге лә шәптән булмағандыр инде. Фельдшер апай беҙгә йыш ҡына ингеләй. Уның янына дауаханаға килһәң, тикшерә, һинең менән һөйләшә ( тауышы яғымлы, иркә и не). Үҙенә саҡырып сәй эсерә, ашата. Артабан инде патефонын уйнатып ебәрә. Пластинкалары меңләп булғандыр. Улары ла
       ниндәй бит әле! Шаляпинды, Вяльцеваны ҡуя. Шунда мин "Пиковая дама", "Борис Годунов" һәм башҡа операларҙан ариялар менән таныштым. Уның йортонда музыкаға ғашиҡ булдым һәм был мөхәббәт ғүмерлек.
       1931 йылдың ғинуарында Стәрлетамаҡҡа Италияның Сорренто ҡ алаһынан хат килеп төшә. "Мария Степановна Деренкованың тормошо һәм яҙмышы хаҡында хәбәр итергә ваҡыт тапһағыҙ бик р әхмәтле булыр инем", - тип үтенә Горький Стәрлетамаҡтың һаулыҡ һаҡлау бүлеге начальнигы М. И. Мишениндан.
       Хат һуңлап килә. Мария Степановна 1930 йылдың ноябрь айында вафат була. Уны Макаровола ерләйҙәр.
       Уҡытыусы К. П. Иващенко Горькийҙың хатына яуап бирә, Деренкованың Башҡортостанда нисек йәшәүе хаҡында хат яҙып һала:
       " Мария Степановна минең хәтеремдә бәләкәй буйлы, алтын толомло, нәҙек ҡара ҡашлы һәм зәп - зәңгәр күҙле булып һаҡланып ҡалды. Башында ап - аҡ башлыҡ, өҫтөндә ҡыҫҡа ғына жакет. Дауаханала тел тейҙермәҫлек тәртип булды. Таҙалыҡ һәм
       тәртип йәһәтенән Мария Степановна башҡаларға ла бик талапса н ҡарашта торҙо.
       Мария Степановна даими рәүештә художество һәм медицина әҙәбиәте, гәзит - журналдар яҙҙырҙы. Үҙаллы сит тел өйрәнә и не..."
       Артабан Иващенко янғындан һуң Деренковаға 100 һум пособие
       тейеш булыуы тураһында яҙа. Тик аҡсаны уның ҡулына бирмәйҙәр, уҡытыусы аша фельдшерға кейем һатып алып бирелә, сөнки уның аҡсаһын ауылда йәшәүселәргә таратып биреүе ихтималлығын беләләр.
       1921 йылғы аслыҡ ваҡытында крәҫтиәндер уға ыумас ашата,
       яртыһы алабутанан торған көлсә бешереп алып киләләр.
       1929 йылдың 6 мартында Мария Степановнаға Хеҙмәт Геройы
       исеме бирелә.
       1931 йылдың 1 июлендә А. М. Горький К. П. Иващенкоға яуап хаты яҙа. Унда яҙыусы Мария Степановна хаҡында йылы иҫтәлектәр һаҡлауын һәм уның ғүмер буйына үҙе күҙ алдына
       килтергәнсә тормош кисереүенә шат булыуын белдерә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал