6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Көҙгә тиклем хуш, ҙур хоккей!
28.03.06


       Көҙгә тиклем Өфө ҙур хоккейһыҙ ҡалды. "Салауат Юлаев" пле й - офф серияһында "Аҡ Барстан" еңелде. Өфөлөләр тик бер ним ә менән генә тамашасыларын ғәжәпкә һалды - барыһы ла улар дүрт осрашыуҙа еңелер тип уйлай ине, ә улар быны өс осрашыуҙа уҡ булдырҙы. Дөйөм иҫәп - 4 : 10. Хатта тоғро көйәрмәндәр ҙә өфөлөләргә үҙҙәренең "көндәштәрен" тубыҡландырыусы уйын күрһәтергә ярҙам итә алманы.
       Тәүге периодта "юлаевсылар" ике гол үткәрҙе. Уларҙың икеһ е лә беренсе звено һаҡсылары - Вячеслав Озолин менән Андрей Кутейкин ебәргән хаталар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Ни өсөн көсһөҙ, йыш хаталаныусы һәм һуңғы ваҡытта уйын практикаһы булмаған Озолинды боҙ өҫтөндә сығарыуҙары
       бөтөнләй аңлашылмай. Ни өсөн плей - офф серияһында дүрт пар
       һаҡсылар менән уйнарға кәрәк ине, сифатлы башҡарыусыларҙың өс парға ла етмәгәне аңлашыла бит. Элегерәк, "Северсталдә", Михалев тыныс күңел менән алты оборона уйынсыһын да сығара и не, ә бында ниңәлер барыһына ла мөмкинселек бирергә булды, ә йтерһең дә дуҫтарса турнир үтә.
       Өфөлөләр матчтың икенсе яртыһына яҡынайғанда ғына иҫенә
       килде. Өсөнсө периодта Берников бер шайбаны "сиртеп" индерҙе, 1 : 2, әммә артабан "юлаевсылар" бер нимә лә эшләй
       алманы. Уңманылар, хәйер, ҡунаҡтар ҙа бар көсөн һалып еңеүг ә ынтылды шул.
       Судьялыҡ тураһында күп насар һүҙҙәр яҙырға мөмкин. Әммә арбитрҙың командаларҙың береһенә ярҙам итеүен иҫбатлай алмайбыҙ. Шуға күрә рефериҙың бөтә ҡарарҙары ла аңлайышлы бу лманы, тип кенә билдәләйем, билдәле мәлдә арбитр уйын ебен б өтөнләй ҡулынан ысҡындырҙы. Мәҫәлән, ике ситуацияны сағыштырып ҡарайыҡ. Икенсе матчта "юлаевсы" Дмитрий Макаровты Алексей Морозовтың сәкәненә һуҡҡан өсөн уйындан сығарҙылар ( һуңғыһы ҡулын ҡосаҡлап йығылды, әммә ниңәлер боҙ өҫтөндә оҙаҡ ятманы). Ә Өфөләге матч ваҡытында "барстарҙың" береһе шайбаны талап, Николай Заварухиндың ҡулдарына һуҡҡас (уның хатта сәкәне төшөп китте, бирсәткәһе осто), арбитр был хәлгә ҡарата бер дәғүә лә белдермәне. Ошонан һуң ҡунаҡтар шунда уҡ шайбаға эйә булды һәм уны буш ҡ апҡа эсенә индерҙе. Әгәр ҙә судья ҡулға һуғыусы татар хоккейсыһын уйындан сығарһа, "юлаевсыларҙың" һуңғы минутта и ҫәпте тигеҙләү мөмкинселеге артыр ине. Ә былай - матчтың аҙағы нисек тамамланыры билдәле ине инде.
       Алынған мәғлүмәт буйынса, Өфө клубы тәүге ике осрашыуҙа суд ҡарарҙарына протест биргән, өсөнсө уйын буйынса ла дәғүә
       белдерелер, моғайын. Матч арбитрҙары язаға лайыҡлы икән, тимәк, уны алырға тейеш.
       Шулай ҙа нисәнсе урын һуң Беренсе вариант - реаль. Дөйөм алғанда, сезон насарҙан булманы. Ярайһы ғына уйнаныҡ - сағыу еңеүҙәр ҙә, еңелеүҙәр ҙә булды. Көслө тип һаналмаһаҡ та, көсһөҙҙәр рәтенә лә инмәнек. Һиегҙ команда исемлегенә инеү бурысы атҡарылды, даими чемпионат һөҙөмтәләре буйынса е тенсе урын биләнек һәм плей - офф һөҙөмтәләре буйынса ла шундай уҡ позиция һаҡланды. ЦСКА командаһы ла "Салауат Юлаев" кеүек сирек финалда өс матчта отолдо, әммә шайбалар айырмаһы тағы ла насарыраҡ булды - 3 : 12. Был сезон үткәне менән сағыштырғанда яҡшыраҡ тип әйтергә була. Ҡайһы бер ваҡытта команданың уйынын күҙәтеүе лә күңелле генә булды, "тере ҡалыу" өсөн көрәшкән чемпионат менән сағыштырырлыҡ түгел инде.
       Альтернатив вариант. Шулай уҡ уйланыр өсөн урын бар: "А ҡ Барс" һәм "Салауат Юлаев" һәр ваҡыт принципиаль "көндәштәр" булып иҫәпләнде - быға ике республиканың дуҫтарса конкуренцияһы ла булышлыҡ итә. Өфөлөләр татар командаһына барлыҡ статьялар буйынса ла биреште - иҫәп буйынса бер тапҡыр ҙа алға сыҡманы, күп хаталар ебәрҙе. Принципиаль "көндәшкә" шулай ихтыярһыҙ бирешергә ярамай инде. Шул уҡ МВД клубы ла "барстарҙы" ике тапҡыр еңеүгә өлгәште бит. Тимәк, өфөлөләр плей - оффта "милиционерҙарға" ҡарағанда насарыраҡ уйнаны килеп сыға. Һәм даими сезон йомғаҡтары
       буйынса МВД хоккей клубы нисәнсе урында тора Ун бишенсе!
       Өфө уйынсылары был миҙгелгә бурыстарын үтәп, премия алды һәм ҡәнәғәтләнделәр. Ә көйәрмәндәрҙең хәтерендә иһә миҙгелдең аяныслы ваҡиғаһы - "Аҡ Барсҡа" ҡаршы көрәштең
       0 : 3 иҫәбе менән тамамланыуы оҙаҡ һаҡланасаҡ әле.
       "Аҡ Барсҡа" ҡаршы өсөнсө уйындан һуң үткән матбуғат конференцияһында Өфө журналистары Сергей Михалевҡа ла, Зиннәтулла Билалетдиновҡа ла һорауҙар биреп торманы. Кемгәлер былай ҙа барыһы ла аңлашылғандыр, кемдеңдер тәүәккәллеге етмәне, кемдер үҙ ҡылығы менән "юлаевсыларҙың" еңелеүенә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.
       Михалевтың үҙ клубы мөмкин тиклем яҡшыраҡ сығыш яһауы өсөн тырышыуы аңлашыла. Ул команда составын үҙ ҡарамағына иң
       көслөләрҙән һанаған егеттәрҙән төҙөнө, команданың ҡайһы бер проблемаларын хәл итте. Тик бына Сергей Михайловичтың фекере дөрөҫлөккә тап киләме һуң
       Составты һайлағанда төп хата - Михалевтың Александр Нестеровҡа ышаныс күрһәтеүе булды, һөжүмдә ул яҡшы уйын күрһәтә алманы. Михалевтың тағы бер "ышаныслы" уйынсыһы Сергей Огородников та хөрт сығыш яһаны. Һәр ваҡыт ҡаршы яҡ ҡапҡаһына йүнәлеүсе был форвардҡа дүртенсе звенола уйын ваҡыты аҙ бирелде, өҫтәүенә унда һәр һөжүмсе үҙаллы уйнай. Ошонан йомғаҡ та яһала - Берников һәм Левинский һәр береһенә
       дүртәр гол индерҙе, ә Огородников 20 матч эсендә бер тапҡыр ҙа ҡапҡаны "ала алманы".
       Тағы ике үҙәк форвард - Максим Беляев менән Дмитрий Зюзиндың составта даими урын алмауы бик йәл. Улар икеһе лә, һис шикһеҙ, талантлы хоккейсылар, әммә оҫталыҡтарын арттырыу өсөн улар күберәк уйын ваҡыты бирелеүенә мохтаж.
       Әгәр Михалев командала ҡала икән, ул тактикаһына артыҡ үҙгәрештәр индерер, тип ышанырға тура килмәй. Клубта бер нисә бик тәжрибәле уйынсы, сығыштары Өфөнән булмаған бер нисә йәш талант барлыҡҡа киләсәк. Ә "Салауат Юлаев" клубы йәштәренең бер өлөшө икенсе командала "шиңәсәк", бер өлөшө т үбәнге лигаларға арендаға биреләсәк. Өмөтлөләр араһынан ҡайһы берҙәре икенсе клубҡа ҡасыр, моғайын, үткән сезон
       аҙағында йәштәрҙең йыйылма командаһы капитаны Андрей Зубарев быға асыҡ миҫал булып тора.
       Ә инде тренерға алмаш эҙләргә тура килһә, Петр Воробьев стилендәге остаз табырға кәрәктер. Бары тик йәштәргә ышаныс белдереүсе һәм йәш көрәшселәр тәрбиәләүсе уҫал диктатор ғына Өфө коллективынан мөмкин булғандың барыһын да "һығып" с ығара ала.
       Рәсәй чемпионаты тураһында дөйөм һүҙ йөрөткәндә, бында боронғо стратегтарҙың васыятын иҫкә төшөрөп, төп конкурент -
       Милли хоккей лигаһына ҡарап уйнарға өйрәнергә кәрәк. Командалар һанын арттырырға кәрәклеге шик тыуҙырмай - ҙур хоккей суперлига командаһын ҡарай алыусы һәр ҙур ҡалаға килергә тейеш. Матчтар һанын да арттырыу яҡшы һөҙөмтә бирер,
       моғайын - уйынсылар үҙҙәре лә күнекмә уҙғарыуға ҡарағанда, уйнауы файҙалыраҡ һәм ҡыҙығыраҡ булыуын таный. Ул саҡта тамашасылар ҙа матчтарға йышыраҡ йөрөйәсәк.
       Ике дивизионға бүлеү - "көнбайыш" командалары өсөн генә уңайлы. "Көнсығыш" командаларына ул ваҡытта оҙайлы осоштар я һарға тура киләсәк. Тимәк Хабаровск һәм Новокузнецк ҡалаһына ике тапҡыр осорға икән - тимәк бөтәһенә лә осорға.
       Ҡапҡа һаҡсылары кейемен еңеләйтеү, сәкәләшеүҙе тыйыу кәрәк, әммә көс алымдары өсөн яза биреү ярамай. Һөжүм итеү зоналарын киңәйтеү мотлаҡ. Арбитрҙарҙың икәү булыуы ла бик мөһим. Был саралар барыһы ла хоккейҙың һөҙөмтәлелеген, тамашасыны трибуналарға йәлеп итеүҙе арттырасаҡ. Легионер ҡапҡа һаҡсыларынан баш тартыу кәрәк, тип һанайым. Үҙ егеттәребеҙгә уйнарға мөмкинселек бирмәй тороп, йыйылма
       команданың еңеүҙәре тураһында хыялланырға ғына ҡаласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал