6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Башҡортостан Ватанды һаҡлауға әҙер
27.03.06


       Ҡасандыр совет йәштәре БГТО билдәһенә нормалар тапшыра ине. Был аббревиатура "Хеҙмәт һәм оборонаға әҙер бул!" ( "Бу дь готов к труду и обороне!") ораны булып яңғыраны. Дөрөҫ, һуңыраҡ уны ГТО тип үҙгәрттеләр, йәғни бер тапҡыр норматив тапшырып билдә алдың икән, тимәк - әҙер тигән һүҙ.
       Башҡортостан һәм Рәсәйҙең бергәләп татыу көн итеүҙәренә 450 йыл тулыуын байрам итеү алдынан был хәрефтәр нисектер
       ҡапыл күҙ алдына теҙелеп баҫты, тик инде уларҙың мәғәнәһе икенсерәк яңғырай. Ысынлап та, Башҡортостандың Рәсәй иҡтисадындағы (йәғни, хеҙмәтендәге) һәм Ватанды һаҡлауҙағы роленә ҡарата "Рәсәй менән бергә" тип әйтеү ғәҙәти матур яңғыраусы һүҙҙәр генә түгел. Беренсе Ватан һуғышында (Наполеон менән) башҡорт атлылары беренселәрҙән булып Парижға ингән, Бөйөк Ватан һуғышында 700 - ҙән ашыу башҡортостанлы социалистик Ватан һағына баҫа һәм һәр өсөнсөһө батырҙарса һәләк була. Өфөлө Александр Матросовтың исеме легендаға һәм Ватан өсөн үҙ - үҙен аямайынса ҡорбан итеү символына әйләнде.
       Ул һуғыштан һуң 60 йылдан ашыу ваҡыт үтте, Советтар Союзы
       тарҡалды, Рәсәйҙең сәйәси системаһы алмашынды, әммә инде
       20 дауамында Көнбайыштың беҙгә таҡҡан "дөйөм кешелек
       ҡиммәттәре" халыҡтың хәҡиҡәтте аңлауына ҡамасаулай алманы: үҙ армияһын ашатырға теләмәүселәр, сит армияны ашатасаҡ.
       Шағир һүҙҙәрен бер аҙ үҙгәртеп әйткәндә, Рәсәй йоҡонан
       уянды һәм үҙенең оборона ҡеүәтен нығытыу менән шөғөлләнә
       башланы. Һәм, электән килгән йола буйынса, был эшкә Башҡортостан да ҡушылды. 15 йылға һуҙылған "тәнәфестән" һуң республикала тәүге тапҡыр ҙур күләмдәге мобилизация күнекмәләре үткәрелде, ул унарлаған мең кешене үҙ эсенә алды .
       Мобилизацияның асылы нимәлә Дөрөҫ, һуғыш хәүефе барлыҡҡа килгән осраҡта илдең тыныс көнкүрештән хәрби ваҡыт режимына күсеүендә. Был сценарий буйынса тулы кимәлдә репетиция үткәреү мөмкин түгел: 2006 йылдың мартында бөтә иҡтисадты, тотош ауыл хужалығын һуғыш ваҡыты режимына күсереп булмай бит инде. Тарыраҡ мәғәнәлә әйткәндә, мобилизация хәрби ресурстарға ғына ҡағыла. Ә был ресурстар -
       запастағы хәрби хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ предприятиеларҙағы
       һәм халыҡтағы транспорт средстволары тигәнде аңлата.
       Йәш егет сағында һалдат бурысын үтәгән ир - аттар йәшәй -
       йәшәй армияла өйрәнгәнен тулыһынса онотоп бөтә, даими рәүештә күнекмәләр үткәреп тормағанда, әлбиттә. Кадрҙағы хәрбиҙәр, хәрби комиссариаттарҙағы мобилизация бүлеге хеҙмәткәрҙәренең дә "хәтерен юғалтыуы" ихтимал. Ватанды
       һаҡлауҙың ҡатмарлы механизмы күндәм эшләһен өсөн уны тутығыуҙан һаҡлау ғына етмәй, йышыраҡ әйләндереп тә торорға jәрәк. Ә был ҡиммәткә төшә. Айырыуса бөгөн.
       Теүәл 14 көн - 10 марттан 24 мартҡа тиклем Башҡортостан
       команда - штаб мобилизация күнекмәләре власында булды. Башлыса улар мобилизация сараларынан ғибәрәт, саралар барышында ҡала һәм район хакимиәттәре һәм хәрби комиссариаттары етәкселеге, министрлыҡ һәм ведомство
       етәкселәре, предприятие һәм ойошма башлыҡтарының бер - береһен ярты һүҙҙән аңлап берҙәм эшмәкәрлек алып барыуы, һәм киләһе фаза - "запастағыларҙың" тиҙ арала үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтарын яңыртыуға һәләтлелеге һынау аша үткәрелде.
       Әйтелгән тестарҙың тәүгеһендә Башҡортостандың юғары баһа алыуы шик тыуҙырманы, һәм ул шулай килеп сыҡты ла. БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов, муниципаль берәмек хакимиәттәре башлыҡтары, министрлыҡ һәм ведомство, п редприятие һәм ойошма етәкселәре ҡатнашлығында йомғаҡлау үтк әргәндән һуң, Волга буйы - Урал хәрби округының штаб начальнигы, күнекмәләргә етәкселек итеүсе генерал - полковни к Сергей Макаров еңел һулап ҡуйҙы һәм Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының Йыйылыу пункты плацында журналистар алдында хәрбиҙәрсә ҡыҫҡа һәм асыҡ итеп рапорт бирҙе:
       - Күнекмәләргә етәкселек итеүсе аппарат тарафынан Башҡортостан Республикаһының хәрби идаралығы һәм башҡарма вл асть органдары араһында үҙ - ара килешеп эш итеүҙең юғары кимәлдә һәм сифатлы булыуы билдәләнде. БР Президенты һәм
       БР Хөкүмәтенең ҡаты идаралығы мобилизация һорауҙарын хәл итеүҙә ҡала һәм район башлыҡтары менән үҙ - ара тулыһынса аңлашыу булдырыуға мөмкинселек бирә. Хәрби комиссариаттар к үнекмәләр барышында ҡуйылған бурыстарын үтәне. Башҡарма
       власть органдары ла шулай уҡ үҙ бурыстарын башҡарып сыҡты. "Төшөп ҡалыусылар" юҡ, үҙен башҡаларҙан яҡшыраҡ күрһәтеүселәргә бөгөн беренсе этапҡа йомғаҡ яһағандан һуң грамоталар тапшырылды".
       Кеше һәм транспорт средстволары менән тәьмин итеү буйынса
       бурыстарҙың иң ҙурыһы ҡуйылған Совет районы ла наградланыусылар араһында. Совет районы хәрби комиссариаты и ке аҙналыҡ хәрби йыйынға 100 - ҙән ашыу сержант, һалдат һәм офицерҙарҙы оҙатты. Команда - штаб мобилизация күнекмәләре б уйынса алдан йомғаҡ яһағанда ул республикала иң яҡшылары
       иҫәбендә билдәләнде, һәм военком - полковник Иҡсановҡа Волга буйы - Урал хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы, армия генералы Болдыревтан исемле сәғәт тапшырылды.
       Хәрбиҙәр һәм Өфөнөң Совет районы хакимиәте һәм күнекмәләрҙә ҡатнашҡан башҡа предприятие һәм ойошма
       етәкселәре араһында тығыҙ бәйләнеш булмаһа, уңышҡа ирешеүҙең дә ҡыйынға тура килеүе аңлашыла, әлбиттә.
       Хәрби йыйын көндәрендә райондың Эске эштәр идаралығы тәртип һаҡлау, запастағы граждандарҙы йыйын урынына оҙатыуҙы тәьмин итеү өсөн милиция хеҙмәткәрҙәре, дүрт экипаж
       ЮХХДИ автомобилдәре бүлде, күнекмәләр ваҡытында хәрби комиссариатты һәм мобилизация объекттарын тәүлек әйләнәһенә һаҡлауҙы ойошторҙо.
       Совет районында Өфөнөң Торлаҡ хужалығы идаралығы филиалы граждандарға хәбәр итеү һәм халыҡты йыйыу өсөн бинаб үлде, кәрәкле һанда хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итте. Район территорияһындағы предприятиелар, Республика психиатрия дауаханаһы һәм Өфөнөң 3 - сө һанлы пассажирҙар автотранспорты предприятиеһы ла ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә
       ҙур өлөш индерҙе. Әммә Совет районының хәрби комиссариатында "Башавтотранс" дәүләт унитар
       предприятиеһының эше айырым билдәләнде, унда Өфөнөң 4 - се һанлы йөк автотранспорты предприятиеһы базаһында ғәскәри типтағы автомобилдәр колоннаһы әҙерләнде.
       Хәрби комиссариат һәм Өфөнөң Советы районы предприятиелары мобилизация базаһын әҙерләү, халыҡҡа хәбәр и теү һәм йыйыу, халыҡ һәм транспорт ресурсын хәрби йыйын урынына оҙатыу һәм йыйын барышында практик күнекмәләргә
       ҡағылышлы иң мөһим бурыстарҙы башҡарып сыҡты, - тип билдәләнде күнекмәләр штабында.
       Әммә ахырғы йомғаҡлауҙар яһарға иртә әле, сөнки Ҡыҙыл байраҡлы Волга буйы - Урал хәрби округы 2 - се дөйөм ғәскәри
       армияһының 297 - се зенит - ракета һәм зенит - техник ракет а составы базаһында йыйын дауам итә. Сергей Макаров хәл торошон идеаллаштырманы һәм оҙаҡ ваҡыт хәрби йыйындар булмау сәбәпле, запастағы офицерҙарҙың етәкселек һәләтен юғалта башлауын да матбуғаттан йәшермәне. Бының өсөн 2 - се Алкинға офицерҙар төркөмө оҙатылды, улар булған
       ҡытыршылыҡтарҙы бөтөрөргә, бер юлы үҙҙәренең әҙерлек кимәлен дә арттырырға тейеш.
       Сергей Макаров йыйында ҡатнашыусылар өсөн күнекмәләрҙең һ ис шикһеҙ ҙур файҙа килтереүенә ышаныуын белдерҙе, сөнки
       "белем, һәләт һәм оҫталыҡ даими рәүештә формалашырға тейеш".
       Һәм запастағы офицерҙар өсөн 10 мартта, рядовойҙар өсөн 1 5 мартта башланған йыйын дауам итте. Хәрби техника һәм ҡорал ды өйрәнеү, автоматтан атыу, тикшереүҙәр - былар барыһы ла
       ике аҙна буйына көн һайын дауам итте. Бер көнө ялан лагерын да камуфляж кейемдәге отряд пәйҙә булды, яҡынданыраҡ ҡарағас, уларҙың Башҡортостандың ҡала һәм райондарының хакимиәт
       башлыҡтары булыуы асыҡланды. Улар төп бурыстарын мобилизация этабында башҡарыуына ҡарамаҫтан, бер көн
       йыйында булыу ҙа ҡамасауламаҫ, тип ҡарар ҡыла. Хәйер,
       уларҙың бында оҙағыраҡҡа ҡалырға ла риза булыуҙары һиҙелә
       ине.
       1600 - ҙән ашыу кешене үҙенә һыйҙырыусы ғәйәт ҙур палаткалар лагеры ысын мәғәнәһендә хәрби тормош менән йәшәне. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар ҙа уңайлы фатирҙарын поход ш арттарына алмаштырған ир - егеттәрҙе зарланырға мәжбүр итә а лманы. Журналистарға ла етерлек ирек бирелде: йәнегеҙ еләгәнде фотоға һәм видеоға төшөрөгөҙ, кем менән теләйһегеҙ,
       шуның менән әңгәмә ҡороғоҙ.
       Күҙәтеү һөҙөмтәһе - дөйөм бәхет һәм шатлыҡ тойғоһо кисере ү . Юҡҡа ғына генералдар бер тауыштан күнекмәләрҙең ыңғай мәлдәренең береһе булып хәрби туғанлыҡтың нығыуы һәм дуҫтарса мөнәсәбәт барлыҡҡа килеүе тип билдәләмәне.
       Һәм бына аҙаҡҡы тапҡыр сафҡа теҙелеү, 297 - се бригаданы үҙ эсенә алыусы 2 - се армияның штаб начальнигы, генерал - м айор Сергей Юдиндың, йыйын үткән Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтовтың, башҡа юғары вазифалағы хәрбиҙәрҙең йылы һүҙҙәре яңғырай, артабан - 57 запастағы офицер һәм 40 - тан ашыу "запастағыларҙың" дәрәжәһе күтәрелеүен аңлатыусы погондар тапшырыла, хәрби кейем граждандар кейеменә алмаштырыла һәм иҫәп - хисап яһала ( вазифа һәм дәрәжә өсөн). Төп эш урынындағы хеҙмәт хаҡы
       һаҡланыуын билдәләргә кәрәк. Финал.
       Ялан лагеры бушап ҡалды. Бер аҙ моңһоу, киләһе ҙур күнекмәләр Пермь һәм Һамар өлкәләрендә уҙасаҡ. Ә Башҡортостан иһә һәр саҡтағы кеүек үҙенең Ватанды һаҡларға әҙер булыуын күрһәтте.

Николай Ермоленко.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал