6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
туризм һәм ял

Балаларҙың йәйге ялына - миллиондар
27.03.06


       Республика властары балаларҙың, мәктәп уҡыусыларының һәм студенттарҙың йәйге ялы тураһында хәстәрлек күрә башланы ла инде. РФ Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк
       бүлексәһендә ведомство - ара комиссияһының ултырышы үтеүе о шо турала һөйләй. Сарала БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, комиссия рәйесе Фидус Ямалтдинов балаларҙың ялын тейешле кимәлдә ойоштороу өсөн барыһы ла эшләнә, тип
       билдәләне.
       Йыл һайын йәй миҙгелендә мәктәп уҡыусыларының 57 проценты ял, һауыҡтырыу һәм эш менән мәшғүллеккә йәлеп ителә. Был Волга буйы федераль округында ғына түгел (бында беҙ өсөнсө урын биләйбеҙ), ил буйынса ла иң юғары күрһәткестәрҙең береһе.
       - Беҙ ҡаланан ситтәге лагерҙарға йүнәлтмә хаҡын күтәрмәҫк ә,
       хеҙмәтләндереү төрҙәрен арзанайтыу мөмкинселеген табырға тырышабыҙ, - ти Фидус Ямалтдинов.
       Республикала 14 йәшкә тиклемге балалар һаны 713 мең тәшки л итә. Мәктәптәрҙә 513 мең уҡыусы белем ала, 145 мең бала мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөй.
       2005 йылда барлыҡ ойошҡан ял, һауыҡтырыу һәм мәшғүллек төрҙәренә республикала 440 мең бала һәм йәштәр ылыҡтырылған.
       Йәйге ял кампанияһын ойоштороуға үткән йылда төрлө сығанаҡтарҙан 676 миллион һум тотонолған.
       Быйылғы каникулдар осоронда балаларҙың ялын ойоштороу буйынса сығымдарҙы муниципаль райондар һәм ҡала округтары үҙ өҫтөнә ала. Бының өсөн бюджеттарҙа 41, 5 миллион һум
       күләмендә средство ҡаралған.
       Етем һәм ата - әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн республика бюджетында 63,6 миллион һум күләмендә средство файҙаланыу күҙ уңында тотола. Уның 55,6 миллионы муниципаль ойошмаларға тапшырылған, һигеҙ миллион һум башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү буйынса дәүләт учреждениеларында
       уҡыусы етем һәм ата - әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ң ялын ойоштороуға тотоноласаҡ.
       Республиканың консоидацияланған бюджетында 2006 йылда балаларҙың ялын ойоштороуға бөтәһе 113, 8 миллион һум ҡаралған.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал