6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Уйын бара, кәйеф шәп
28.03.06


       Стәрлетамаҡтың "Содовик" командаһы беренсе лигала тәүге матчын үткәреп, тәүге мәрәйгә эйә булды. Яҡташтарыбыҙҙы йылы ҡабул иткән Сочи ҡалаһында Түбәнге Новгородың "Спартак"
       командаһына ҡаршы уйын тигеҙ иҫәп менән тамамланды.
       Матч барышында трибуналар буш булды тип әйтергә мөмкин. Башта Түбәнге Новгородтан килгән ҡунаҡтар өҫтөнлөктө үҙ ҡулына алды, әммә майҙандың номиналь хужалары үҙ ҡапҡаһы эргәһендә хәүефле мәлдәр тыуҙырырға рөхсәт итмәне. Артабан С тәрлетамаҡтың яңыртылған коллективы аҡрынлап уйынды үҙ файҙаһына әйләндерҙе, әммә иң уңайлы мәлдәр ҙә, ҡыҙғанысҡа ҡ аршы, ҡапҡаны "яулау" менән тамамланманы. Ҡаршы яҡ та туп ин дерә ала ине, әммә "Содовиктың" ҡапҡа һаҡсыһы Суровцев уны кире ҡағыуға өлгәште.
       Мачтың 73 - сө минутында "Спартактың" һаҡсыһы Церногорац рөхсәт ителмәгән алым менән Смирновты туҡтатты һәм икенсе тапҡыр һары карточкаға эйә булды. Унау ҡалғас, Түбәнге Новгород уйынсылары төп иғтибарҙы үҙ ҡапҡаларын һаҡлауға йүнәлтте һәм отолманы. Иҫәп - 0 : 0.
       "Содовиктың" тренеры Александр Игнатенко телефон аша түбәндәгеләрҙе һөйләне:
       - Майҙан бик уңайһыҙ ине - бында көньяҡта көслө ямғырҙар яуа. Көйәрмәндәр юҡлығы ла үҙенекен итте. Уйын мәлдәре хаҡында нимә әйтә алам: Зацепиндың өс тапҡыр туп индереү мөмкинселеге булды, әммә уйынсы уларҙы файҙалана алманы.
       Башта "спартактарҙың" ҡапҡа һаҡсыһы уны оҫта кире ҡаҡты, ҡалғандарында штанга ҡамасауланы. Дөйөм алғанда, миҙгелдең б ашы өсөн ярайһы һөҙөмтә. Кәйеф тә шәп. Уйындарҙы дауам итәбеҙ.
       29 мартта "Содовик" Сочиҙа ҡунаҡтар ҡабул итә. Был юлы ул ар - Калининградтың "Балтика" командаһына ҡаршы уйнай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал