6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Скинхедтар суд алдына баҫасаҡ
28.03.06


       Башҡортостан Прокуратураһында скинхедтар бандаһына ҡарата асылған эш аҙағына яҡынлашты. Үткән дүшәмбе материалдар Өфөнөң Орджоникидзе районы судына оҙатылды, тип хәбәр итте " БАШвестЪ" гәзитенә республика күҙәтеү ведомствоһының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса бүлегенең өлкән тәфтишсеһе Сергей Михайлов.
       ... Оҙон ҡуныслы, шнурлы ботинкалар, балаҡтары өҫкә ҡайтарылған джинсы салбар, ялтас баш. Уларҙың күпселеген 15 - 17 йәшлек үҫмерҙәр тәшкил итә. Өйөр менән йөрөүсәндәр. Киң балаҡлы салбар кейгәндәрҙән көләләр һәм рэперҙарҙы яратып еткермәйҙәр. Наркотиктарға үтә кире ҡарашта торалар, спиртлы эсемлектәргә иһә - лояль ҡараш һаҡлайҙар. Азиаттарҙы
       "гуктар", африкандарҙы - "нигер", кавказлыларҙы - "чурка" т ип атайҙар.
       Өфөлә "ҡырылған баштар" барлыҡҡа килеүе хаҡында хәбәр үткән йыл башында таралды. 2005 йылдың февраль айында Ангола Республикаһы гражданы, нефть университетының дүртенсе курс студенты скинхедтарҙың ҡорбанына әйләнә. Үҫмерҙәр уны студенттарҙың дөйөм ятағынан алыҫ булмаған
       урында туҡмай, курткаһы менән документтарын тартып ала. Бе р аҙнанан шулай уҡ 26 йәшлек вьетнамлы, тағы бер нисә көндән корей егете туҡмала. Был енәйәттәр факты буйынса Орджоникидзе районының эске эштәр идаралығында талау һәм хулиганлыҡ буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатыла. Әммә тикшереү барышында хәлдең шаҡтай етди булыуы, нәҡ сит ил кешеләренең енәйәт ҡорбандарына әйләнеүе осраҡлы булмауы асыҡлана.
       - Тәү ҡарашҡа ғына был төркөм ярайһы уҡ зыянһыҙ һәм еңе л
       аҡыллы булып күҙгә ташлана, - тип һөйләй Сергей Михайлов. - Ғәмәлдә иһә улар бик агрессив идеяларҙы яҡлап сығыш яһай, һәм уларҙы ваҡытында туҡтатып өлгөрмәү нимәгә килтерергә мөмкинлеген әйтеүе ҡыйын.
       Өфөнөң "ҡырылған баштары" - тикшереү мәғлүмәттәре буйынса улар утыҙҙан ашыу кеше иҫәпләнә - үҙҙәрен скинхедтар
       иҫәбенә индерә. Төп маҡсаттары - Рәсәйҙе башҡа раса вәкилдәре: африкандар, азиаттарҙан "таҙартыу". "Һин һәр ваҡы т кемде булһа ла үлтерергә әҙер булырға тейеш" - таҡыр баштарҙың төп лозунгыларының береһе ошолайыраҡ яңғырай.
       - Һорау алыу ваҡытында ҡулға алыныусылар "Рәсәй - ерле халыҡ өсөн, ә негр, азиаттар һәм кавказлылар өсөн түгел", - тип белдерҙе һәм мин уларға Дағстандың Рәсәй составына инеүе тураһында әйткәс бик аптыранылар, - тип һөйләй тәфтишсе.
       Таҡыр баштарҙың төп массаһы - балиғ булыу йәшенә етмәгән,
       имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе, йәки үҙ улдарына битараф ҡарашта тороусы ата - әсәләрҙең балалары. Ғәҙәттә кү п кенә атай һәм әсәйҙәр улдарының "мауығыуы" тураһында хәбәрҙар, әммә уға әһәмиәт биреүҙе кәрәк тип тапмай.
       Эш буйынса һөжүм итеүҙең өс факты ҡарала, әммә уларҙың күберәк тә булыуы ихтимал.
       - Скинхедтар үҙ "рейдын" даими рәүештә ойошторған, һәр са ҡ күмәкләп һөжүм иткәндәр, - тип һөйләй Сергей Михайлов. - С ит ил кешеләренең барыһы ла үҙе менән булған бындай хәл тураһында һөйләп бармауы проблема тыуҙыра, үс алыуҙарынан
       ҡурҡалармы, әллә башҡа сәбәптәр бармы, билдәһеҙ.
       Республика Прокуратураһында РФ Енәйәт Кодексының 282 - се
       "Милли, раса һәм дини дошманлыҡ тыуҙырыу" статьяһы буйынса енәйәт эше асылды.
       - "Хизб ут - Тахрир" экстремислыҡ төркөмө ағзаларына ҡара та донъя шаулатҡан эштән башҡа мин беҙҙең республикала 282 -
       се статья буйынса енәйәт эштәре асылыуын хәтерләмәйем, - ти
       БР Прокуратураһының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса
       бүлек начальнигы Алексей Касьянов.
       Төркөмдөң дүрт ағзаһы ғәйепле тип табылды. Банданың башлығы һәм идеологик дәртләндереүсе тип 1982 йылғы йәш кеше һанала. Уның фатирында антисемитизм буйынса дәреслектәр, скинхедтар әҙәбиәте һәм фашист символикаһы төшөрөлгән листовкалар табыла. Милләт - ара дошманлыҡ уятыуҙан тыш ул тағы ла балиғ булмағандарҙы енәйәтсел эшмәкәрлеккә йәлеп итеүҙә ғәйепләнә ( 150 - се статья).
       Сит ил студенттарына һөжүм итеүҙә ҡатнашыусы өс балиғ булмаған үҫмерҙең эшмәкәрлеген тикшереү комиссияһы кешене һә м кешеләр төркөмөн раса, милләт, дингә мөнәсәбәт билгеләре
       буйынса халыҡ араһында көс ҡулланып кәмһетеү тип таный.
       Һөжүм итеүҙәрҙә ҡатнашыусы тағы ике үҫмер енәйәт яуаплылығына тарттырылманы, сөнки енәйәт ҡылыу ваҡытына уларға 14 йәш тулмаған.
       - Суд тикшереү барышында ғәйепләнеүселәрҙе һаҡ аҫтында тотмаҫҡа ҡарар итте, - ти Сергей Михайлов. - Бөгөнгө көнгә у лар эшкә урынлашҡан һәм төркөм составынан сығыуҙарын белдерә . Әммә уларҙың элекке "мауығыуын" ташламауы тураһында хәбәрҙәр бар...

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал